Әминев Ғәлинур Х.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкының ҡылыссыһы. Ҡыҙылармеец

Әминев Ғәлинур Х. (рус. Аминев Галинур Х.; 1915 — 10 июль 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкының ҡылыссыһы. Ҡыҙылармеец[1].

Әминев Ғәлинур Х.
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1915
Тыуған урыны Ҡырмыҫҡалы районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәлинур Әминев Х. 1915 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылы) Биштәкә ауылы биләмәһендә тыуған.

БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Ҡыҙылармеец Әминев Ғәлинур 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкының ҡылыссыһы булып хеҙмәт итә.

Әминев Ғәлинур 1942 йылдың 10 июлендә Курск (хәҙер — Липецк) өлкәһе территорияһында барған дәһшәтле алыштарҙа хәбәрһеҙ юғала[2][3].

Әминев Ғәлинурҙың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ның Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай итеп, оҙаҡ йылдар дауамында Әминев Ғәлинур хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен тапты. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар. Һәм хәрби хөрмәт күрһәтелеп, һәләк булыусылар исемлегендә ҡыҙылармеец Әминев Ғәлинурҙың һөйәктәре лә Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнде[сығанаҡ 1219  көн күрһәтелмәгән].

Әминев Ғәлинурҙың исеме ҡәберлек һәйкәленең мемориал таҡтаһына уйып яҙылған[сығанаҡ 1219  көн күрһәтелмәгән].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә