Һәләк булған яугир-афғандар һәйкәле (Донецктың Киев районы)

Һәләк булған яугир-афғансылар һәйкәле (яугир-интернационалистар һәйкәле) — Донецк өлкәһенең һәләк булған яугир-афғансылар хөрмәтенә скульптура композицияһы

Һәләк булған яугир-афғандар һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Донецк
Урын Парк культуры и отдыха имени города Донецка[d]
Жанр паблик-арт[d]
Мираҫ статусы памятник истории местного значения Украины[d]
Тасуирлау биттәре ritual-donetsk.com/ru/do…
ia600308.us.archive.org/…
Карта
 Һәләк булған яугир-афғандар һәйкәле (Донецктың Киев районы) Викимилектә

Донецк өлкәһе территорияһында афған һуғышында һәләк булған 302 кеше ерләнгән (1979—1989) һәм был һуғыштан 300 ашыу кеше инвалид булып ҡайтҡан.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Һәйкәл 1996 йылдың 7 майында Ленин комсомолы исемендәге паркта асылған. Һәйкәлдең авторҙары — скульптор А.Н. Порожнюк һәм архитекторы Е.М. Темкин

Һәйкәл «Донбассты азат итеүселәргә» монументы эргәһендә урынлашҡан, был Бөйөк Ватан һуғышы һәм афған һуғышы быуындарының бәйләнешен сағылдыра.

Һәйкәл Афғанстан ҡаяларын символлаштырған таш киҫәгендә яугир һыны скульптураһынан ғибәрәт. Таш тирәләй 254 һәләк булғандарҙың фамилияһы менән 36 мемориаль таҡта урынлашҡан һәм парк менән булдырылған тынлыҡ зонаһына бүленгән.

Һәйкәлдең скульпторы Александр Порожнюк һүҙҙәре буйынса, уның тарафынан ҡуйылған һәйкәлгә ҡарағанда уңышлыраҡ проект төҙөлгән[1]. Проект буйынса һәйкәл ҙур ҡая кеүек күренергә тейеш, уның эсенә һалдаттар сафы инә — береһе ингән тиерлек һәм уның елкәһе генә күренә, икенсеһе тик әҙ генә ингән. Ҡая Афғанстанды яулап алыу мөмкин түгеллекте сағылдыра һәм һалдаттар уның эсенә инеүе һис бер нәмә лә бирмәй. Әммә был проект тормошҡа ашмай.

2009 йылда, «Донбасс-Арена» стадионын төҙөү сәбәпле һәйкәлде яңы урынға күсерергә тейеш булалар[2]. Уны «Донбассты азат итеүселәргә» монументы эргәһенә ҡуялар, ике һәйкәл дә берҙәм ансамблде тәшкил итә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

6 сентября 2006 года в Петровском районе Донецка был открыт ещё один памятник воинам-интернационалистам, погибшим в Афганистане.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ему запретили сделать кентавра. Говорит Донецк. Дата обращения: 6 октябрь 2011. Архивировано 1 февраль 2012 года. 2012 йыл 26 апрель архивланған.
  2. «Донбасс Арена» вытеснила памятник воинам-афганцам из парка. Дата обращения: 15 февраль 2009. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.(недоступная ссылка), «Донбасс Арена» вытеснила памятник воинам-афганцам из парка. Дата обращения: 15 февраль 2009. Архивировано 30 ноябрь 2012 года. 2016 йыл 4 март архивланған., Ахметов вытеснил памятник воинам-афганцам (ФОТО). Дата обращения: 15 февраль 2009. Архивировано 30 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 29 июнь архивланған., Дань памяти. Дата обращения: 16 апрель 2009. Архивировано 30 ноябрь 2012 года. 2010 йыл 2 ғинуар архивланған.

Библиография

үҙгәртергә
  • Памятники и памятные знаки // Всё о Донецке.: Справочное пособие. — Донецк: Донбасс, 2003. — С. 156-162. — ISBN 5-7740-0782-0.
  • А. К. Скибенко. 6 донецких экскурсий. — Донецк: Норд Компьютер, 2009. — С. 28. — 145 с.
  • Памятник погибшим воинам-афганцам // Телегид. Специальный выпуск. Донецк туристический. 150 лучших мест для семейного отдыха. — Донецк, август 2010. — № 2. — С. 9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә