Ингилойҙар (груз. ინგილოები; әзерб. İngiloylar) — грузиндарҙың Әзербайжандың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән этнографик төркөмө. Грузин теленең ингилой диалектында һөйләшәләр.

Ингилойҙар
Туған тел Грузин теле
 Ингилойҙар Викимилектә
Ках ауылы ингилой ҡатындары байрамса милли кейемдә.1883 год
Ингилой-мосолман

Дингә мөнәсәбәтле ингилойҙар нәсрани һәм сөнни мосолмандарға бүленә. Мосолман ингилойҙар Балакән һәм Закатала райондарында йәшәй, ә нәсраниҙары Гах районында көн итә[1]. Тәүгеләре Закатала районының Әлиәбад һәм Мосул ауылдарында, шулай уҡ Балакән районы Ититала ауылдарында , ә икенселәре — Ках районының Ках-Ингилой, Бөйөк Алатемир, Ках-Баш, Әлибәкли, Мешабаш, Зегем, Хәләф-Тала, Гарамеша һәм Гымыр ауылдарында ойошоп, тупланып йәшәй. XIX быуат аҙағында — XX быуат башында сыҡҡан Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (ЭСБЭ) мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Закатала округында 3703 грузин (4,98 %) һәм 8727 ингилой (11,72 %) йәшәгән[2].

Урыҫ хакимиәте вәкилдәре правослау миссионерҙарҙы ингилойҙарға ебәреп торған, әммә уларҙы дошман күреп ҡаршы алғандар[3]. ЭСБЭ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Кавказда правослау христианлыҡты тергеҙеү йәмғиәтенең миссионерлыҡ эшмәкәрлеге йоғонтоһонда ингилойцҙар 1860 йылда Исламдан христианлыҡҡа күскәндәр, 12 приход барлыҡҡа килгән, әммә 1863 йылда 9 приход яңынан Исламға ҡайта, шул уҡ ваҡытта 1892 йылда 62 кешене суҡындыра алғандар [4].

Әзербайжанда грузиндар һаны динамикаһы
1926[5] 1939[6] 1959[7] 1970[8] 1979[9] 1989[10] 1999[11] 2009[12]
9500 10 196 9526 13 595 11 412 14 197 14 900 9900

Әлибәйли ауылында Гах дәүләт грузин драма театры эшләп килә. Грузин телендә «Шалала» гәзите сыға[13].

Яҙыусы Якоб Гогебашвили «Батша Ираклий һәм ингилой ҡыҙы» тигән тарихи хикәйә яҙған. 2009 йылда «Әзербайжантелефильм» студияһында «Ингилойҙар» тигән документаль фильм төшөрөлгән, ул Әзербайжандың ошо аҫаба халҡының тарихына, мәҙәниәтенә, ғәҙәт-йолаларына бағышланған [14].

Ингилойҙарҙың күпселеге Әзербайжан халҡы иҫәбен алғанда «әзербайжан» тип яҙылған[15].

Әзербайжандың билдәле ингилойҙары

үҙгәртергә
  • Джанашвили Моисей Георгиевич[16] — грузин тарихсыһы, филолог, педагог, Хеҙмәт Геройы (1932).
  • Муратов Анатолий Олегович (1900—1964) — совет хәрби начальнигы, гвардия генерал-майоры.

123

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Аджарҙар — грузиндарҙың этнографик төркөмө. 70 % правослау, 30 % мосолман (башлыса Төркиә менән сиктәш төбәктәрҙә йәшәгән оло йәштәге кешеләр).
  • Лаздар — Төркиәләге башлыса мосолман картвель этник төркөмө.
  • Ферейдандар — Ирандағы мосолман грузиндар.
  • Чвенебури — Төркиәләге мосолман грузиндар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Афранд ДАШДАМИРОВ. Этнокультурная палитра Азербайджана. Газета Азербайджанский Конгресс (02.05.10).
  2. Закатальский округ // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. И. П. Перушевский. Джаро-белоканские вольные общества в первой половине XIX века. — Махачкала, 1993. — С. 48-49.
  4. Миссионерские общества // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Всесоюзная перепись населения 1926 года. Национальный состав населения по регионам республик СССР. «Демоскоп». Архивировано 3 февраль 2012 года.
  6. Всесоюзная перепись населения 1939 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Архивировано 3 февраль 2012 года.
  7. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Архивировано 3 февраль 2012 года.
  8. Всесоюзная перепись населения 1970 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Архивировано 3 февраль 2012 года.
  9. Всесоюзная перепись населения 1979 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Архивировано 26 август 2011 года.
  10. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Архивировано 26 август 2011 года.
  11. Этнический состав Азербайджана (по переписи 1999 года). «Демоскоп». Архивировано 26 август 2011 года.
  12. Ethnic composition of Azerbaijan: 2009 census. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  13. Международный ежемесячный бюллетень. Центр "Право и средства массовой информации" (апрель 1996). 2011 йыл 9 декабрь архивланған.
  14. В Азербайджане снят фильм про ингилойцев. vesti.az (9 октябрь 2009). Архивировано 17 март 2012 года. 2012 йыл 8 март архивланған.
  15. [АРИФ ЮНУСОВ. АЗЕРБАЙДЖАН В НАЧАЛЕ XXI ВЕКА: КОНФЛИКТЫ И ПОТЕНЦИАЛЬНЫЕ УГРОЗЫ. Баку-2007. C.143 2019 йыл 2 февраль архивланған.
  16. Институт этнографии имени Н.Н. Миклухо-Маклая. Труды Института этнографии им. Н.Н. Миклухо-Маклая: Новая серия. — Изд-во Академии наук СССР, 1962. — С. 197.

Һылтанмалар

үҙгәртергә