Әхтәмов Әбүсүғүд Әбделхалиҡ улы
Әбүссүғүд Әбделхалиҡ улы Әхтәмов (рус. Абуссугут-Абдэль-Холикович Ахтямов) (1843 йыл -1920 йыл)[1] — Рәсәй сәйәсмәне. Өфө губернаһынан I Дәүләт Думаһы депутаты, аграр комитетҡа инә. Өфө губернаторы ҡарамағында ышаныслы присяжный, суд тәфтишсеһе һәм айырым бурыстар башҡарыусы чиновник[2]. Конституцион демократ, шулай уҡ мосолман фракцияһы бюроһы ағзаһы. Мосолман диниә назараты секретары.
Әхтәмов Әбүсүғүд Әбделхалиҡ улы | |
татар. Әбүсөгуд Гәбделхалик улы Әхтәмов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 7 октябрь 1843 |
Вафат булған көнө | 1920 |
Вафат булған урыны | Петропавловск[d], Рәсәй империяһы |
Балалары | Әхтәмов Ибниәмин Әбүсүғүт улы һәм Ибрагим Ахтямов[d] |
Һөнәр төрө | адвокат, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] |
Уҡыу йорто |
1-се Ҡазан ирҙәр гимназияһы[d] Ҡаҙан Император университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Конституционно-демократическая партия[d] |
Әхтәмов Әбүсүғүд Әбделхалиҡ улы Викимилектә |
Иртә йылдары
үҙгәртергә1-се Ҡазан гимназияһында уҡый. 1871 йылда Ҡазан университетының Юридик факультетын тамамлай[2].
1881-1886 йылдарҙа Бәләбәй земство управаһы рәйесе. 1895-1901 йылдарҙа мосолман диниә назараты секретары. 1‑се мосолман съезын ойоштороусыларҙың береһе һәм 4‑се съезы делегаты. Почетлы мировой судья[2].
Выборг өндәмәһе һәм һуңғы йылдары
үҙгәртергә1906 йылдың 10 июлендә Выборг ҡалаһында Думаны таратыуға ҡаршылыҡ билдәһе итеп “Халыҡ вәкилдәренән – халыҡҡа” өндәмәһенә («Выборг өндәмәһе») ҡул ҡуя. Был эш буйынса ғәйепләү процесында ҡатнаша, әммә ғәйебе раҫланмағас, аҡлана[3]. 1919 йыл һуңында — 1920 йыл башында Әхтәмов өлкән улының ғаиләһе менән Петропавловскиға күсенә һәм 1920 йылда шунда вафат була.
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Өлкән улы Ибниәмин Санкт-Петербург университетының физика-математика факультетын таммалай, Өфө губернаһынан IV Дәүләт Думаһы депутаты[4].
- Икенсе улы Ибраһим — һул сәйәси эшмәкәр, меньшевик[5].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Әхтәмов Әбүсүғүд Әбделхалиҡ улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Айнутдинова Л. М., Усманова Д. М. Ахтямов Абуссугуд // Татарская энциклопедия: В 5-т. / Гл. ред. М.X. Xасанов, отв. ред. Г. С. Сабирзянов. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ. 2002. — Т. 1: А-В. — С. 249.
- Кирьянов И. К. Российские парламентарии начала XX века: новые политики в новом политическом пространстве. — Пермь, 2006. — 368 с. ISBN 5-93683-106-X
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кирьянов И. К. Российские парламентарии начала XX века: новые политики в новом политическом пространстве. — Пермь, 2006. — С.237
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Бойович М. М. Наши депутаты. Государственная дума 1го созыва. Москва. 1906. Издание т-ва Сытина И. Д.
- ↑ Выборгский процесс. Иллюстрированное издание. СПб.: Типогр. т-ва «Общественная польза». 1908. С. 168.
- ↑ IV государственная дума. Портреты и биографии. Издание Ольшанского Н. Н. 1913 г. С.-Петербург
- ↑ Исхаков С. М. Ибрагим Ахтямов и Юлия Попова: из жизни социал-демократов Южного Урала и Поволжья // Вестник Оренбургского государственного педагогического университета. Электронный научный журнал. — 2017. — № 3. — С. 107.