Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының II Бөтә Рәсәй съезы

Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының II Бөтә Рәсәй съезы, 25 — 27 октябрь (7 — 9 ноябрь) 1917 йыл, Смольный, Петроград.

Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының II Бөтә Рәсәй съезы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй республикаһы
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Смольный[d], Смольный проезд[d], Үҙәк районы[d], Санкт-Петербург, Рәсәй
Санкт-Петербург, Рәсәй
Алдағы Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының I Бөтә Рәсәй съезы
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Советтарҙың III Бөтә Рәсәй съезы
 Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының II Бөтә Рәсәй съезы Викимилектә

Тарих башы

үҙгәртергә

1917 йылдың көҙ айҙары дауамында Рәсәйҙә РСДРП(б)-ның Советтарҙа күпселек яулау процесы киң йәйелдерелә, тәү сиратта Мәскәү һәм Петроградта.

17 сентябрҙә Моссовет Пезидиумы рәйесе итеп большевик В. П. Ногин һайлана. 25 сентябрҙә Петросовет рәйесе итеп Л. Д. Троцкийҙы һайлайҙар.

Большевиктар Петросоветта — 90 %-ҡа һәм Моссоветта 60 %-ҡа тиклем урын биләй.

1917 йылдың сентябрь аҙағынан алып большевиктар бөтә Рәсәй совет органдарында күпселекте яулау буйынса эш башлайҙар, бының өсөн уларға советтарҙың тейешле съездарында күпселекте алыу талап ителә.

Ошо маҡсат менән РСДРП(б) Бөтә Рәсәй эшсе һәм һалдат депутаттарының Икенсе саҡырылышын иғлан итә. Сентябрь аҙағында большевиклаштырылған Петросовет исполкомы 69 урындағы башҡарма комитетына һәм армия һалдаттары комитеттарына Икенсе съезд саҡырылышына мөнәсәбәте хаҡында запрос яһай.

Был идеяға эсер һәм меньшевиктар ҡаршы төшә.

69 һоратылған органдарҙан тик 8 генә ыңғай яуап бирә. Бигерәк тә киҫкен реакцияһын эсер-меньшевик армия комитеттары күрһәтә, улар Съезд саҡырылышын «ваҡытһыҙ» тип таный.

Советтарҙың большевиклаштырылыуы сәйәси һәм хәрби хәлдәрҙең үтә киҫкенләшкән ваҡытҡа тура килә: Ваҡытлы хөкүмәт оҙаҡ мәшәҡәттәрҙән һуң, ниһайәт, Учредителдәр йыйылышына һайлауҙарҙы 12 ноябргә, ә уның беренсе ултырышын — 28 ноябргә тәғәйенләй.

Ленин Рәсәйҙәге крәҫтиәндәрҙең күпселеге эсерҙар өсөн тауыштарын бирәсәген яҡшы аңлай һәм Учредителдәр йыйылышында дүрттән бер өлөш тауышҡа ғына өмөт итә.

Был осорҙа фронтта ла хәлдәр ныҡ насарая: 3 (16) октябрҙә Ревелде эвакуациялау тураһында бойороҡ сыға, 8 (21) октябрҙә немецтар Моонзунд утрауҙарын яулап алалар һәм шуның менән Петроград өсөн хәүеф тыуҙыралар.

Большевиктар өсөн улар ойошторған Төньяҡ өлкәһенең Советтары I съезы буласаҡ II Съездың генераль репетицияһы кеүек була, уның делегаттарының күпселек өлөшөн ул ваҡытҡа инде байтаҡ большевиклаштырылған Петроград һәм Балтия флоты вәкилдәре тәшкил итә.

Ричард Пайпс билдәдәүенсә, был Съезд армия, флот һәм Финляндияның эшселәренең танылмаған Өлкә комитеты (ОКАФРФ) тарафынан саҡырылған була. Делегаттар араһында хатта Төньяҡ өлкәгә ҡағылышы булмаған Мәскәү губернаһының вәкилдәре лә була.

Съезд большевиктар һәм һул эсерҙарҙың күҙгә күренерлек өҫтөнлөгө менән айырылып тора. Уның һөҙөмтәләре буйынса большевик-һул эсер Төньяҡ өлкә комитеты һайлана, 16 октябрҙән алып ул II Съезд саҡырылышы буйынса эшмәкәрлеген йәйелдерә.

Большевиктарҙың ошо бөтә эшмәкәрлеге элекке совет органдары менән бер нисек тә тура килтерелмәгәнлектән, уларҙа күпселекте эсер-большевиктар (Эшсе һәм һалдат депутаттары Советының I Съезы Башҡарма комитеты, крәҫтиән депутаттары советының I Съезы Башҡарма комитеты), армия комитеттары, Центрофлот тәшкил итә. Элекке ВЦИК II съезд законһыҙ һәм «айырым Советтарҙың шәхси кәңәшмәһе» булып һаналасаҡ тип белдерә.

Съезға әҙерләнеү Ленин менән Троцкий араһында фекер айырымлыҡтарҙы булдырыуға сәбәп була.

Ул ваҡытта Ленин, Съездың үтеүен көтмәйенсә, ҡораллы ихтилалды башларға талап итә, Троцкий Үҙәк комитеттың күпселеген ихтилалды съезд башланғанға тиклем кисектереп торорға күндереүгә ирешә. Ричард Пайпс фекеренсә, бындай стратегия күпкә «реалистик» булып сыға: большевиктар власын урынлаштырыу Советтар власын баҫып алыу ниәте аҫтына «йәшеренә».

Съезд барыһы ике ултырыш үткәрә:

Съезд барышы

үҙгәртергә

Съездың беренсе ултырышы 25 октябрҙең 22 сәғәт 45 минуттан 26 октябрҙең иртәнге сәғәт 6-ға тиклем бара:

Съезды меньшевик Дан 25 октябрь (7 ноябрь) 22 сәғәт 45 минутта, Петроградтағы ҡораллы ихтилалдың ҡыҙған сағында, аса; съезда урындарҙан килгән бик күп делегатттар ҡатнаша.

Съезда барыһы 402 Совет күрһәтелә: шул иҫәптән, 195 берләштерелгән эшсе һәм һалдат депутаттары Советтары, крәҫтиәндәр ҡатнашлығында 119 эшсе һәм һалдат депутаттары Советтары, 46 эшсе депутаттары Советтары, 22 һалдат һәм матрос депутаттары Советы, 19 крәҫтиән депутаттары Советтары һәм 1 казак депутаттары Советы.

Бөтә фракциялар бюролары мәғлүмәттәренә ярашлы, съездың асылыу ваҡытына 649 делегат иҫәпләнә, шуларҙың: 390 — большевиктар, 160 -эсерҙар, 72 — меньшевиктар, 14 берләштерелгән интернационалистар, 6 меньшевик-интернационалист, 7 украин социалисы. Съездың аҙағына, уң социалистарҙың киткәненән һәм яңы делегаттар ҡушылғандан һуң делегаттарҙың һаны 625 кеше була, шуларҙың: 390 — большевиктар, 179 — һул эсерҙар, 35 — берләштерелгән интернационалистар, 21 украин социалисы. Шулай итеп, большевик-һул эсерҙар коалицияһы съезда яҡынса өстән ике өлөш тауыш йыя. Большевиктар съезд асылған мәлдә инде бөтә Петроградты контролдә тота, әммә Ҡышҡы һарай әле баҫып алынмаған була. 18 сәғәт 30 минутта Ҡышҡы һарайҙы яҡлаусыларға «Аврора» крейсерынан һәм Петропавловск нығытмаһынан атыу ҡурҡынысы аҫтында ультиматум иғлан ителә. 21 сәғәттә «Аврора» бер пуляһыҙ (холостой) патрон менән ата. 23 сәғәттә Петропавловск нығытмаһынан тоҫҡамайса атыш булдырыла. Төндә һарайҙы яҡлаусыларҙың күпселеге тарала һәм һарай революцион һалдаттар һәм матростар менән яулап алына. 2 сәғәт 10 минутта Антонов-Овсеенко В. А. тарафынан ҡулға алынған Ваҡытлы хөкүмәт министрҙары Петропавловск нығытмаһына килтерелә. Юлда, Троицкий күпере янында, министрҙарҙы уратып алған бер өйөр кеше уларҙың «баштарын өҙөп, Неваға ташлауҙы» талап итә.

Беренсе ултырыш ике өлөшкә бүленә:

— Съезд президиумы һайланғанға тиклем — большевиктарҙың ихтилалына ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдергән урталыҡты тотҡан социалистик партияларҙан тора;

— Съезд президиумы большевиктарҙан һәм һул эсерҙарҙан һайланғандан һәм съезды меньшевиктар, уң эсерҙарҙың вәкилдәре һәм Бунд вәкилдәренең ташлап сығыуынан һуң Съезд етәкселеге тулыһынса большевиктарға күсә.

Съезд ултырышын асыу бик ҡаты сәйәси көрәш менән оҙатыла, большевиктар позицияһын иң һәләтле оратор булараҡ Троцкий сағылдыра. Крәҫтиән советтары һәм армияның бөтә кимәлдәге һалдаттар комитеттары съезда ҡатшашыуҙан баш тарта. Меньшевиктар һәм эсерҙар большевиктарҙың сығышын «законһыҙ түңкәрелеш» тип таныйҙар. Большевиктарҙың оппоненттары уларҙы съезд делегаттарын һайлаған саҡта бик күп мутлыҡтарҙа ғәйепләне. 25 октябрҙә Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитетының (ВЦИК-тың) иҫке составы шулай уҡ большевиктарҙы ғәйепләй:

Центральный исполнительный комитет считает II съезд несостоявшимся и рассматривает его как частное совещание делегатов-большевиков. Решения этого съезда, как незаконные, Центральный исполнительный комитет объявляет необязательными для местных Советов и всех армейских комитетов. Центральный исполнительный комитет призывает Советы и армейские организации сплотиться вокруг него для защиты революции. Центральный исполнительный комитет созовёт новый съезд Советов, как только создадутся условия для правильного его созыва.

Меньшевиктар партияһының үҙәк комитеты Октябрь сығышын «большевиктар тарафынан хәрби заговор аша власты яулау» тип исемләп ғәйепләй. Меньшевик Ю. Мартов килеп сыҡҡан хәлдең ике мәғәнәлелеген билдәләп үтә: бер яҡтан, ҡораллы һалдат ихтилалы аша булдырылған власть ил һәм демократия итеп танылмаясаҡ, икенсе яҡтан, большевиктарҙы ҡорал көсө менән еңһәләр, барыһын да баҫтырған ниндәйҙер өсөнсө көс еңеүсе булыуы ихтимал[1]. Меньшевик М. Либер 30 ноябрҙә меньшевиктарҙың сираттан тыш үткән съезында власты тотоп ҡалыуы тик большевиктар ысулы менән генә мөмкин ине, тип белдерә.

Эсерҙарҙың да реакцияһы үтә ҡәтғи була. Мәҫәлән, эсерҙар партияһының үҙәк матбуғат органы булған «Дело народа» гәзите, «беҙҙең бурыс — эшсе синыфтың хыянатсыларын фашлау. Беҙҙең бурыс — бөтә көстө йыйып, революция эшен яҡлау» тип белдерә һәм большевиктарҙың сығышын ғәйепләй.

Предпарламент үҙенең аҙаҡҡы мөрәжәғәтендә яңы власты «халыҡтың һәм революцияның дошманы» тип исемләй һәм большевиктарҙы Ваҡытлы хөкүмәттең министрҙарын, шулай уҡ социалист министрҙарҙы ҡулға алыуҙа ғәйепләй.

Съезд президиумы большевиктарҙан һәм һул эсерҙарҙан һайланғандан һуң бер нисә урталыҡты тотоусы социалистик партиялары (меньшевиктар, уң эсерҙар, Бунд делегаттары) большевиктар ихтилалына ризаһыҙлыҡ белдереп, Съезды ташлап сыға һәм уның эшенә бойкот яһай. Улар Петроград Ҡала думаһына күсәләр һәм «Ватанды һәм революцияны яҡлау комитеты»н булдыралар (29 октябргә тиклем ғәмәлдә була).

Үҙ сиратында, Троцкий II съездың беренсе ултырышында «халыҡ массаларының ихтилалы аҡлауға мохтаж түгел; килеп сыҡҡан хәл заговор түгел, ә ихтилал. Беҙ Петроград эшселәренең һәм һалдаттарының революцион энергияһын сыныҡтырҙыҡ, беҙ асыҡ-асыҡтан массаларҙың ихтыярын заговорға түгел, ихтилалға йүнәлттек» тип белдерҙе.

26 октябрҙә съездың беренсе ултырышында 2 сәғәт 40 минуттан алып 3 сәғәт 10 минутҡа тиклем тәнәфес була.

Төнгө 3 сәғәт 10 минутта Каменев Ҡышҡы һарайҙың ҡолатылыуы һәм Ваҡытлы хөкүмәттең министрҙарын ҡулға алыу тураһында иғлан итә. Съезд «Эшселәргә, һалдаттарға һәм крәҫтиәндәргә» мөрәжәғәтен ҡабул итә, мөрәжәғәттә «Ваҡытлы хөкүмәт власть башынан төшөрөлдө»; «…Съезд власты үҙ ҡулдарына ала»; «Урындарҙа бөтә власть эшселәр, һалдаттар һәм крәҫтиәндәр Советтарына күсә…» тип белдерелә.

Яҙмыш ҡушыуы буйынса, тап ихтилалға ҡаршы сығыш яһаған Л. Б. Каменевҡа Советтар съезы делегаттарына ихтилалдың еңеүе тураһында иғлан итергә тура килә. РСДРП(б)-ның Үҙәк комитеты ултырышында Каменев, «ахмаҡлыҡ эшләп, власты ҡулға алғас, министрлыҡ булдырыр кәрәк» тип әйтеп үтә[2].

26 октябрҙең иртәнге сәғәт 6-ла съезд үҙенең беренсе ултырышын тамамлай.

Съездың икенсе ултырышы 26 октябрҙең 21 сәғәттән 27 октябрҙең 5 сәғәт 15 минутҡа тиклем бара:

Икенсе ултырышта оҙайлы алҡыштар менән ҡаршы алынған Ленин съезға Тыныслыҡ тураһында декретты һәм Ер тураһында декретты уҡып ишеттерә. Артабан Ленин съезға ВЦИК-тың элекке составын таратып, уның урынына яңы состав һайларға һәм ваҡытлы эшсе-крәҫтиән хөкүмәтен — Халыҡ Комиссарҙары Советын булдырырға тәҡдим итә. Съезд бер-бер артлы тәҡдим ителгән декреттарҙы ҡабул итә (26 октябрҙең 22 сәғәт 30 минут тирәһе һәм 27 октябрҙең төнгө сәғәт 2-лә) Тыныслыҡ тураһында декретта барлыҡ һуғышта ҡатнашҡан халыҡтарға һәм уларҙың хөкүмәттәренә бер ниндәй аннексияһыҙ һәм контрибуцияһыҙ «кисекмәҫтән ғәҙел демократик солох тураһында һөйләшеүҙәр башларға» тигән өндәүҙәр була.

Ер тураһында декретында бөтә ерҙе национализациялау (хосуси милекте дәүләт ҡарамағына алыу) һәм уны бөтә халыҡ байлығына әүрелдереү; алпауыттар имениеларын конфискациялау һәм уларҙы ер комитеттары һәм крәҫтиән депутаттарының өйәҙ советтары ҡарамағына тапшырыу; ерҙе крәҫтиәндәргә тигеҙләштереү принциптарында файҙаланыуға биреү (хеҙмәт йәки ҡулланыу нормалары буйынса); ялланма хеҙмәтте ҡәтғи тыйыу пункттары була.

Советтарҙың II Съезы ваҡытлы эшсе һәм крәҫтиән хөкүмәтен раҫлай һәм ойоштора — Халыҡ Комиссарҙары Советы[3], Советты В. И. Ленин етәкләй, һул эсерҙар Советҡа инеүҙән баш тартыу сәбәпле уның составына тик большевиктар ғына инә. Троцкий — сит ил эштәре буйынса нарком, милләттәр буйынса рәйес итеп Сталин тәғәйенләнә. Тимер юлдары буйынса нарком посы ваҡытлыса билдәләнмәй ҡала.

Советтарҙың II Съезының икенсе ултырышында һул эсер Борис Камков, һул эсерҙар меньшевиктар һәм уң эсерҙар артынан съезды ташлап китергә йыйынмауын белдерә, әммә «крәҫтиәндәр большевиктар менән түгел, ә крәҫтиәндәр — революцияның пехотаһы, унһыҙ революция үлемгә дусар була» тип билдәләп үтә.

Съезд ҡабул иткән «Халыҡ Комиссарҙары Советын булдырыу тураһында» Декретына ярашлы, Совнарком Учредителдәр йыйылышына тиклем булдырыла, яңы хөкүмәт Советтар Съезы һәм уның даими органы — ВЦИК-тың ҡарамағында булыуы раҫлана[4].

Яңы ЦИК-тың (йышыраҡ ВЦИК аббревиатураһы ҡулланыла) 101 ағзаһы араһында 62 большевик һәм 29 һул эсер, 6 берләштерелгән социал-демократ интернационалистары, 3 украин социалисы һәм 1 эсер-максималисы була[5]. ВЦИК-тың рәйесе итеп Л. Б. Каменев тәғәйенләнә. 27 октябрҙә (9 ноябрҙә) Съезд урындағы Советтарға «ВЦИК-тың яңы составы эргәһендә тупланырға» өндәмәһе менән мөрәжәғәт итә, элекке ВЦИК составы (эсерҙар һәм меньшевиктар) комиссарҙары вәкәләттәре армияла һәм урындарҙа туҡтатылған тип иғлан ителәи[6].

27 октябрҙә 5сәғәт 15 минутта икенсе ултырыш тамамлана һәм Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының II Бөтә Рәсәй съезы ябыла.

1917 йылдың 27 октябрендә (9 ноябрендә) Ваҡытлы хөкүмәттең ҡулға алынған бөтә социалист министрҙары азат ителәләр. Уларҙың ҡайһы берҙәре большевиктарға ҡаршы эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай; мәҫәлән, аҙыҡ-түлек министры С. Н. Прокопович 25 октябрҙә үк азат ителә һәм шундуҡ большевиктарға ҡаршы булған «Ватанды һәм революцияны яҡлау комитеты» составына инә һәм Петроград ҡала думаһы депутаттарының ризаһыҙлыҡ демонстрацияһын етәкләй, уның төп ойоштороусыларының береһе була.

Ҡабул ителгән документтар

үҙгәртергә

Съезда ҡабул ителгән документтар (декреттар, ҡарарҙар һәм башҡа документтар), даталары һәм и цитаталары менән[7]:

  • Рабочим, солдатам и крестьянам! (1917 йылдың 26 октябрендә беренсе ултырышта иртәнге сәғәт 5-тә ҡабул ителә  ; «Бөтә фронттарҙа кисектергеһеҙ ваҡытлы килешеү төҙөү», «Урындарҙа бөтә власть Эшсе, Һалдат һәм Крәҫтиән депутаттары Советтарына», «Йәшәһен революция!»)
  • Отмена смертной казни (икенсе ултырышта киске сәғәт 9-ҙа ҡабул ителә; «фронтта»)
  • Всем губернским и уездным советам рабочих, крестьянских, солдатских и крестьянских депутатов (икенсе ултырышта киске сәғәт 10-сыла ҡабул ителә; «Бөгөндән алып бөтә власть советтарҙыҡы», «бөтә ҡулға алынған ер комитеттары ағзалары азат ителә»)
  • От Всероссийского Съезда Советов (икенсе ултырышта киске сәғәт 10-сыла ҡабул ителә; «Керенскийҙы кисектергеһеҙ ҡулға алыу өсөн саралар»)
  • Декрет о мире (икенсе ултырышта киске сәғәт 11-селә ҡабул ителә;)
  • Декрет о земле (икенсе ултырышта 26-нан 27-се октябргә ҡараған төндә сәғәт 2-лә ҡабул ителә)
  • Резолюция о погромном движении (икенсе ултырышта 26-нан 27-се октябргә ҡараған төндә сәғәт 2-селә ҡабул ителә; ниндәй ҙә булһа погромдарҙы булдырмау тураһында)
  • Совет народных комиссаров (икенсе ултырышта 27 октябрҙә иртәнге сәғәт 5-тә ҡабул ителә; «ил менән идара итеү өсөн булдырыу»)
  • К фронту («армияла революцион комитеттарын ойоштороу тураһында») (ҡарар ике ултырыш араһында ҡабул ителгәндер, моғайын)
  • Братья-казаки! (ваҡыты билдәһеҙ; казактарҙың бөтә Рәсәй һалдаттары, эшселәре һәм крәҫтиәндәре менән союзы тураһында)
  • Ко всем железнодорожникам (ваҡыты билдәһеҙ; «тимер юлдарҙа тәртип һаҡлау саралары»)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ненароков А. П. Политические партии России: история и современность. Глава XV. Политическое поражение меньшевиков (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 26 ғинуар 2011. Архивировано 2 июнь 2012 года.
  2. Владлен Логинов, [1]
  3. № 1. Декрет II Всероссийского Съезда Советов Рабочих, Солдатских и Крестьянских Депутатов. Об учреждении Совета Народных Комиссаров. | Проект «Исторические Материалы». istmat.info. Дата обращения: 7 ғинуар 2018. 2018 йыл 7 ғинуар архивланған.
  4. Декрет об образовании Совнаркома
  5. ВЦИК Советов (РСФСР) // Великая Октябрьская Социалистическая революция. : Энциклопедия. М.,. — 1987.. — С. С. 110..
  6. Декреты Советской власти. Электронная библиотека исторического факультета МГУ
  7. Съезды Советов РСФСР в постановлениях и резолюциях. / Ред. академик А. Я. Вышинский. — Москва: Ведомости Верховного Совета РСФСР, 1939. — С. 17—28.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Всероссийские съезды Советов