Әйүпов Рәшит Хәмит улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Әйүпов Рәшит Хәмит улы (1920 йыл[1]) — 24 ноябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкы яугиры, огневой взвод командиры.

Әйүпов Рәшит Хәмит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1920
Тыуған урыны Таш-Күстән, Сельское поселение Южное[d], Оло Глушица районы
Вафат булған көнө 24 ноябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Рәшит Хәмит улы Әйүпов (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Хәлит улы) 1902 йылда Һамар өлкәһе Оло Глушица районы Таш-Күстән ауылында тыуған. 1928 йылда Һамар губернаһы Пугачев өйәҙе (хәҙер Оло Глушица һәм Чернигов райондары) башҡорттары ата-бабалары төйәгенә ҡайтып, Баймаҡ районында Үҙән ауылына нигеҙ һалалар[2]. Ошо тулҡын менән Әйүповтар ғаиләһе Баймаҡ районында төпләнә. Рәшит Хәмит улы Байҡара руднигында эшләй башлай. Урта белемле. 1929 йылдан — ВЛКСМ ағзаһы. Хәрби хеҙмәткә 1940 йылда алына. Кесе лейтенанттар мәктәбен тамамлай. 1942 йылдың 13 сентябрендә лейтенант званиеһы бирелә[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкында огневой взводы командиры булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың 24 ноябрендә яу яланында батырҙарса һәләк була[1].

Хәтер үҙгәртергә

Әйүпов Рәшит Хәмит улының исеме Баймаҡ районының Хәтер китабына индерелгән[3]. Яугир тураһында өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе тарих фәндәре кандидаты М. М. Маннапов тапҡан.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә