Өс баһадир

(Өс батыр битенән йүнәлтелде)

Өс баһадир — урыҫ былиналарындағы төп өс геройҙың — Илья Муромец, Никитич Добрыни һәм Алеша Поповичтың йыйылма атамаһы.

В. М. Васнецов. «Батырҙар» (һулдан уңға: Добрыня Никитич, Илья Муромец һәм Алеша Попович)

Ҡайһы бер эпостарҙа һәм боронғо хикәйәттәрҙә батырҙар осраша: «Батырҙар заставаһында» («На заставе богатырской») улар Киевҡа инеү юлын һаҡлай. «Добрыня Никитич һәм уның менән бергә Тугарин йылан» («Добрыня Никитич и с ним Тугарин змей») эпосында герой Алёша Попович икенсе юлдан китә, ә һуңынан кире әйләнеп ҡайтҡас, поптарға: «Уны үле килеш күрҙем», — тип алдай һәм юғалған Добрыня Никитичтың ҡатынына өйләнергә маташа. Дөрөҫөрәге, улар юлда быға тиклем бер тапҡыр ҙа осрашмаған. Уларҙы ярты быуат айыра — Добрыня Никитич XI быуатта йәшәгән, Илья Муромец-Печорец — X быуатта, Алёша Попович шул уҡ осорҙа, йәғни воеводанан алдараҡ йәшәгән.

Өс батырҙың да тасуирламаларында үҙенсәлекле архаик реликттар билдәләнә; бөтә был персонаждарҙа уларҙың ҡасандыр стихиялағы хтоник тоҡом менән тығыҙыраҡ бәйләнештәре сағылдырыла. Шуға күрә был өс эпик геройҙы әкиәт триадаһы — Горыня, Дубыня һәм Усыня (рус. Горыня, Дубыня и Усыня) менән сағыштырырға мөмкин[1]. Икенсе яҡтан, өс баһадирҙың тарихи прототиптары (көслө монах Илия Печерский; воевода Добрыня; Ростов баяры Попович, руханиҙың улы) шәхесе билдәле. Бәлки, күп осраҡта замандаштарын таң ҡалдырған билдәле яугирҙар, эпос үҫешкән һайын, тарихилығын юғалтып, боронғо миф геройҙарын алмаштырғандыр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • «Три богатыря (мультипликацион цикл)» — Рәсәй йәнһүрәттәр серияһы, 2004 йылдан сыға башлай[2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Иванов В. В., Топоров В. Н. Горня, Дубыня и Усыня 2014 йыл 18 ғинуар архивланған. // Мифологический словарь / Гл. ред. Мелетинский Елеазар Моисеевич. — М.:Советская энциклопедия, 1990. — 672 с.
  2. Мультфильмдар