Әхмәт Шакири

(Әхмәт Шакиров битенән йүнәлтелде)

Әхмәт Шакири (тулы исеме — Әхмәт Мирғәсим улы Шакиров; 19201941) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет шағиры, тәржемәсе.

Әхмәт Мирғәсим улы Шакиров
Тыуған көнө:

1920({{padleft:1920|4|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) Бишҡурай ауылы

Вафат булған көнө:

1943 й. февраль айы

Эшмәкәрлеге:

шағир, тәржемәсе

Ижад йылдары:

1935—1941

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт теле

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхмәт Шакири 1920 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Бишҡурай ауылында (хәҙер Башҡортостандың Туймазы районы)[1] мулла ғаиләһендә тыуған[2]. Ете класлы мәктәпте тамамлай, был мәктәптә ул 1930 йылдан алып уҡыған. 1937 йылдан 1939 йылға тиклем Өфөлә Б. Нуриманов исемендәге Башҡорт педагогия рабфагында белем алған[2]. 1939 йылда ул пединститутҡа уҡырға инә, әммә ошо йылдың уҡ октябрь айында әрмегә алына. Политрук ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтҡа китә. 1941 йылда һәләк булған[3].

Шиғырҙарҙы мәктәптә үк яҙа башлай. 1935 йылда үҙенең шиғырҙарын һәм репортаждарын«Йәш төҙөүсе» гәзитендә баҫтыра башлай. Башҡорт педагогия рабфагында уҡыған саҡта үҙенең лирик шиғырҙарын «Тәүге йыр», «Икенсе йыр» альманахтарында, республика гәзиттәрендә һәм журналдарында баҫтыра[3]. 1939 йылда «Ҡара күҙлек аҫтындағы сер» поэмаһын яҙа, төп темаһы — фашизмға һәм һуғышҡа ҡарата нәфрәт. Уның Ғ. Ибраһимов менән берлектәге шиғырҙары «Бәхетле ғүмер» (1940) шиғри йыйынтығына инәләр. Әхмәт Шакири башҡорт теленә М. Ю. Лермонтовтың һәм Т. Г. Шевченконың ҡайһы бер әҫәрҙәрен тәржемә иткән[1].[3].. "Халыҡ хәтере" порталы мәғлүмәте буйынса Әхмәт Шакири 1943 йылдың февраль айында[4] Краснодар крайының территорияһында, фронтта хәбәрһеҙ юғалған[5]

Китаптары

үҙгәртергә
  • Бәхетле ғүмер [Счастливая жизнь]. Шиғырҙар. — Өфө: Башгосиздат, 1940. — 60 бит. (баш.)(баш.) (Ғ. Ибраһимов менән берлектә)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Шакири Ахмет // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. 2,0 2,1 Р. Х. Тимерғәлина, 1968
  3. 3,0 3,1 3,2 Писатели земли башкирской: справочник / сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — С. 452.
  4. https://pamyat-naroda.ru/heroes/memorial-chelovek_dopolnitelnoe_donesenie67205264/?backurl=%2Fheroes%2F%3Fadv_search%3Dy%26static_hash%3D1b856348eb6882eee9baf3c27b01431dv1%26last_name%3D%D0%A8%D0%B0%D0%BA%D0%B8%D1%80%D0%BE%D0%B2%26first_name%3D%D0%90%D1%85%D0%BC%D0%B5%D1%82%26middle_name%3D%D0%9C%D0%B8%D1%80%D0%B3%D0%B0%D1%81%D0%B8%D0%BC%D0%BE%D0%B2%D0%B8%D1%87%26group%3Dall%26types%3Dpamyat_commander%3Anagrady_nagrad_doc%3Anagrady_uchet_kartoteka%3Anagrady_ubilein_kartoteka%3Apdv_kart_in%3Apdv_kart_in_inostranec%3Apamyat_voenkomat%3Apotery_vpp%3Apamyat_zsp_parts%3Akld_ran%3Akld_bolezn%3Akld_polit%3Akld_upk%3Akld_vmf%3Apotery_doneseniya_o_poteryah%3Apotery_gospitali%3Apotery_utochenie_poter%3Apotery_spiski_zahoroneniy%3Apotery_voennoplen%3Apotery_iskluchenie_iz_spiskov%3Apotery_kartoteki%3Apotery_rvk_extra%3Apotery_isp_extra%3Asame_doroga%26page%3D1%26grouppersons%3D1&search_view_id=memorialchelovek_pechatnoi_knigi_pamyati400364453 ОБД "Память народа"
  5. https://pamyat-naroda.ru/warunit/11803/?static_hash=1b856348eb6882eee9baf3c27b01431dv1 ОБД "Память народа"

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Сафуанов С. .. Йыр сафта ала. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1960. — 184 бит. — 123—135 биттәр. (баш.)(баш.)
  • Тимерғәлина Р. Х. Әхмәт Шакири (1920—1941) (баш.) // Башҡортостан яҙыусылары (библиографик белешмә). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1968. — С. 457.

Һылтанмалар

үҙгәртергә