Халыҡ-ара стандарт китап номеры

баҫма менән эш итеүҙе автоматлаштырыу өсөн кәрәкле китап идентификаторы
(International Standard Book Number битенән йүнәлтелде)

Халыҡ-ара стандарт китап номеры (ингл. International Standard Book Number, ҡыҫҡаса — ингл. ISBN) — китап баҫмаһының уникаль номеры, китапты сауҙа селтәрҙәрендә таратыу һәм баҫма менән эшләүҙе автоматлаштырыу өсөн кәрәк. Китапхана-библиографик классификация (библиотечно-библиографическая классификация, ББК), универсаль унарлы классификация (универсальная десятичная классификация, УДК) индекстары һәм авторлыҡ билдәһе менән бергә, халыҡ-ара стандарт китап номеры нәшерләү пакетының бер өлөшө булып тора.

Стандарт Бөйөк Британияла 1966 йылда Гордон Фостерҙың 9 урынлы стандарт китап номеры (ингл. Standard Book Numbering code, ҡыҫҡаса — ингл. SBN code) нигеҙендә эшләнә. 1970 йылда бер аҙ үҙгәреш менән ISO 2108 халыҡ-ара стандарты тип ҡабул ителә. 2007 йылдың 1 ғинуарынан халыҡ-ара стандарт китап номерының 13 урынлы яңы стандарты индерелә, ул штрих-кодҡа тап килә.

Ваҡытлы матбуғат баҫмалары өсөн дә бындай ISSN (International Standard Serial Number) стандарты бар.

Рәсәйҙә халыҡ-ара китап стандарт номеры 1987 йылдан ҡулланыла[1], Белоруссияла — 1993 йылдан[2].

Номерҙың составы

үҙгәртергә
 
ISBN номеры, унда:
978 — префикс EAN.UCC;
3 — теркәү төркөмө номеры;
16 — теркәлеүсенең номеры;
148410 — баҫманың номеры;
0 — контроль һан.

Баҫмаларға идентификаторҙарҙы китаптарҙы халыҡ-ара стандарт нумерациялау өлкәһендәге милли агентлыҡтар бирә. Бының менән Рәсәйҙә 2013 йылдың 9 декабренә тиклем — Рәсәй китап палатаһы, Беларуста — Милли китап палатаһы, Украинала — Украина китап палатаһы[3], Ҡаҙағстанда Ҡаҙағстан Республикаһы Милли дәүләт китап палатаһы шөғөлләнә. Китаптарға 2006 йылға тиклем бирелгән халыҡ-ара стандарт китап номерҙары халыҡ-ара стандарт китап номеры аббревиатураһынан (баҫманың ниндәй телдә булыуына бәйһеҙ) һәм дефис йә буш ара менән үҙгәреүсән оҙонлоҡтағы дүрт төркөмгә бүленгән ун символдан тора:

  • нәшер ителеү иле йә баҫманың теле уртаҡ булған илдәр төркөмө; ISBN халыҡ-ара агентлығы тарафынан бирелә. Идентификаторҙағы һандар иҫәбе китап продукцияһының күләменә бәйле (берәүҙән күберәк булыуы ихтимал), мәҫәлән: 0 һәм 1 — инглиз телле, 2 — француз телле, 3 — немец телле, 4 — япон телле, 5 — рус телле (элекке СССР илдәренең ҡайһы берҙәре, Рәсәй) илдәр төркөмө, 7 — ҡытай теле, 80 — Чехия һәм Словакия, 600 — Иран, 953 — Хорватия, 966 — Украина, 985 — Беларусь Республикаһы, 9956 — Камерун, 99948 — Эритрея. Дөйөм алғанда, төркөмдәргә 0—5, 7, 600—649, 80—94, 950—993, 9940—9989, 99900—99999 һандары бирелгән[4];
  • нәшриәт коды; ISBN милли агентлығы тарафынан бирелә, нәшерсе баҫып сығарырға ниәтләнгән баҫмаларҙың һаны иҫәпкә алына. Эрерәк нәшриәттәргә, баҫмаларға ҡуйыла торған билдәләр күберәк була алһын өсөн, ҡыҫҡараҡ һан бирелә (Рәсәй агентлығы тарафынан ISBN өсөн ҡуйыла торған нәшерсе һәм баҫма номерҙарының тотош оҙонлоғо һигеҙ һандан тора).[5]
  • баҫманың уникаль номеры (Рәсәйҙә — 6-нан 1-гә тиклем билдәнән тора);
  • контроль һан (0-дән 9-ға тиклемге ғәрәп һаны йә рим һаны X); ISBN-дың һанлы өлөшөнөң дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн хеҙмәт итә. Хисаплауҙы ISBN милли агентлығы башҡара.
Контроль һанды хисаплау миҫалы
9 урынлы ISBN номеры 2-266-11156 өсөн:

ISBN коды

2 2 6 6 1 1 1 5 6

Коэффициент

10 9 8 7 6 5 4 3 2

Ҡабатландыҡ

20 18 48 42 6 5 4 15 12
Ҡабатландыҡтар (код һанын коэффициентҡа ҡабатлағас) суммаһы 170 тәшкил итә, был һанды 11-гә бүлгәс, ҡалдығы 5 була.
Контроль һан ошолай хисаплана: 11 − 5 = 6. ISBN-дың тулы номеры: 2-266-11156-6.
Контроль һандың дөрөҫлөгөн иҫбатлау: 170-кә контроль һан ҡушыла: 170 + 6 = 176, был һан 11-гә ҡалдыҡһыҙ бүленә.

EAN-13 форматындағы штрих-код сифатында ҡулланыу өсөн ISBN-ға GS1 978 префиксы өҫтәлә, уны GS1 ассоциацияһы бирә, һәм ISBN-дың контроль һаны урынына EAN-13 стандарты буйынса хисапланған контроль һан ҡулланыла. Өҫтәмә рәүештә тағы ла 979 префиксы бүленгән.

2007 йылдың 1 ғинуарынан ISBN-дың 13 урынлы яңы стандарты индерелә, ул штрих-кодҡа тура килә. Элегерәк бирелгән ISBN-дар яңыға тотҡарлыҡһыҙ конвертациялана (978 + ISBN-дың тәүге 9 һаны + EAN-13 буйынса хисапланған контроль һан).

Әҙ тираж менән сыҡҡан (1 000 данаға тиклем) йә «шәхсән» ҡулланыу өсөн сығарылған баҫмалар өсөн ISBN номеры биреү мотлаҡ түгел.[сығанаҡ 4892  көн күрһәтелмәгән]

Яуаплылыҡ

үҙгәртергә

ISBN системаһына ҡушылыу нәшерсегә түбәндәгеләр өсөн яуаплылыҡ йөкмәтә:

  • ISBN милли агентлығы тарафынан бирелгән ISBN-дарҙы ғына ҡулланыу өсөн;
  • ISBN-ды алыу, баҫмала урынлаштырыу һәм нисек итеп урынлаштырыу өсөн;
  • үҙ баҫмаларында башҡа нәшриәттең ISBN-ын рөхсәтһеҙ файҙаланған өсөн;
  • ISBN-ды башҡа нәшриәткә рөхсәтһеҙ тапшырған өсөн;
  • ISBN милли агентлығына файҙаланылған номерҙар, атаманың, юридик адрестың үҙгәреүе, эшмәкәрлекте туҡтатыу тураһында ваҡытында хәбәр итеү өсөн;
  • нәшриәттең атамаһы үҙгәргәндә йә ISBN системаһында ҡаралған башҡа осраҡтарҙа теркәлеүсенең яңы номерын ваҡытында алыу өсөн.


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә