Әтрәкле — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Әтрәкле ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

Ауыл
Әтрәкле
татар. Әтрәкле
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Минзәлә

Ауыл биләмәһе

Әтрәкле

Координаталар

55°27′47″ с. ш. 53°21′00″ в. д.HGЯO

Халҡы

295 человек (2000)

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+7 85555

Почта индексы

423725

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

16, 116

ОКАТО коды

92 240 000 002

ОКТМО коды

92 640 404 101

ГКГН номеры

0158712

Рәсми сайт

atryakle.ru

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Әтрәкле (Рәсәй)
Әтрәкле
Әтрәкле
Әтрәкле (Татарстан)
Әтрәкле

География

үҙгәртергә

Ауыл Мышыға йылғаһының һул ҡушылдығы Әтрәкле буйында, Минзәлә ҡалаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Әтрәкле — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 1703 йылдан билдәле тип иҫәпләнә[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Мышыға түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Поисево улусы составына керә, ә 1918 йылдан Әтрәкле улусының үҙәге була.

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауылдың 32 кешеһе ихтиласыларҙың яғында Өмөтҡол Тәүкилев старшинаһы отрядында һуғыша.

1848 йылда 3, ә 1870 йылда — 2 һыу тирмәне эшләгән. XIX быуат уртаһында ауылда мәсет һәм уның ҡарамағында мәктәп теркәлгән[2][1].

1920 йылдарҙа ауыл халҡының бер өлөшө Яңы Әтрәкле ауылына (хәҙерге Мөслим районының Ташйылға ауылы) күсә. 1929 йылда ауылда «Ҡыҙылтау» артеле ойошторола, ул 1930 йылда колхоз итеп үҙгәртелә. 1951 йылда был колхоз эреләтелгән «Урал» колхозына керә[1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1944 йылдан — Матвеево районы, 1954 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы составында була[1].

1795 йылда ауылда ир енесле 216 йән башҡорт һәм 17 типтәр; 1816 йылда — 291 башҡорт (шуларҙың 9-ы — ике ҡатынлы, 1-һе — өс ҡатынлы); 1834 йылда — 358 башҡорт (шуларҙың 2-һе — ике ҡатынлы) һәм 23 типтәр; 1870 йылда — 752 башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
185918701884189719061913192019261938194919581970197919892000
643752893993105112271094545517328347401355262295

Инфраструктура

үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда башланғыс мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1]. Почта, банк бүлексәләре эшләй.

Фотогалерея

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия. Т. 1. — С. 226.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 112—116. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.