Өҫән бағаналары
Өҫән бағаналары (рус. Усеньские столбы) — Башҡортостан Республикаһы Туймазы районындағы геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Өҫән йылғаһы үҙәне буйында һуҙылған арҡа битендә урынлашҡан — уларҙы Оло Нөгөш йылғаһы тамағынан алып Әйтәктамаҡ ауылы тирәһенең уйпатлыҡтарына тиклем күрергә мөмкин[1].
Өҫән бағаналары | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Туймазы районы |
Урын | Башҡортостан Республикаhы |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәЕл йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килгән рельефы формаһы хикмәтле һәм төрлө-төрлө. Өҫән бағаналарының киңлеге 20 м, ә бейеклеге — 9 м. Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығындағы күп кенә ҡомташ ҡаялар йөҙәр һәм меңәр йылдар эсендә бик ғәҙәти булмаған формалар ала. Был Ҡыҙылташ ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан ҡаялар миҫалында күренә.
Өҫән бағаналары ҡая һәм бүленгән ҡая таштарынан һәм ҙур ҡом ҡиҫәктәренән ғибәрәт. Ҡомташ ҡаяларҙың ярыҡтары күп, уларҙа уйымдар һәм ҙур булмаған эол мәмерйәләр күп. Арҡа түбәһендә ятҡан асыҡ-һоро ҡомташ киҫәге иғтибарға лайыҡ, уның оҙонлоғо 15 м һәм бейеклеге 7 м. Унан Өҫән үҙәненә матур күренеш асыла.
Ҡая-бағаналар геологик һәм яҡтың иҫтәлекле урыны булып тора. Айырым Өҫән «бағаналары» ҙур булмаған мәмерйәләргә эйә. Арҡаның абсолют бейеклеге 220 м тәшкил итә, Ҡыҙылташ ауылы тирәһендә ул 107 м тиклем күтәрелә. Уларҙың иң ҙуры Ҡыҙылташ ауылы эргәһендә урынлашҡан. Уның тәрәнлеге 4 м, киңлеге 2,5 м тәшкил итә.
Өҫән бағаналары ҙур эстетик әһәмиәткә эйә һәм тәбиғәттең геологик ҡомартҡыһы булып тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Усеньские столбы(недоступная ссылка)