Арыҫлан (лат. Panthera leo) — ҙур һөтимәр йыртҡыс төрө, пантералар төркөмөнөң ҙур бесәйҙәр ярым ғаиләһенә ҡарай. Арыҫландар башлыса Африкала йәшәй. Шулай уҡ боронғо арыҫландар Азияла көн итә. Юлбарыҫ менән бер рәттән әлеге көндә йәшәүсе иң ҙур бесәй булып тора, ҡайһы бер ата арыҫландарҙың ауырлығы 250 кг тәшкил итә.
Борон арыҫландарҙың таралыу өлкәһе күпкә киңерәк булған. Урта быуаттар башында арыҫлан Африканың бөтә территорияһында , Яҡын Көнсығышта, Иранда һәм хатта Европаның көньяғында ла осраған. Төньяҡ һәм Төньяҡ-Көнбайыш Һиндостанда ул ғәҙәти йыртҡыс булған. Әммә кешенең эҙәрлекләүе һәм йәшәү мөхите тарайыу арҡаһында хәҙер Африкала Сахаранан көньяҡҡараҡ ҡына һаҡланып ҡалған. Азияла бәләкәй генә популяция Һиндостандың Гуджарат штатындағы Гир урманында бар.