Ҡуллама — ит һәм йәшелсәләрҙән әҙерләнгән һурпалы аш.

Ҡуллама

Һурпалар

Авторы
Тыуған иле

Башҡорт аштары

Компоненттар
Төп

йылҡы ите, кишер,һалма

Булыуы мөмкин

һуған, аҡ май

Оҡшаш аҙыҡтар

Өлөш

Бер өлөшкә 160 г һыйыр йәки йылҡы ите, бер баш һуған, бер кишер, 70 г он, бер йомортҡа, һалманы майлау өсөн аҡ май алына.

Эре киҫәкле итте тоҙ, тәмләткестәр ҡушып, аҙ ғына һыуҙа бешерәләр. Бешкән итте 20-30 г. киҫәктәргә шаҡмаҡлап турайҙар.

Туҡмасҡа сөсө ҡамыр баҫалар. Ҡамырҙы 2-3 мм. ҡалынлығында йәйәләр. Бер аҙ кипкәс, 1-1,5 см. киңлегендә шакмаҡлап киҫәләр. Һурпала йәки һыуҙа бешереп алғас, дуршлагта һөҙәләр, бер-береһенә йәбешмәһен өсөн, аҡ май менән майлайҙар.

Ит бешкән һурпала йәки айырам һауыттағы һыуҙа кишер бешерәләр. Уны шаҡмаҡлап йәки түңәрәкләп турайҙар. Табынға биргәндә тәрилкәгә бешкән һалма менән кишер, өҫтөнә ит киҫәктәре һалалар. Ваҡ итеп туралған һуған, һурпа ҡоялар.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Башкирская Кухня