Әхмәтгәрәев Әҡмәлетдин Йыһан улы

Әхмәтгәрәев Әҡмәлетдин Йыһан улы (4 февраль 1932 йыл — 28 август 2002 йыл) — нефтсе, 1956—1970 йылдарҙа «Туймазыбурнефть» тресы быраулаусыһы һәм быраулау мастеры, 1970—1993 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең Нефтекама быраулау эштәре идаралығы мастеры һәм смена етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1969). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1978).

Әхмәтгәрәев Әҡмәлетдин Йыһан улы
Файл:Ahmetgareev.jpg
Тыуған көнө

4 февраль 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Баҡалы районы Мостафа ауылы

Вафат булған көнө

28 август 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (70 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡортостан Республикаһы, Нефтекама ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1971
Ленин ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Әҡмәлетдин Йыһан улы Әхмәтгәрәев 1932 йылдың 4 февралендә БАССР-ҙың Баҡалы районы Мостафа ауылында тыуған.

Мостафа ауылында урта мәктәптә уҡый.[1]

1956 йылда Октябрьский нефть техникумын тамамлай.

19561970 йылдарҙа «Туймазыбурнефть» тресының 4-се быраулау контораһында быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусы булып эшләй.

19701993 йылдарҙа — «Башнефть» производство берекмәһенең Нефтекама быраулау эштәре идаралығы мастеры һәм смена етәксеһе.

Әҡмәлетдин Әхмәтгәрәев етәкләгән коллектив, 119 429 метр быраулап, һигеҙенсе биш йыллыҡ планды (1966—1970) ваҡытынан алда, 1970 йылдың апрелендә үтәй һәм май айынан башлап туғыҙынсы биш йыллыҡ иҫәбенә эшләй башлай. Йыллыҡ планға өҫтәп бригада 23 571 метр тау тоҡомо быраулай.

Материалды экономиялы тотоноу, ҡуйылған ҡорамалдар ҡеүәтен рациональ файҙаланыу, ойоштороу эштәре менән бәйле буш торған ваҡытты ҡыҫҡартыу һәм скважиналарҙа тиҙләтелгән быраулау ысулы ҡулланыу иҫәбенә бригада һигеҙенсе биш йыллыҡ осоронда 540,1 мең һум аҡса экономиялай, һөҙөмтәлә өҫтәлмә 10 яңы скважина быраулай. Һәр ваҡыт яңы резерв эҙләп табып һәм производствоға индереп, Әҡмәлетдин Әхмәтгәрәев бригадаһы йылдан йыл күрһәткестәрен арттыра. Мәҫәлән, 1965 йылда бригада 24 795 метр тау тоҡомо быраулай, 1968 йылда — 30 479 метр, 1970 йылда быраулау 34 000 метр тәшкил итә. Был — Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш ятҡылыҡтарын быраулау эше башланғандан алып быраулау бригадалары араһында хеҙмәт етештереүсәнлегенең иң ҙур күрһәткесе була.

Ҡаҙыу тиҙлеге бер станокка айына 1965 йылда 2153 метрҙан 1970 йылда 2453 метрға тиклем арта. Бригада бер нисә тапҡыр скважиналарҙы быраулау тиҙлеге буйынса рекорд ҡуя. 1968 йылда бер станокка айына быраулау тиҙлеге 5196 метр, 1970 йылдың майында — 7232 метрға етә.

Нефть сығарыу буйынса биш йыллыҡ план заданиеләрен үтәгәндә ҙур уңыштарға һәм юғары техник-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 30 мартындағы указы менән Әхмәтгәрәев Әҡмәлетдин Йыһан улына «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1969). Нефтекамск ҡалаһының почетлы гражданы.

Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1971—1975).

2002 йылда вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар

үҙгәртергә