Өҙәңге рус. стре́мя, стремено́ — эйәр монаяты, һыбайлыға атҡа менгәндә һәм һыбай китеп барғанда тотороҡлоғон һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. IV быуатта уйлап сығарылған һәм бөтә донъя буйынса тиҙ генә таралып киткән. Уның барлыҡҡа килеүе һыбайлыларға ҡылыс һәм һөңгө менән иркен файҙаланыу мөмкинлеген тыуҙырған, ә был үҙ сиратында күсәбәләргә хәрби хәрәкәттәр тактикаһын һәм стратегияһын, ҡоралланыуҙы үҙгәртергә булышлыҡ иткән.

Өҙәңге
Рәсем
 Өҙәңге Викимилектә
Өҙәңге
Британия музейындағы өҙәңге һүрәте, б.э.т. 150 йыл тирәһе

Өҙәңге бар донъяға тарала — тимер эшләй белгән халыҡтар унан өҙәңге эшләгән. VI быуатта уҡ византия империяһының кавалерия өҙәңге ҡуллана башлай, был уларға готтарҙы еңелргә мөмкинлек бирә. Уларҙан да алда өҙәңге Иранда һәм Ғәрәп ярымутрауында ҡулланыла башлай. Бөйөк Дала күскенселәре лә үҙ эйәрҙәрен камиллаштыра.

Башҡорт мәҙәниәтендә өҙәңге

үҙгәртергә

Өҙәңге тимерҙән эшләнгән, ҡайһы ваҡыт уға ырып, көмөш ялатылған; ҡайын ороһонан эшләнгән өҙәгеләр ҙә булған — улар йөрәк йәки ситтәре түңәрәкләтеп юнылған өсмөйөш рәүешендә юнылған[1]

Республикала үткәрелгән «Салауат йыйыны» саралары араһында халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүселәр өсөн «Көмөш өҙәңге» тип аталған күргәҙмә-йәрминкә үткәрелеп килә[2],[3].

Йомаҡтар

үҙгәртергә

*Ултырған ерем уй соңҡа,

Баҫҡан ерем бай соңҡа.

  • Ултырғаны — уба,

Баҡҡаны — баҡыр һаба

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә