Өҙөк  ―урыҫ яҙыусыһы А. П. Чеховтың хикәйәһе, 1892 йылда яҙылған[1].

Өҙөк
Сәнғәт формаһы хикәйә
Жанр хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1892
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Баҫма үҙгәртергә

Тәүге тапҡыр «Өҙөк» хикәйәһе «Осколки» журналының 16 -cы һанында 1892 йылдың 18 апрелендә «Талаҡһыҙ кеше (Человек без селезенки)» тәхәллүсе аҫтында баҫылып сыға.

1892 йылдың 31 мартында яҙған хатында А. П. Чехов «Осколки» журналының нәшерсеһе Н. А. Лейкинға үҙ имениеһы булған Мелиховонан былай тип яҙа : «Тәбиғәт ҡосағында мин борон булғандарҙы иҫкә төшөрҙөм дә хикәйә менән ҡалдыҡ-боҫтоҡ ике бәләкәй генә әйбер яҙҙым. Яҙҙым да өҫтәл эсенә ташланым. Әҙерәк һушыма килгәс, тағы бер нисә әйбер яҙып, барыһын да бергә һеҙгә тулайым ебәрермен». Был өс әйбер «Өҙөк (Отрывок)», «Ҡарт педагогтың күңел дәфтәренән (Из записной книжки старого педагога» һәм «Бер һатыу предприятияһының тарихы (История одного торгового передприятия» була. Чехов Мелиховоға шул йылдың 4 мартында күсеп килә, тимәк, был юморескалар был көндән алда яҙылмаған булырға тейеш.

7 апрелдә барлыҡ өс хикәйә лә яҙыусы тарафынан «Осколки» журналына ебәрелә. Н. А. Лейкин Чеховҡа 12 апрелдә: «Хикәйә лә һәм теге ике әйбер ҙә бик матурҙар. Әлбиттә мин уларҙы өс һанға, биҙәп торһондар өсөн, таратып индерәсәкмен»,-тип яҙа. Чехов менән бер нисә йылдар буйына бик әүҙем хат яҙышыусы прозаик В. В. Билибин Н. М. Ежовҡа 1892 йылдың 16 апрелендә: «Лейкин Чеховтың хикәйәләрен бик маҡтаны», - тип яҙа[1].

Сюжет үҙгәртергә

Марфа Евлампиевнаның трактирында туҡтаған һөйләүсенең күҙенә вафат булған чиновник, статский кәңәшсеһе Козероговтың күңел дәфтәре сағылып ҡала. Козерогов, отставкаға сыҡҡас, ауыл хужалығы менән шөғөлләнә һәм, Цинциннатҡа оҡшарға тырышып, фәлсәфәүи темаларға һөйләшергә ярата.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 ФЭБ: Долотова и др. Примечания: Чехов. ПСС. Т. 8. — 1977 (текст). feb-web.ru. Дата обращения: 6 июль 2017.