Әбләз болондары
Әбләз болондары (рус. Аблязовские луга) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Агаповка районы биләмәһендәге Яйыҡ йылғаһы үҙәнендәге болондар, өлкәнең айырым ҡурсыуындағы ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы[1].
Әбләз болондары | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Географияһы
үҙгәртергәӘбләз болондары Агаповка районы биләмәһендәге Ғөмбәй йылғаһы ҡойған урындан башлап Яйыҡ буйлап һуҙылып киткән, Агаповка һәм Әбләз ҡасабалары араһында урынлашҡан.
Силәбегә тиклем араһы — 295 км, Магнитогорскиға — 20 км, Орскиға — 290 км, Агаповкаға — 6 км. Координаттары: 53°14′31″N 59°9′50″E
Тасуирламаһы
үҙгәртергәБолондар Яйыҡ йылғаһының ваҡ ҡына күлдәргә әүерелгән балыҡҡа бай иҫке үҙәндәре менән дә сыбарланған. Силәбе өлкәһе Агаповка районындағы Магнитогорск ҡалаһы янындағы үле йылға (иҫке үҙән) тибындағы бәләкәй күлдәр күп.
Әбләз болондарын йылға буйы туғайҙары, йылға террасалары хасил итә. Һыубаҫар туғай һәм уның сиге бейеклеге 1,5-2 метр тәшкил итә. Әбләз туғайҙарына төньяҡтан тәбәшәк, әммә матур ҡаялар килеп терәлгән.
Болондарҙың территорияһы — 231 гектар.
Тәбиғәте
үҙгәртергәӘбләз болондарында күп төрлө үҫемлектәр араһында уникаль берәмектәре осрай. Бында урман зонаһына хас ярайһы дымлы ысын болондар, далалашҡан болондар, ҡыуаҡтар һәм ағастар, шулай уҡ һаҙға әйләнгән майҙандар бер-береһенә терәлеп тора. Әйткәндәй, был территориялағы ысын болондар — Силәбе өлкәһенең дала зонаһында һаҡланып ҡалған бик аҙ ғыналарының береһе.
Бында таралған үҫемлектәр араһында ағастарҙан — тал, шыма ҡарама, ҡара тирәк тополь ҡара, ҡыуаҡлыҡтарҙан муйыл, балан, гөлйемеш, энәлек, ҡара бөрлөгән һәм башҡалар үҫә. Үлән үҫемлектәр бер нисә ярус булып үҫә. Улар араһында — тар япраҡлы юшан, сысҡан борсағы, андыҙ, ер еләге, меңъяпраҡ һәм башҡа бик күп төрҙәр. Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәр ҙә: шаҡмаҡлы һипкелгөл (рус. рябчик шахматный), кәрлә ирис осрай. Бәшмәктәр ҙә күп үҫә[2].
Айырым статусы
үҙгәртергә1989 йылда Әбләз болондарының уникаль үҫемлек донъяһы өлкә кимәлендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. 2020 йылда уларҙың статусы рәсми рәүештә Силәбе өлкә хөкүмәте тарафынан положение ҡабул ителеп, яңынан раҫланған[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Аблязовские луга
- ↑ Аблязовские луга 2021 йыл 13 апрель архивланған.
- ↑ Постановление от 20 марта 2013 года N 84-П «О положениях о памятниках природы Челябинской области» (с изменениями на 29 июня 2020 года) (в ред. Постановлений Правительства Челябинской области от 28.05.2019 N 251-П, от 29.06.2020 N 296-П)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 735-се бит
- А. И. Левит. Южный Урал: география, экология, природопользование. Учебное пособие, 2001
- Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. С. 123.