Әхмәҙиев Әмир Муллағәли улы

иҡтисадсы-ғалим
(Әхмәҙиев Әмир Муллағәле улы битенән йүнәлтелде)

Әхмәҙиев Әмир Муллағәли улы (16 декабрь 1948 йыл) — комсомол, партия һәм муниципаль органдар, ауыл хужалығы һәм банк системаһы хеҙмәткәре, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2001). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1995) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. ВЛКСМ-дың XXVIII съезы делегаты (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994) һәм мәғариф отличнигы (2010).

Әхмәҙиев Әмир Муллағәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 декабрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1] (75 йәш)
Тыуған урыны Раевка, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Әмир Муллағәли улы Әхмәҙиев 1948 йылдың 16 декабрендә Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында тыуған.

Хеҙмәт юлын 1966 йылда Өфөлә 21-се төҙөлөш тресында балта оҫтаһы булып башлай. Артабан Өфө синтетик спирт заводында өлкән машинист, техник быяла сүс заводында оператор булып эшләй.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң ВЛКСМ-дың Әлшәй район комитетының беренсе секретары итеп һайлана.[2]

1979—1985 йылдарҙа Әлшәй районының «Родина» колхозы рәйесе булып эшләй.

1985—1988 йылдарҙа Яңы Раевка совхозы директоры.

1988 йылда КПСС-тың Әлшәй район комитетының беренсе секретары итеп һайлана.

1991 йылдан халыҡ депутаттарының Әлшәй район Советы рәйесе вазифаһында эшлй.

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана[3] .

Өйләнгән, ҡатыны менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Ахмадиев Амир Муллагалиевич/Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 21.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 21.

Һылтанмалар

үҙгәртергә