Аҡбутина Әлфиә Носрат ҡыҙы

журналист, тәржемәсе, википедия мөхәррире
(Әлфиә Аҡбутина битенән йүнәлтелде)

Аҡбутина Әлфиә Носрат ҡыҙы (9 октябрь 1955 йыл) — журналист, тәржемәсе. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2015 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005).

Әлфиә Аҡбутина
Аҡбутина Әлфиә Носрат ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР[1]
 Рәсәй[1]
Тыуған көнө 9 октябрь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Үрге Этҡол, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты[1]
Әүҙемлек урыны Йәшлек[1], "Башҡортостан" гәзите[1] һәм Башҡортостан ҡыҙы[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Әлфиә Носрат ҡыҙы Аҡбутина (ҡыҙ фамилияһы Ҡаҙаҡҡолова) 1955 йылдың 9 октябрендә БАССР-ҙың Маҡар районы[2] Үрге Этҡол ауылында тыуған.

Урта мәктәпте Нуриман районының Иҫке Күл ауылында бөтә.

1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң «Ленинсы» — «Ленинец» гәзите хеҙмәткәре булып эшләй.

1978 йылдан алып (өҙөклөк менән) «Башҡортостан» гәзитендә хеҙмәт итә: хәбәрсе, 1990 йылдан башлап өлкән хәбәрсе, 1993 йылдан — бүлек мөдире, 1995 йылдан — яуаплы секретарь, 1999 йылдан — баш мөхәррир урынбаҫары. 2011 йылдан 2014 йыл аҙағына тиклем «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары.

Республика матбуғатында оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгән өсөн 1993 йылда Әлфиә Аҡбутина Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә[3]. 1997 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. Ижтимағи-сәйәси темаларға яҙылған аналитик мәҡәләләре һәм ЮНЕСКО линияһы буйынса Европа илдәренә яһаған сәйәхәтенең юл яҙмалары өсөн 2005 йылда журналист Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ була.

Әлфиә Аҡбутина 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
  3. Указ Президиума ВС РБ от 11.03.1993 N 6-2/91г "О награждении Почетной грамотой Президиума Верховного Совета Республики Башкортостан работников редакции газеты «Башкортостан»"
  4. Равиль Рамазанов. Согревая теплом своей души (к юбилею журналиста Альфии Акбутиной). Информационное агентство «Башинформ», 9 октября 2010 года (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 5 октябрь 2018)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә