Тәблиғ аяты (ғәр. تبلیغ‎ — өндәмә‎ — ғәр. بلغ‎ — өндәү, саҡырыу‎ ҡылымынан; рус. Аят Таблиг -Тәблиғ аяты — Тапшырыу аяты, Ҡөрьәндең Әл-Маидә сүрәһенән 67-се аят.

Тәблиғ аяты
Рәсем

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Тәблиғ аяты сөнниҙәр менән шиғыйҙар бәхәстәрендә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ерҙәге власының күсәгилешлеге мәсьәләһе буйынса шиғый тәғлимәтенең ҡануни нигеҙҙәренең береһе булып тора.

  Эй, рәсүл! Раббыңдан иңдерелгәнде еткер. Әгәр һин быны эшләмәһәң, Уның рисәләтен тапшырған булмаҫһың. Аллаһ һине кешеләрҙән яҡлар. Ысынлап та, Аллаһ кафырҙарҙы тура юлдан алып бармай!
 
 5:67

Аятҡа аңлатмала, шиғый фаҡиһтары был аят Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һуңғы көндәрендә Уның Мәккәгә (хижәт әл-үәдә) һуңғы хаж ҡылыуы ваҡытында иңдерелгән, тип раҫлай. Йәнәһе, ул Ғадир Һүм хәҙисе менән бергә имам Али ибн Әбү Талибтың һәм уның нәҫеленән булған имамдарҙың да имамат (рухи-сәйәси власть) хоҡуғына күрһәтә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә