Яндекс.Деньги

Рунетта электрон түләүҙәр сервисы

«Яндекс. Деньги» — Рунетта электрон түләүҙәр сервисы. Электрон аҡса, ҡулаҡса менән, банк карталары аша хисаплашыу мөмкинлеген бирә. Ҡайһы бер хеҙмәттәрҙе Android, IOS, Windows Phone өсөн мобиль ҡушымталар, шулай уҡ Windows 8 һәм Windows RT өсөн ҡушымталар ярҙамында ла алырға була. Хисаплашыуҙар валютаһы — Рәсәй һумы.

Яндекс.Деньги
Логотип
Нигеҙләү датаһы 2002
Исем Яндекс.Деньги һәм ЮMoney
Нигеҙләүсе Яндекс[d]
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Барлыҡҡа килгән урыны Мәскәү ҡалаһы
Хужаһы Яндекс[d] һәм Рәсәй Һаҡлыҡ Банкы[d]
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Һаҡлыҡ Банкы[d]
Рәсми сайт yoomoney.ru
Фолловерҙар һаны 41 040
Commons-logo.svg Яндекс.Деньги Викимилектә

Теркәлмәгән ҡулланыусылар счеттар һәм квитанциялар буйынса түләү индерә, ГИБДД штрафтарын һәм һалым бурыстарын тикшерә ала. Электрон аҡса янсығы асҡан ҡулланыусыларҙың өҫтәмә мөмкинлектәре бар: счётҡа банк картаһы сығарыу, иҫкә төшөрөүҙәрҙе көйләү. 2017 йыл башына Яндекс. Деньгиҙа 30 миллион аҡса янсығы теркәлә, көн һайын 15 мең яңы янсыҡ асылып тора. Mediascope тикшеренеү компанияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2017 йылға ҡарата Яндекс. Деньги Рәсәйҙә иң популяр һәм иң билдәле электрон аҡса системаһы булып тора: 18—55 йәштәге рәсәйлеләрҙең 39,8 проценты — декстоптан, 24,7 проценты смартфондан йылына бер тапҡыр булһа ла Яндекс-Деньги аша түләү үткәргән.

Хеҙмәт шулай уҡ краудфандинг һәм хәйриәлек өсөн интернет аша түләү үткәреү ҡоралдарын тәҡдим итә, бизнес өсөн Яндекс-Касса универсаль түләү сараһы булып хеҙмәт итә. 2017 йылда Яндекс. Касса хеҙмәтләндерелгән сайттар һаны буйынса Рәсәйҙәге түләү агрегаторҙары лидерына әүерелә (Marc тикшеренеү компанияһы мәғлүмәте).

Компанияның төп офисы — Мәскәүҙә, өҫтәмә офистары Санкт-Петербургта һәм Түбәнге Новгородта урынлашҡан.

2017 йылдың 1 мартынан компанияның генераль директоры — Иван Глазачев.

2015 йылдың 22 декабрендә хеҙмәт АҠШ-тың санкциялары аҫтына эләгә.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Ҡалып:Викиновостей