Шайтан ҡаласығы

Археологик ҡомартҡы
(Өфө I ҡаласығы битенән йүнәлтелде)

Шайтан ҡаласығы (рус. Чёртово городище) — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә эргәһендә урынлашҡан б.э.т. IV—III быуаттарға ҡараған Өфө ҡаласығы I, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһыа[1][2][3]

Шайтан ҡаласығы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Өфө

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Өфө ҡаласығы I — Шайтан ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә «Йәшел сауҡалыҡ» (рус. Зеленая роща) шифаханаһы территорияһында Лысая тауында урынлашҡан.

Табылдыҡтар

үҙгәртергә

Шайтан ҡаласығының 190 м² яҡын ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.

Ҡаласыҡ өс яҡтан текә битләүҙәр, көнбайыш яҡтан 2 ур[4] һәм соҡор менән һаҡланған. Тышҡы урҙың оҙонлоғо 97 м, бейеклеге 5 м тиклем.

Ер өйҙәр һәм яртылаш ер өйҙәр торлаҡ булып хеҙмәт иткән, уларҙың 1—1,5 м әйләнәле таш усаҡтары булған.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ әйберҙәр — соҡорло һыҙаттар менән биҙәлгән, түңәрәк төплөләр, көршәк һымаҡ һауыттар.

Эш ҡоралдары: балсыҡ орсоҡбаштар, таш орлоҡ онтағыстар, яу йәки һунар ҡоралдары: һөйәк уҡ башаҡтары, тимер бысаҡтар табылған.

Яҡында тарихи Өфө ҡәберлеге урынлашҡан, ул Өфө ҡаласығы I менән бер комплекс булараҡ ҡарала.

Шайтан ҡаласығы материалдары Милли музейҙа һәм Дәүләт тарих музейында (Мәскәү) һаҡлана[1].

Асыш тарихы

үҙгәртергә

Шайтан ҡаласығы XVIII быуатта немец һәм рус энциклопедист ғалимы, XVIIIXIX быуаттарҙың тәбиғәтте өйрәнеүсеһе, географы һәм сәйәхәтсеһе П. С. Паллас тарафынан тасуирланған.

1878 йылда Рәсәй империяһы археологы, этнограф, журналист һәм яҙыусы Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнгән Ф. А. Нефёдов тикшергән.

1910—12 йылдарҙа В. В. Гольмстен һәм Д. Н. Эдинг, 1973 йылда Ю. А. Морозов өйрәнгән[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Шайтан ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Иванов В. А., Обыдённов М. Ф. Археология города Уфы. Уфа, 2001.
  • Археологические работы в низовьях Белой: сб. науч. ст. Уфа, 1986
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.