Викидатала элемент юҡ

Әбйәлил — башҡорт ир-ат исеме.

Этимология

үҙгәртергә

Әбйәлил (Әбделйәлилдән ҡыҫҡартылған) башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән ир-ат исеме. Бөйөк, дәрәжәле тигәнде аңлата[1].

Фамилияла

үҙгәртергә

Әбйәлилов Талип Салауат улы (рус. Абжалилов Талип Салаватович) (1902- ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы составындағы 76 миллиметрлы батареяның ездовойы. Гвардия ҡыҙылармеецы. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Әбйәлилов Шәриф Ғәзиз улы (1939), хужалыҡ эшмәкәре. 1982—2002 йылдарҙа «Башвтормет» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы (1997) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1999) металлургы. Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.

Әбйәлилова Мөкәрәмә Ғәзиз ҡыҙы (1925 йыл) — китапханасы, 1953—1955 йылдарҙа — Сибай ҡасаба Советы рәйесе. Юғары партия мәктәбендә уҡый. Йылайыр КПСС район комитеты секретары, Сибай ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире була. БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Әбйәлил — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Таштимер ауыл Советына ҡарай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Әбйәлил районы (рус. Абзелиловский район) — Башҡортостанда Урал аръяғының урта өлөшөн биләй. Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 4289 км². Район үҙәге — Асҡар ауылы.

«Әбйәлил» — Шәкир Бикҡолов һүҙҙәренә Рафиҡ Сәлмәнов яҙған йыр.

«Әбйәлил» — Башҡорт халыҡ әкиәте.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ