Әстерхан төркмәндәре
Әстерхан төркмәндәр, шулай уҡ Аталың төркмәндәре йәки Төркмән игдирҙар[1] (төркм. Аталың түркменлери, Игдир-Түркмен) —1793 йылдан бирле хәҙерге Әстерхан өлкәһендә даими рәүештә йәшәүсе 2 меңдән ашыу кешенән торған төрки халыҡ[2]. Төркмәндәр этнографик төркөмөнә ҡарай. Төп Әстерхан төркмәндәре башлыса Үрге һәм Түбәнге Фунтов, Атал, Яҡсат ауылдарында, Вәхитов ҡасабаһында (Совет районы (Әстерхан)), Линейное станцияһы районында йәшәй, айырым ғаиләләрен Әстерханда, нефть һәм газ табыу сәнәғәт предприятиеларында аҡса эшләргә килеүсе әстерхан төркмәндәрен Төркмәнстандың Ашхабад ҡалаһында һәм башҡа ҡалаларында осратырға була[3].
Әстерхан төркмәндәре | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Әстрәхән өлкәһе |
Ырыу бүленеше һәм таралып ултырыуы
үҙгәртергәБөгөн Әстерхан өлкәһендә татарҙар һәм нуғайҙарҙан йотолмаған төркмәндәр бары тик Привожский районы Фунтово (Фунтово-1 һәм Фунтово-2) ауылдарында ғына тупланып компакт йәшәй[2]. Ауыл халҡында балалар күп тыуыуы арҡаһында, совет осоронда төркмәндәрҙең һаны ике тапҡырға артып, 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса әстерхан төркмәндәренең һаны 2,3 мең кешегә еткәйне. Әстерхан төркмәндәр араһында ырыу-ҡәбилә бүленеше XX быуат урталарына тиклем һаҡланған. Рәсәйҙең Әстерхан өлкәһендәге әстерхан төркмән игдырҙар Атал ауылында төп халыҡты (81 %) тәшкил итә. Был тораҡ пунктында уларҙың дөйөм һаны 520 кеше (2010 йылдағы иҫәп алыу) тәшкил итә. Фунтовола төркмән абдалдар йәшәй. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса өлкәлә төркмәндәрҙең дөйөм һаны 2286 кеше тәшкил итә[4].
Тарихы
үҙгәртергә1653 йылда уҡ барлыҡҡа килгән рәсәй яҙма сығанаҡтарында Волганың уң яҡ ярында ҡасандыр ҡеүәтле ҡалмыҡ хандары (1609 йылдан) вассалдары сифатында эйәреп килгән манғышлаҡ төркмәндәре күренеүе тураһында яҙмалар барлыҡҡа килгән. Хәйер, шул саҡта был төркөм ставрополь далаларына күсеп киткән, һәм улар нигеҙендә һаны 15 мең кеше (2010 йылдағы иҫәп алыу) тәшкил иткән хәҙерге трүхмән халҡы булып формалашҡан.
Хәҙерге әстерхан төркмәндәренең төп өлөшө 1793 йылда Манғышлаҡ ярымутрауынан, төркмән игдырҙар ҡәбиләһенән айырылып, човдур һәм союнажи ҡәбиләләре менән бергә, ошонда күсеп килгән.1813 йылға саҡлы уларҙың рәте айырым күскенсе төркмән ғаиләләре менән тулыландырылыуын дауам иткән[5]. П. И. Небольсин мәғлүмәттәре буйынса, Волганың түбәнге ағымына һуңғы 600 манғышлаҡ төркмәне килгәнгә тиклем[2]. Башта Волганың түбәнге ағымында малдарын көтөргә үҙ ерҙәре булмаған, әммә башта юҡ, әммә нуғай-ҡарағаштар уларға ҡуртымға көтөүлектәр биргән. Әстерхан төркмәндәренең теле һәм мәҙәниәтендә нуғай, татар һәм рус сығышлы үҙләштерелгән бер нисә ҡатлам һүҙҙәр билдәләнә.
Юғарыла билдәләнгәнсә, төркмән игдырҙар ауылда йәшәй. Быға бәйле, бында биш ырыу бүленеше (рув) — мамыт, гоклер, тевер, ғолдағлы, яғшыхожа — һаҡланған. Бынан тыш, мамыт ырыуы ғара мамыт, аҡ мамытҡа; гоклер — геок, ғызыл һәм һырыҡ мәргән заттарына бүленгән. Килеп сығышы игдыр ырыуына тоташҡан ғаиләләр үрҙә һанап кителгән ырыуҙарҙың береһенә ҡарай. Һәр ырыуҙың айырым үҙ билдәһе (тамға) бар.
Тамға бер ырыу вәкилен икенсеһенән айырыу билдәһе генә булмаған, шулай уҡ ул аталың төркмәндәре көнкүрешенең күп аспекттарында ҡулланыу тапҡан. Мәҫәлән, малын таныр өсөн, хайуандарҙың ҡолағына ағасты көйҙөрөп тамға һуғылған инәү элгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта тамға үҙенең айырым үҙенсәлеген юғалтҡан, һәм ваҡыт үтеү менән күп халыҡ үҙенең ырыу тамғаһын онотҡан:
- Мамыт
- Гоклер
- Тевер
- Ғолдағлы
- Яғшыхожа
Телдәре
үҙгәртергәТөркмән игдырҙар төркмән теленең игдыр диалектында һөйләшә. Аталың төркмәндәренең игдыр диалекты ставрополь төркмәндәренең трүхмән теле тип йөрөтөлгән диалекты менән күп йәһәттән оҡшаш. Бары тик һүҙҙәрҙең фонетик составында һәм лексикала ҡайһы бер айырмалыҡтар осрай, әммә улар күп түгел.
Мәҙәни мираҫы
үҙгәртергәӨлкә территорияһында төркмәндәрҙең күп быуатлы тарихы иҫтәлеге булараҡ, Әстерхан ҡалаһында Төркмән тыҡрығы, Ленин районында Төркмән урамы бар, ә Әстерхан дәүләт университеты (АГУ) скверына шулай уҡ төркмән шиғриәте классигы, мәғрифәтсеһе һәм фәлсәфәсеһе Мәхтүмкүли Фрага[6] һәйкәле ҡуйылған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Новости - Эркин Туркменистан (Свободный Туркменистан) . Дата обращения: 16 март 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Туркмены | Этноконфессиональный совет при Губернаторе Астраханской области 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Новости - Эркин Туркменистан (Свободный Туркменистан) . Дата обращения: 20 март 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Перепись-2010 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ История формирования этноса Ставропольских туркмен на территории Туркменского района
- ↑ «Астраханские туркмены: история и современность» . Дата обращения: 20 март 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года. 2015 йыл 2 апрель архивланған.