1874 йылғы башҡорт сыуалышы

1874 йылғы башҡорт сыуалышы — 1874 йылдың апрель-июнендә Уҫы өйәҙе башҡорттары тарафынан күтәрелгән бола.

Сәбәптәре үҙгәртергә

1860-сы йылдарындағы реформалар башҡорттарҙың хәлен ҡырҡа үҙгәрткән, сөнки Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы бөтөрөлә. 1863 йылдың 14 майындағы закон буйынса башҡорттарҙы ябай ауыл халҡына тиңләйҙәр һәм өйәҙ һәм губерна учреждениеларына буйһондоралар.

1874 йылдың ғинуарында император Александр II «Дөйөм хәрби бурыс индереү тураһында» манифесына ҡул ҡуя һәм «Хәрби бурыс тураһында» яңы уставын раҫлай. Яңы закон буйынса армияға ҡатламға ҡарамайынса 21 йәше тулған бөтә ир-егеттәрҙе саҡыралар. Ғәмәлдәге хәрби хеҙмәттең түбәндәге сроктары билдәләнә: ҡоро ер ғәскәрҙәрендә — 6 йыл, флотта 7 йыл. Был указ буйынса башҡорттар Рәсәй империяһы Ҡораллы көстәренең ғәскәри казак халҡы составынан тулыһынса сығарыла, уларҙы дөйөм нигеҙҙә хәрби хеҙмәткә йәлеп итәләр.

Сыуалыш барышы үҙгәртергә

1874 йылдың апрелендә Уҫы өйәҙенең башҡорт ауылдарында саҡырыу исемлеге иғлан ителә башлай. Улар урындағы муллалар биргән һәм ауыл старосталарының мисәте менән раҫланған метрик яҙмалар нигеҙендә төҙөлгән. Был халыҡтың ҡәнәғәтһеҙлеген тыуҙыра, һөҙөмтәлә сыуалыш була.

4 апрелдә Сәрәш улусы йыйылышында башҡорттар яңы хәрби устав буйынса хәрби хеҙмәткә ебәрергә ҡаршы сыға. Йыйылыш барышында Барҙы ауылынан Минһажетдин Шәмсетдинов уставтың ялған булыуын белдерә һәм батшаға барып был мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итәсәген хәбәр итә. Бола башҡа ауылдарға ла тарала, ҡайһы бер активистар ауылдар буйлап йөрөп, башҡорттарҙы яңы хәрби уставҡа буйһонмаҫҡа саҡыра. Минһажетдин Шәмсетдинов метрик исемлектәрҙе биргән муллаларҙы ла вазифаларынан бушатырға тәҡдим иткән.

11 апрелдә Аҡбаш ауылы башҡорттары яңы устав буйынса хәрби йөкләмәләрҙе үтәргә баш тарта һәм урындағы чиновниктарҙы ҡыуған. Барҙы улусында, Ҡыҙылъяр, Ыҫҡыр һәм Тонтортүз ауылдарында ошо хәл ҡабатлана. Шулай итеп сыуалышҡа Уҫы өйәҙе 12-се кантонына ҡараған барлыҡ тиерлек башҡорт ауылдары ҡушыла.

Ошоға бәйле Пермь губернаһы губернаторы H. Е. Андриевский хәрби команда менән Уҫы өйәҙенә килә һәм 15 июндә Төнгәк ауылында йыйылыш уҙғара, әммә башҡорттар йәнә яңы уставҡа ҡаршы сығыш яһай. Һөҙөмтәлә сыуалышта әүҙем ҡатнашыусылар ҡулға алына һәм Уҫы төрмәһенә ябыла.

Һөҙөмтәһе үҙгәртергә

Урындағы властар, тау заводы халҡының һәм дәүләт крәҫтиәндәренең сыуалыштары менән ҡушылып китеүе ихтимал булған әүҙемерәк сығыштарҙан ҡурҡып, башҡорт сыуалыштарында ҡатнашыусыларҙы аяуһыҙ репрессияларға дусар итергә теләмәй. Һөҙөмтәлә 31 августа Минһажетдин Шәмсетдинов «төп боласы» тип таныла һәм Себергә һөргөнгә ебәрелә. Уҫы төрмәһендә тотолған Г. Мөхәмәтов-Көсөкбаев, X. Ғилметдинов (Аҡбаш ауылы), Т. Ғәбитов, Г. Ғабдулнафиҡов, М. Абдулхәйеров, М. Хәйруллин, М. Абдулхарисов (Төнгәк ауылы) һәм Н. Ғәбдүшев (Ҡыҙылъяр ауылы) тағы дүрт айға иркенән мәхрүм ителә. Тағы 11 кеше ете көнгә улус идаралығында тотола.

3 августа башҡорт сыуалаштарында ҡатнашҡан муллалар һәм ахун Монасипов (Бисер ауылы) вазифаларынан бушатылған.

Башҡорттар яңы хәрби бурысҡа ҡаршы сығып, хөкүмәттең милли-колониаль сәйәсәтенә ҡаршы протест белдерә. Яңы хәрби уставҡа ҡаршы был сыуалыштар локаль, сәйәси яҡтан әҙерлекһеҙ, дөрөҫ етәкселеккә эйә булмаған, шуға күрә улар маҡсатына өлгәшмәгән.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башкиры-гайнинцы: история и современность. — Уфа: Китап, 2012. — 264 с. ISBN 978-5-295-05131-9.
  • Горовой Ф. С. Волнения башкир Осинского уезда в 1874 году // На Западном Урале. Сборник Вып. 6. — Пермь, Кн. изд-во 1974. — 328 с.
  • История башкирских родов. Гайна. Том 11 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, А. Р. Махмудов, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — с. 696. ISBN 978-5-85051-641-3.
  • Очерки по истории Башкирской АССР. T. 1, ч. 2. — Уфа, 1959.