Әл-Мүьминүн сүрәһе

Изге Яҙманың 118 аяттан торған 23-сө сүрәһе, «Мөьминдәр» («Иманлылар») тип тәржемә ителә. Мәккәлә иңдерелгән
(Әл-Мүьминун сүрәһе битенән йүнәлтелде)

Әл-Мүьминүн сүрәһе (ғәр. سورة المؤمنون‎, Иман килтергән кешеләр ) — Ҡөрьән Кәримдең 23-сө сүрәһе. Мәккәлә иңгән сүрә, 118 аяттан тора.

Әл-Мүьминүн сүрәһе
سورة المؤمنون

Әл-Мүьминүн сүрәһе
Синыфы

Мәккә

Мәғәнәһе

Иман килтергән кешеләр

Статистика
Сүрә номеры

23

Аяттар һаны

118

Джүз

18

Хизб

35

Руҡуғ

6

Алдағы сүрә

Әл-Хаж сүрәһе

Киләһе сүрә

Ән-Нур сүрәһе

QuranAcademy.org

Транскрипцияһы

үҙгәртергә
 
Алтын Ҡөрьән

Йөкмәткеһе

үҙгәртергә

Сүрә иман килтергәндәр бәхетле булыр һәм тантана итер тигән хәбәр менән башлана. Шунан мөьминдәрҙең әхлаҡи үҙенсәлектәре һүрәтләнә. Артабан кеше яралтылмышы процесы һәм үҫеше тураһында һөйләнелә. Сүрәлә Аллаһы тәғәләнең ҡеүәтен раҫлаған ҡайһы бер күренештәр килтерелә, шулай уҡ пәйғәмбәрҙәр тарихы бәйән ителә, был хикәйәттәр Илаһи Китаптарҙың бер сығанаҡтан икәнен, бөтә быуын кешеләре бер-береһенә оҡшай икәнен күрһәтә. Артабан сүрәлә Аллаһ кешене камил ҡиәфәтле итеп яралтҡан, был уның Ҡөҙрәтлелеген иҫбатлай тип аңлатыла.

Аллаһ яуызлыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирергә һәм иманлы булырға өндәй[1].

    Бәхетле булды мөьминдәр,  намаҙҙарында баҫалҡылар,  буш һүҙҙәрҙән ситләшеүселәр,  зәкәт түләүселәр,  үҙҙәренең оят ерҙәрен һаҡлаусылар,  ҡатындарынан һәм уң ҡулдары биләгәндән башҡа: улар бының өсөн шелтәләнмәй,  бының арғы яғын теләгән кеше — сиктән уҙыусы,  һәм аманаттарын һәм килешеүҙәрен үтәүселәр,  үҙ намаҙҙарын уаҡытында тотоусылар,  бына ошолар инде уариҫтар,  фирҙәүесте мираҫ итеп алыусылар, улар унда мәңге торор.
Ҡөрьән 23:1—11 (Мөхәммәт)
 

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ: ҡала типографияһы, 2007. — 609 бит.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сура 23. Аль-Муминун // Йусуф Али «The Holy Qur’an» (Священный Коран: Текст, перевод и комментарии), 1938 г.