Әһеле Бәйт
Әһеле Бәйт (ғәр. أهل البيت — йорт кешеләре; рус. Ахль аль-Байт) — ислам традицияһында ҡабул ителгән Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғаиләһен (йортон) билдәләү. Исламға тиклемге Ғәрәбстанда хакимлыҡ иткән ғаилә ағзаларын да шулай атағандар.
Әһеле Бәйт | |
ғәр. أَهْلُ الْبَيْتِ | |
Әһеле Бәйт Викимилектә |
Билдәләмәһе
үҙгәртергәСөнниҙәр «Әһеле Бәйт» (йорт кешеләре) тигән төшөнсәгә киң мәғәнә һалып, шул иҫәптән Мөхәммәт Пәйғәмбәргә яҡын торған кешеләрҙе лә индерә. Ҡайһы бер авторҙар бында алисылар (Пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһы Али ибн Әбү Талиптың һәм Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатиманың вариҫтарын) һәм ғәббәсиҙәрҙе Пәйғәмбәрҙең бабаһы (Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлиптың вариҫтары) индерә. Икенселәр һашимиҙарҙы ла «Әһеле Бәйт» тип һанай. «Әл-Әхзәб» сүрәһенең 33 аятына ярашлы, Пәйғәмбәрҙең бөтә ҡатындары ла Әһеле Бәйт ағзалары иҫәбендә була[1]
Бәхәстәр
үҙгәртергәПәйғәмбәр Фатиманы һәм Али ибн Әбү Талипты, уларҙың балалары Хәсән һәм Хөсәйенде Әһеле Бәйт ағзалары тип атаған бер нисә хәҙис бар. Шуның менән бәйле шиғыйҙарҙың күпселеге Али һәм уның вариҫтарын власҡа берҙән-бер дәғүәсе тип иҫәпләгән. Алиҙың һәм уның тоҡомдарының имаматҡа айырым хоҡуҡтары тураһында мәсьәлә бөгөнгәсә схоластик бәхәстәрҙең дауам итеүсе предметына әйләнде. Мосолмандарҙың күпселеге, рухани власть нәҫел буйынса күсә алмай һәм хәлифә власҡа Хаҡ хәлифәләр идара иткән осорҙағы кеүек килергә тейеш, тип иҫәпләй[1]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Ахль аль-Бейт // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |