Әбүлхәсән Әләкбәрзадә
Әбүлхәсән Әлибаба оглу Әләкбәрзадә ( әзерб. Əbülhəsən Əlibaba oğlu Ələkbərzadə 12 март, 1904 - 1986 ) - әзербайжан һәм совет яҙыусыһы, журналист. Совет Азербайджанының беренсе романы авторы. 1934 йылдан Әзербайжан ССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Әзербайжан халыҡ яҙыусыһы ( 1979 ) [1] . Ул Почет билдәһе ордены менән бүләкләнгән .
{{{Исеме}}} | |
Биографияһы
үҙгәртергәӘбүлхәсән Әләкбәрзадә Шемаха районы Баскал ауылында 1906 йылдың 12 мартында тыуған . Баскалда ул 4 йыллыҡ урыҫ-татар мәктәбендә уҡыған, һуңынан өс айлыҡ уҡытыусылар курсын тамамлаған. 1921 йылда ул Баҡы уҡытыусылар семинарияһына уҡырға инә, артабан Дербентта уҡыта башлай. 1932 йылда ул Баҡы педагогия институтын тамамлай.
Ул Әзербайжан кинематография комитетының баш мөхәррире була, ике тапҡыр төрлө ваҡытта "Әзербайжан" журналының баш мөхәррире булып эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашкан .
Хәрби һәм әҙәби эшмәкәрлеге өсөн ул өс тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены (1966, 1971, 1976), Маҡтау грамоталары һәм хәрби миҙалдар менән бүләкләнгән.
Ижад юлы
үҙгәртергәӘбелхәсән Әләкбәрзадә әҙәби ижадының беренсе йылдарында күберәк шиғриәт менән шөғөлләнгән. 1925-27 йылдарҙа «Мариф йолу» журналында уның беренсе шиғырҙары баҫыла. Был әҫәрҙәр лирик характерҙа һәм, дөйөм алғанда, тәбиғәт күренештәренә бағышлауҙарҙан тора [2].
Хәҙерге әзербайжан романының беренсе үрнәге - "Күтәрелеш"те Әбүлхәсән Әләкбәрзадә яҙған. Роман ауылдағы дөйөм хәрәкәткә арналған. 1930 йылда сыҡҡан «Күтәрелеш»тең беренсе өлөшө 1933 һәм 1938 йылдарҙа автор тарафынан эшләп бөтөрөлә. Яҙыусы роман өҫтөндә ижади эшен дауам итә һәм 1962 йылда әҫәрҙең икенсе өлөшөн баҫтыра[3].
1933 йылда яҙылған «Донъя емерелә» романында Әзербайжан эшселәренең яулап алыу һәм революцион дәүләт төҙөү процессы тасуирлана. «Донъя емерелә» - авторҙың да, ул саҡтағы әзербайжан прозаһының ла оло ҡаҙанышы була, был әҫәр шулай уҡ бер нисә тапҡыр өр-яңынан эшкәртелеп, яҡшыртыла. 1980 йылда ул уны «Өс йылдан һуң» тигән исем менән баҫтыра[4].
Вафаты
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Очерк истории азербайджанской советской литературы, М., 1963, с. 461-76.
- Ismayılov Y. Əbülhəsənin yaradıcılığı. Bakı: Elm, род. 1986, 208 səh.
- Cəfərov M. Ə.Əbülhəsənin nəsrinin dili. Bakı: APU, 1992, 97 səh.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Respublikanın ədəbiyyat xadimlərinə Azərbaycan SSR fəxri adlarının verilməsi haqqında Azərbaycan SSR Ali Soveti Rəyasət Heyətinin 30 iyul 1979-cu il tarixli Fərmanı — anl.az
- ↑ Müasir Azərbaycan ədəbiyyatı, I cild, Bakı-2007, s.297
- ↑ Müasir Azərbaycan ədəbiyyatı.I cild, bakı-2007,s.299
- ↑ Müasir Azərbaycan ədəbiyyatı. Bakı/2007,s.303
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Абульгасан// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 1-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969-1978.