Әхтәрйәнов Ибраһим Әхтәрйән улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец, танкыға ҡаршы туп расчеты командиры, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры

Әхтәрйәнов Ибраһим Әхтәрйән улы (1903 йыл, Башҡортостан Республикаһы Нуриман районы Яңы Күл ауылы — сентябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой[1], ҡыҙылармеец[2], танкыға ҡаршы туп расчеты командиры[3]

Әхтәрйәнов Ибраһим Әхтәрйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Яңы Күл, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө сентябрь 1943
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхтәрйәнов Ибраһим Әхтәрйән улы 1903 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Яңы Күл ауылында тыуған[2][3]. Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылдың 30 июнендә Нуриман район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында танкыға ҡаршы туп расчеты командиры булып хеҙмәт итә[3].

Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 24. 11. 1942 йыл) 1942 йылдың 15 декабрендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы буйынса 292-се һанлы Приказда Әхтәрйәнов Ибраһим Әхтәрйән улының ҡаһарманлығы тураһында ошондай юлдар бар:

  Танкыға ҡаршы туп расчеты командиры, ҡыҙылармеец Әхтәрйәнов Ибраһим Әхтәрйән улы, үҙенең расчеты менән 1942 йылдың 24 ноябрендә һуғышта ҡатнашып, дошманды оборонанан ҡыуып сығарып, бер 60 мм минометты һәм бер станоклы пулеметты ҡулға төшөрә, үҙе танкыға ҡаршы мылтыҡҡа тотоноп, дошман пехотаһы тейәлгән автомашинаны юҡ итә. 1903 йылғы, башҡорт, ВКП(б) ағзаһы[2].  

1943 йылдың сентябрендә хәбәрһеҙ юғала[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә