В2В

бизнестың бизнесты хеҙмәтләндереүе

«Бизнес бизнес өсөн» («B2B») (ингл. «business-to-business» — рус. «бизнес для бизнеса», ҡыҫҡаса — «би ту би») — эш итешеүсе субъекттарҙың мәғлүмәти һәм иҡтисади мөнәсәбәтләшеү төрө, был осраҡта — ҡәҙимге һуңғы ҡулланыусыға түгел, ә компанияларға, йәғни башҡа бизнесҡа, эшләгән юридик шәхестәртәр күҙҙә тотола.

В2В
Ҡыҫҡаса атамаһы B2B
Ҡатнашыусылар изготовитель[d] һәм бизнес
 В2В Викимилектә

Тасуирлама

үҙгәртергә

Көнбайыш илдәрендә «В2В» термины аҫтында ғәҙәттә бер компанияларҙың икенсе компанияларҙы оҙатыусы хеҙмәттәр, өҫтәмә ҡорамалдар, етештереү өсөн кәрәкле тауарҙар (етештереү саралары), профессиональ файҙаланыу тауарҙары һ. б. менән тәьмин итеүе аңлана.

«B2B» теминына «FMCG» (ингл. «Fast moving consumer goods», көндәлек ҡулланыу тауарҙары), йәғни һуңғы ҡулланыусыға йүнәлгәнлек, ҡаршы ҡуйыла. Мәҫәлән, көндәлек ҡулланыу тауарҙары етештереүсе компания менән һөйләшеүҙәр алып барыу, ул юридик шәхес булһа ла, «FMCG» өлкәһенә ҡарай.

B2B системаһында электрон коммерция

үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡытта B2B системаһында электрон коммерция инструменттарын ҡулланыу киң таралыу алды.

B2B майҙансығы продукция поставкалаусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы үҙәк портал базаһында берҙәм системаға бәйләп, улар өсөн ҡулай шарттар тыуҙыра. Сауҙа майҙансығы тибына бәйле, уның уңышлы эш өсөн мөһим яҡтарын күҙҙә тотоу мөһим:

  1. яңы ҡатнашыусылар өсөн инеү еңеллеге;
  2. киң күләмле һәм ышаныслы платформа (яңы ҡатнашыусылар инеүе йә башҡа сәбәптәр майҙансыҡтың көйлө эшен боҙорға тейеш түгел);
  3. мәғлүмәткә идара итеү (сифатлы мәғлүмәт ҡулланыу, уның ваҡытында яңыртылып тороуы);
  4. интеграция мөмкинлектәре (уңайлы булһын өсөн майҙансыҡ электрон коммерцияның бөтә төрҙәрен солғарға тейеш);
  5. хәүефһеҙлек тәьмин ителеүе;
  6. аналитика;
  7. өҫтәмә сервистар (мәҫәлән, аукциондар йәки башҡа төрлө финанс хеҙмәттәре).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә