Стәрлетамаҡ — Белорет трактындағы әбей батша күперҙәре

Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Берәтәк ауылы эргәһендә Оло Нөгөш йылғаһы аша һалынған күпер.

Ташкүпер (Әбей батша күпере, Кәтерина күпере) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Берәтәк ауылы эргәһендә Оло Нөгөш йылғаһы аша һалынған күпер. Ул Екатерина II осоронда Стәрлетамаҡ — Белорет трактында (халыҡ телендә «Екатерина юлы») XVIII быуатта төҙөлгән күперҙәрҙең береһе.

Ташкүпер
Ташкүпер
Кәтеринә күперенең таш нигеҙе

Географик координаталар: 54°42′36″ с. ш. 55°57′17″ в. д.HGЯO

Файҙаланыу өлкәһе

Автомобилдәр һәм
йәйәүлеләр өсөн

Киҫешә

Оло Нөгөш

Урынлашыу урыны

Бөрйән районы Берәтәк ауылы

Эксплуатация
Асылыу ваҡыты

1769

Төҙөлөү тарихы

үҙгәртергә

Берәтәк ауылы менән Ишембай районының Һәйет ауылы араһында ике күпер бар: береһе ағастан (1975 йылда яңынан төҙөлә), икенсеһе таштан. Таш күпер тәү төҙөлгән килеш тиерлек һаҡланған һәм әле лә сафта.

Күперҙәрҙең төҙөлөү тарихы тураһында:

  Брәтәк ауылы Белорет — Стәрлетамаҡ трактында урынлашҡан. Был бик боронғо юл. Был юл халыҡ телендә «Екатерина юлы» тип тә йөрөтөлә. Юл һалыу тарихы Әүжән-Петровск заводы менән бәйле булырға тейеш. Берг-коллегияның 1753 йылдың 16 ноябрендәге указына ярашлы Әүжән йылғаһы буйында купец К. Матвеев тарафынан заводҡа нигеҙ һалына. 1755 йылда завод эшләй башлай. Ҡағы заводы 1769 — йылда Демидов тарафынан төҙөтөлә. Егәҙе ауылы һәм заводы 1890 йылда барлыҡҡа килә  

, — тип яҙа Вәли Ғүмәров[1].

Катерина юлы, күперҙәр тураһында викидәреслектән уҡығыҙ[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Таң гәзите. 2013 йыл, 5 март, шишәмбе, № 27 (9505) (Рафаэль Атауллин. Брәтәк ауылы)
  • Ғүмәров В. Ғ.Брәтәк ауылы тарихы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә