AliExpress

глобаль сауҙа майҙансығы, Ҡытай етештереүселәренең тауарҙарын һатыу майҙансығы

AliExpress — глобаль сауҙа майҙансығы, сит ил һатып алыусыларына ҠХР етештереүселәренең тауарҙарын һатып алыу мөмкинлеген бирә. Alexa версияһы буйынса, сайт донъяла иң күп инелгән веб-ресурстар араһында 47-се урынды биләй[2], әммә шуның менән бергә ул Викимедия Фонды проекттарының глобаль спам-исемлегенә индерелгән. Майҙансыҡта тауарҙар ваҡлап һәм ваҡ күмәртә менән һатыла. Тауарҙар тураһында мәғлүмәт автоматик рәүештә төрлө телдәргә тәржемә ителә. Сервистың үҙенсәлеге шунда: һатыусы аҡсаны һатып алыусыға тауар барып еткәс кенә ала.

AliExpress
Тармаҡ электронная коммерция[d]
Логотип
Дәүләт  Ҡытай
Хужаһы Alibaba Group
Баш компания (ойошма, предприятие) Alibaba Group
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Ханчжоу[d], Ҡытай
Таратыусы Google Play[d] һәм App Store[d]
Рәсми сайт aliexpress.com/index.html
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 69 182 һәм 56 800 ± 99[1]
 AliExpress Викимилектә

AliExpress 2010 йылда эш башлай[3]. Тәүҙә был майҙансыҡ һатыу һәм һатып алыуҙар өсөн В2В өлкәһендә эшләй. Шунан һуң портал B2C, C2C, болот хисаплауҙары һәм түләү сервистарына тиклем киңәйә. Әле AliExpress инглиз, испан, голланд, француз, итальян, поляк, португал һәм урыҫ телдәрендә эшләй. Ниндәй илдә булыуына ҡарамаҫтан, клиенттар сайттың инглиз версияһында ошо телдәргә автоматик тәржемә аша хеҙмәтләндерелә.

Донъяла беренсе оффлайн шоу-рум AliExpress 2016 йылдың сентябрендә Мәскәүҙә асыла[4].

AliExpress бөгөн

үҙгәртергә

AliExpress — донъялағы иң популяр интернет-сайттарҙың береһе. Ресурс Ҡытай тауарҙарын сит илдәргә һатыуға тәғәйенләнгән. Alexa мәғлүмәттәре буйынса, сайтҡа инеүселәрҙең 21,8 проценты — Рәсәйҙән. Артабан инеүселәр һаны буйынса: Испания — 4,6 %, Бразилия — 4,5 %, АҠШ — 4,3 %, Польша — 3,2 %[5].

Милекселәре һәм етәкселәре

үҙгәртергә

Alibaba Group компанияһына ҡарай, был компанияға, AliExpress’тан тыш, Ҡытайҙың Alibabа.com, Taobao.com һәм башҡа популяр ресурстары ла инә.

AliExpress Рәсәйҙә

үҙгәртергә

TNS мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың ғинуарында AliExpress Рәсәйҙә иң популяр интернет-магазин була. Уның аудиторияһы 22,194 миллион кеше тәшкил итә[6].

AliExpress, башҡа сит ил интернет-магазиндары менән бер рәттән, Рәсәйҙең шундай уҡ йә оҡшаш тауарҙар менән, әммә ҙурыраҡ сығымдар күреп һәм юғарыраҡ өҫтәмәләр ҡуйып сауҙа иткән майҙансыҡтарына етди конкуренция хасил итә. Өҫтәүенә, һуңғы ваҡытҡа тиклем сит ил майҙансыҡтары Рәсәй һалымдарын һәм пошлиналарын түләмәй, һөҙөмтәлә, ил эсендәге көнәркәштәре алдында ҙур коммерция өҫтөнлөгөнә эйә була[7].

Ил эсендәге көнәркәштәре менән сағыштырғанда AliExpress тауарҙы адресатҡа еткереү йәһәтенән генә ҡалыша, әммә Рәсәйҙә ҡайһы бер тауарҙарҙы илтеү мөҙҙәтен бер-ике көнгә тиклем ҡыҫҡартҡан инфраструктура барлыҡҡа килгән һәм был мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән отошло сара булып тора[8].

«Яндекс» «Рәсәй Һаҡлыҡ банкы» менән AliExpress араһында сик-ара сауҙа өсөн уртаҡ предприятие асыу мөмкинлеген ышаныслы түгел тип һанай[9].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Интерфейс программирования приложения YouTube
  2. The top 500 sites on the web 2015 йыл 2 март архивланған.
  3. Our Businesses
  4. Посмотреть и потрогать: открытие первого в мире шоурума AliExpress в Москве
  5. Traffic Statistics 2018 йыл 27 апрель архивланған.
  6. Рынок интернет-торговли в России. Результаты 2016 2018 йыл 17 апрель архивланған.
  7. AliExpress — глобальный сервис по продаже товаров из Китая
  8. Доставка завтрашнего дня.
  9. «Яндекс» назвал риском для себя сотрудничество Сбербанка и AliExpress