Әрмән фонтаныФеодосия ҡалаһында урта быуат фонтаны, Митридат тауы итәгендә, әрмән ҡорамы Изге Михаил һәм Гавриил ғибәҙәтханаһынан алыҫ түгел урынлашҡан

Әрмән фонтаны
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
 Украина
Административ-территориаль берәмек Феодосия
Мираҫ статусы Украинаның күсерелмәй торған ҡомартҡыларының дәүләт реестры[d], объект культурного наследия России федерального значения[d] һәм памятник архитектуры национального значения Украины[d]
Карта
 Әрмән фонтаны Викимилектә

Фонтан Феодосияның әрмән халҡы тарафынан 1491[1] йәки 1584[2](1586[3]) йылдарҙа Изге архангелдар Михаил һәи Гавриил әрмән ҡорамы эргәһендә Митридат тауы итәгендә төҙөлгән. Фонтан махсус эзбиз иретмәһе ҡушылған бут ташынан ҡоролған, призма формаһында үтәлгән. Уның көнсығыш өлөшө ослайып торған ниша һәм өҫтөндә өс семәрле розетка менән биҙәлгән. Һыу ағымы өҫтөндә әрмән телендә фонтандың төҙөлөү датаһы яҙылған мәрмәр плита урынлашҡан. XI быуаттан алып XIX быуат урталарына тиклем Әрмәнстанда киң таралған әрмән шишмәләренә хас булған архитектура формаһында төҙөлгән[3][2]

УССР Министрҙар советының 1979 йылдың 6 сентябрендәге 442-се (уч.№ 1209) ҡарары менән; һәм Ҡырым өлкә башҡарма комитетының 1979 йыл дың 22 майындағы № 284-се ҡарары менән Әрмән фонтаны архитектура ҡомартҡыһы исемлегенә индерелә[3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. А. Л Якобсон // Средневековый Крым: Очерки истории и истории материальной культуры // Изд-во «Наука» [Ленинградское отд-ние], 1964 г. — стр.113- Всего страниц: 230
  2. 2,0 2,1 Армянский фонтан // Памятники градостроительства и архитектуры Украинской ССР / Н. Л. Жариков. — Будивэльнык, 1983. — Т. 2. — С. 280.[1] 2016 йыл 9 март архивланған.

  3. 3,0 3,1 3,2 Армянский фонтан. Архитектурный портал Крыма. Дата обращения: 11 июнь 2012. Архивировано 25 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 20 сентябрь архивланған.