Әсмә
Әсмә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.
Әсмә |
Этимологияһы
үҙгәртергәӘсмә (Әсмәбикә) исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, бик юғары, бөйөк, Әсмәбикә юғары, бөйөк бикә тигән мәғәнәгә эйә[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәӘсмә бинт Әбү Бәкер (ғәр. أسماء بنت أبي بكر; 595 йыл — 692 йыл) — ислам пәйғәмбәре Мөхәммәттең көрәштәше, тәүге хәлифә Әбү Бәкер ас-Ситдыҡтың ҡыҙы.
Шайморатова Әсмә Сабир ҡыҙы (9 декабрь 1910 йыл — 11 ғинуар 1992 йыл) — йырсы (лирик-колоратура сопрано). 1942 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1948 йылдан — Татар филармонияһы (Ҡазан), 1950—1960 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1950).
Асад Әсмә (ғәр. أسماء الأسد), ҡыҙ сағында Әсмә Фәүәз әл-Ахрас (ғәр. أسماء فواز الأخرس) (11 август 1975) — Сүриәнең беренсе ледийы, ил президенты Бәшәр Асадтың ҡатыны.
Баймырҙина Әсмә — уҡытыусы, стажы — илле йыл. Батыр Вәлит, Абдулхаҡ Игебаевтың, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың тәүге уҡытыусыһы. Баймаҡ районы Күсей ауылының урамына уның исеме бирелгән.
Яппарова Әсмә Абдулла ҡыҙы — Йәнырыҫ мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Мәҙәниәттә
үҙгәртергәӘсмә — Ризаитдин Фәхретдинов романы (1903).
Әсмә (1906—1993) — башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле Ризаитдин Фәхретдиновтың ҡыҙы.
«Туҡыусы Әсмә» — Фәтхи Бурнаш (1932).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |