Әғләмов Хәйрислам Әғләм улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец

Әғләмов Хәйрислам Әғләм улы — (1908 йыл — 1952) 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец.

Әғләмов Хәйрислам Әғләм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 1908
Тыуған урыны Оло Шаҙы ауылы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған урыны Оло Шаҙы ауылы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәйрислам Әғләм улы Әғләмов 1908 йылда Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында тыуа.

Фронтҡа 1941 йылда Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан алына[1]. 112-се һанлы башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша. Яуҙа ул 2 тапҡыр яралана. Тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайта, өйләнә. Тормош иптәше менән 7 малай 1 ҡыҙ үҫтерәләр. Балалары барыһы ла тырыш, уҡыуға һәләтле булалар, юғары белем алалар. Улдарының береһе Әғләмов Нәғим Хәйрислам улы Республикабыҙҙың билдәле кешеһе була. Ул төҙөлөш новаторы, монтажлаусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Һуғыштан һуң Хәйрислам Әғләм улы «Шаҙы» колхозында склад мөдире булып эшләй[2]

Наградалары

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • “Они вернулись с победой”. Мишкинский район.Стр.50
  • "Умырзая" районная газета, №5, 2011 г.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Дорога памяти. Аглямов Хайрислам Аглямович 2021 йыл 24 июнь архивланған.
  2. «Они вернулись с победой». Мишкинский район. Стр.50