Екатерина күпере (Ҡыйғы районы)
Екатерина күпере — Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Тёплый Ключ ауылы эргәһендәге күпер. Фаразланғанса, Екатерина трактында XVIII быуатта төҙөлгән күперҙәрҙең береһе, Ҡыйғы районының иҫтәлекле урындарынан һанала[1].
Екатерина күпере | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыйғы районы |
Екатерина II хакимлыҡ иткән йылдарҙа юлдар әүҙем төҙөлә. 1755 йылғы административ-территориаль реформаларға ярашлы, Рәсәй империяһы территорияһында 50 губерна ойошторолған һәм уларҙы төҙөкләндереү өсөн ҡаҙнанан аҡса бүленгән. Был үҙгәртеп ҡороуҙар Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенә лә ҡағылған.
Күперҙе һалыу ысулы үҙенсәлекле — күпер монументаль һәм шул уҡ ваҡытта тупаҫ та түгел.
Хәҙерге Ҡыйғы районы аша боронғо Златоуст — Красноуфимск[2] трассаһы үткән.
Ошо юлдан Пугачёв менән Салауат Юлаев ғәскәрҙәре хәрәкәт иткән.
Алексей Ивановтың «Увидеть русский бунт» китабында был күперҙең фотографияһы бар. Автор боронғо архитектура ҡомартҡыһының емерелә барыуына эсе боша: «Ни өсөн Рәсәй ер йөҙөнән юғала барған боронғо ҡомартҡылар, мәҫәлән, рыцарь ҡәлғәләре тураһында хәстәрлек күрмәй?»
Был — Себергә каторжандарҙы ҡыуған тракт, «Екатерина» күперҙәре, ти автор.
2020 йылға ҡарата торошо буйынса күпергә реставрация талап ителә. Был күпер — тарихи ҡомартҡы, ул һаҡлауға һәм яңыртылыуға мохтаж[3].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Екатерина күпере(недоступная ссылка)
- Екатерина күперенең фотоһы
- Боронғо күпер. Ҡайын тауы. Юл күрһәткес.
- Видео
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Екатерина күпере(недоступная ссылка)
- ↑ "Путеводитель": Старинный мост и березовая гора (билдәһеҙ).
- ↑ Боронғо күпер. Ҡайын тауы. Юл күрһәткес.