Әзербайжандағы телдәр

Әзербайжандағы телдәр дүрт тел ғаиләһенә  — һинд-европа, алтай, картвел, нах-дағстан ғаиләләренә ҡарай. Әзербайжанда иң таралған тел - әзербайжан теле ( 2009 йылда халыҡтың 98,6 % телде белгән[1]). Уҡыу һәм аралашыу теле сифатында урыҫ һәм инглиз телдәре мөһим роль уйнай һәм (2009 йылдағы йәниҫәп буйынса илдәге халыҡтың ярашлы рәүештә 7,6 %-ы һәм 0,8 % -ы был телдәрҙе туған тел кимәлендә белгән[1]). Бынан тыш, төп халыҡтар лезгин, талыш, авар, грузин, цахур, курд, тат, удин телдәрендә һөйләшә. Тау йәһүдтәре шулай уҡ джуһури һөйләшен ҡуллана , әммә иммиграция һәм модернизацияға бәйле уны ҡулланыу кәмей.

Әзербайжандағы телдәр
Дәүләт  Әзербайжан
 Әзербайжандағы телдәр Викимилектә
Әзербайжандағы телдәр
Әзербайжандағы Әсә теленә һәйкәл

Әзербайжандағы телдәр үҙгәртергә

Ғәмәлдәге Әзербайжан Конституцияһына ярашлы әзербайжан теле республиканың рәсми теле булып тора. Конституцияла әйтелгәнсә, тип әйтә ҡуллана һәм ирекле үҫеш тәьмин Әзербайжан Республикаһы башҡа халыҡтар һөйләшкән телдәрҙе ҡулланыуҙы һәм үҫтереүҙе лә тәьмин итә[2].

Рәсми тел үҙгәртергә

Әзербайжан теле төрки телдәрҙең алтай ғаиләһе төркөмөнә ингән уғыҙ төркөмсәһенә ҡараған тел. «Әзербайжан Республикаһының дәүләт теле тураһында» Законы буйынса әзербайжан телен белеү мотлаҡ булып тора. Ул илдең сәйәси, ижтимағи, иҡтисади, мәҙәни һәм фәнни тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә ҡулланыла. Законда дәүләт телен файҙаланыу, яҡлау һәм үҫтереүҙе дәүләт тәьмин итеүе билдәләнгән [3].

Урыҫ теле үҙгәртергә

150 меңдән ашыу Әзербайжан граждандары өсөн урыҫ теле туған тел булып тора, уларҙың күпселеге — этник урыҫ, шулай уҡ урыҫлашҡан әзербайжандар, лезгиндар, аварҙар, украиндар, йәһүдтәр һәм башҡалар ошо телде туған теле һанай. 1994 йылда икенсе тел сифатында урыҫ телендә Әзербайжан халҡының 38 %-ы ирекле һөйләшә алған[4]

Әрмән теле үҙгәртергә

Әзербайжандың рәсми сиктәрендә әрмән телендә бөгөн, нигеҙҙә, ғәмәлдә танылмаған дәүләт Таулы Ҡарабах республикаһы ҡарамағындағы төбәктәрҙә этник әрмәндәр генә һөйләшә. Шулай уҡ уны Әрмәнстандан ҡасып килгән күп кенә әзербайжандар белә[5].

Дағстан телдәре үҙгәртергә

Әзербайжанда түбәндәге нах-дағстан телдәрендә һөйләшеүселәр бар:

Будух теле[6].

Хиналуг теле [7].

Рутул теле [8].

Цахур теле[9].

Иран (фарсы) телдәре үҙгәртергә

Картвел телдәре үҙгәртергә

Грузин теле үҙгәртергә

Грузин телендә Әзербайжандың төньяғындағы Балакән, Закатала һәм Гах райондарында һөйләшәләр. Был яҡтарҙа грузиндар ойошоп йәшәй . 2007 йылдағы йәниҫәп буйынса уларҙың һаны 15 мең кеше тәшкил иткән. Шул райондарҙа йәшәгән грузиндар грузин теленең ингилой диалектында һөйләшә, кахетин диалектына оҡшай. Грузин телле мәктәп эшләп килә, театр һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары бар. Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла түләүһеҙ грузин теле мәктәбе эшләй, ул һәр йыл уҡыусылар ҡабул итә. Әзербайжанда грузин теле менән ҡыҙыҡһыныусылар арта, был ике ил араһындағы иҡтисади-сауҙа мөнәсәбәттәре менән бәйле[10].

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 The State Statistical Committee of the Republic of Azerbaijan 2015 йыл 6 декабрь архивланған.: Population by ethnic groups 2016 йыл 13 ноябрь архивланған.
  2. Конституция Әзербайжанской Республики, Система Гарант. 2008 йыл 2 март архивланған.
  3. Закон Азербайджанской республики «О государственном языке в Азербайджанской Республике», Medialaw.ru. 2011 йыл 26 февраль архивланған.
  4. Сюни, Рональд и др. «Армения, Азербайджан и Грузия». DIANE Publishing, 1996; с. 103.
  5. Әзербайжан и Россия. Общества и государства 2011 йыл 25 март архивланған.
  6. Будухский язык. tapemark.narod.ru. Дата обращения: 7 май 2018.
  7. ХИНАЛУГСКИЙ ЯЗЫК • Большая российская энциклопедия - электронная версия. bigenc.ru. Дата обращения: 7 май 2018. 2022 йыл 8 апрель архивланған.
  8. РУТУЛЬСКИЙ ЯЗЫК • Большая российская энциклопедия - электронная версия. bigenc.ru. Дата обращения: 7 май 2018. 2018 йыл 7 май архивланған.
  9. Цахурский язык под угрозой исчезновения | Лала Алиева | Чайхана. Чайхана. Дата обращения: 7 май 2018. 2018 йыл 7 май архивланған.
  10. Sputnik. Школа грузинского языка в Баку начинает прием учащихся. sputnik-georgia.ru. Дата обращения: 7 май 2018.