1906 йылға 1907 йылдың яуабы
1906 йылға 1907 йылдың яуабы — Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 9-сы кластың Башҡорт әҙәбиәте дәресе программаһына индерелгән. 1906 йылда яҙылған[1].
1906 йылға 1907 йылдың яуабы | |
Атамаһы | 1906 йылға 1907 йылдың яуабы |
---|---|
Жанр | шиғыр[d] |
Автор | Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1906 |
Мәжит Ғафуриҙың Октябрь инҡилабына тиклемге ижады
үҙгәртергә1905 йылда тоҡанған беренсе урыҫ инҡилабы осоронда Мәжит Ғафури Ҡазан ҡалаһындағы «Мөхәммәҙиә» мәҙрәсәһендә уҡып йөрөгән була. 1906 йылдың көҙөндә, революцион хәрәкәт көсәйгән дәүерҙә, Мәжит Ғафури «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итеү маҡсатында Өфөгә ҡайта.
Әлбиттә, 1905—1907 йылдарҙағы беренсе урыҫ инҡилабы тәьҫирендә Мәжит Ғафури ижады әүҙемләшә, хәл иткес эволюция этабын үтә. Уның ошо осорҙа яҙылған әҫәрҙәрендә инҡилап ҙур үҙгәрештәр һәм иркенлек вәғәҙә итеүсе яңы заман булып кәүҙәләнә. Ғафури синыфтар көрәшендә ҡатнашҡан инҡилап көстәренең нисбәтен шәйләп еткермәй, шулай ҙа халыҡҡа хас һиҙемләү аша етди бәрелештәр дәүере килгәнен аңлай һәм еңеү-еңелеү мәсьәләһе тиҙ көндә хәл ителергә тейешлегенә лә төшөнә. Ғафуриҙың мәғрифәтселек идеялары революцион-демократик ҡараштарға әйләнә бара. Шағирҙың тормошҡа ҡарашындағы үҙгәрештәр «1906 йылдан 1907 йылға васыят» һәм «1906 йылға 1907 йылдың яуабы» исемле билдәле шиғырҙарында айырыуса асыҡ сағыла. Батшалыҡты ул ауҙарылырға тейешле «ҙур ағас» менән сағыштыра, ә "ҙур кеше"гә батырырбыҙ тешебеҙҙе" тигән юлдар батшаны тәхеттән төшөрөү кәрәклегенә ишаралай. Шағир хеҙмәтсәндәрҙе донъяны үҙгәртеп ҡорорға саҡыра: «…донъяға кейҙерербеҙ башҡа күлдәк». 1911 йылда Өфө һәм Ҡазан ҡалалары жандарм идаралыҡтары «1906 йылдан 1907 йылға васыят» шиғырында әйтелгән «енәйәтсел» фекерҙәре өсөн Ғафуриҙы полиция күҙәтеүе аҫтына ала[2].
«1906 йылға 1907 йылдың яуабы» шиғыры
үҙгәртергә«1906 йылға 1907 йылдың яуабы» шиғыры беренсе тапҡыр 1907 йылда «Милләт мөхәббәте» йыйынтығында баҫыла. Икенсе тапҡыр ул 1911 йылда Өфөлә шул уҡ исемдәге йыйынтыҡтың икенсе баҫмаһында донъя күрә. Мәжит Ғафуриҙың 1930-сы йылдарҙағы китаптарына индерелмәгән. Ә 1950 йылғы "Һайланма әҫәрҙәр"ендә ул «Етенсе йылдың яуабы» тигән исем менән 14-се биттә баҫтырылған.
Текста күп нөктәләр менән билдәләнгән бер юл (6-сы строфаның һуңғы юлы) һәм әҫәрҙең аҙағынан 3-сө строфалағы нөктәле ярты юл, А. Еникеев менән А. Ҡудаш раҫлауынса, «… батша цензураһы тарафынан төшөрөлгән, хәҙергә табылғаны юҡ». Әммә бер сығанаҡта ла был нөктәләр урынында ниндәйҙер һүҙҙәрҙең булыу-булмауын раҫлаған мәғлүмәттәр юҡ.
Иреште сәләмәегеҙ беҙ фәҡиргә, —
|
Башҡа булыр беҙ етенсе йылдың эше
|
Бәлиғ булған балаларҙы булмаҫ алдап,
|
Төп фекере һәм художество алымдары
үҙгәртергәБеренсе урыҫ инҡилабы йылдарында шағир поэзияһында реализм методы асығыраҡ сағылды. Был осорҙа Ғафури үҙ заманының киҫкен ҡаршылыҡтарын, синфи тигеҙһеҙлекте ҡаты тәнҡитләгән «Баҙарға сыҡтым» (1907) шиғырын да ижад итте. 1905—1907 йылдарҙағы шиғриәтендә Ғафури замандың ижтимағи-сәйәси ваҡиғалары менән бәйле көн ҡаҙағына тап килгән публицистик характерлы шиғырҙар ижад итте. Был шиғырҙар Мәжит Ғафуриҙың башланғыс ижадына хас булған мәғрифәтселек идеяларының яңы шарттарҙа дауамы булараҡ тыуҙы. Шул уҡ ваҡытта традицион алымдарға яңы заман билдәләрен — үткәнгә, иҙеүсе синыфҡа тәнҡит күҙлегенән ҡарауҙы, кинәйәле-аллегорик образдар, яңыса параллелдәр өҫтәлде. Шағир ижадында яңы ысынбарлыҡ сағылышы булған новаторлыҡ барлыҡҡа килде[3].
«Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы
үҙгәртергә2020 йылда, шағирҙың 140 йәшен билдәләгән көндәрҙә, Башҡортостан мәҙәниәт минстрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Мәжит Ғафуриҙың халыҡ-ара йәмәғәт фонды «Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы иғлан итте. Шиғри флешмобта күп кеше ҡатнашты һәм башҡорт халыҡ шағирына булған ихтирамын күрһәтте[4].
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б. Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (128—130, 441—442 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
- Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
- История башкирской литературы. Т. 1. Уфа: Китап, 2014.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б. Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.
- ↑ Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (128—130, 441—442 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
- ↑ Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
- ↑ Флешмоб «Поэты читают поэта» к 140-летию Мажита Гафури