Һыҙыҡса һуғышы
Һыҙыҡса (дефис) һуғышы (чех Pomlčková válka, словак. Pomlčková vojna) — 1989 йылдағы "Бәрхәт революция"нан һуң чехтар һәм словактар араһында Чехословакияның атамаһы буйынса бәхәсе.
Һыҙыҡса һуғышы | |
Кем хөрмәтенә аталған | һыҙыҡ |
---|---|
Дәүләт |
Чехословакия Чехословацкая федеративная республика[d] |
Төп тема | һыҙыҡ |
«Бәрхәт революция» 1989 йылдың ноябрендә булыуға ҡарамаҫтан, 1990 йылдың башында да ил «Чехословакия Социалистик Республикаһы» (чех һәм словак телдәрендә лә «československá socialistická republika», ČSSR) тип йөрөтөлә. Президент Вацлав Гавел атаманан «социалистик» һүҙен алырға тәҡдим итә, әммә словак сәйәсмәндәре тағы ла бер үҙгәреш талап итә — ил исеме 1918—1920 (һәм һуңыраҡ та[1]) һәм 1938—1939 йылдарҙағыса һыҙыҡса аша яҙылырға («Чехо-Словакия») тейеш[2].
1990 йылдың 29 мартында Чехословакия парламенты илдең атамаһы чех телендә — һыҙыҡсаһыҙ (чех Československá federativní republika, рус. Чехословацкая Федеративная Республика), һәм словак телендә дефис аша (словак. Česko-slovenská federatívna republika, рус. Чехо-словацкая Федеративная Республика)[3] тип яҙылырға тейеш, тигән ҡарар ҡабул итә. Әммә был хәл ҡәнәғәтләнерлек түгел тип таныла, һәм 1990 йылдың 20 апреленән парламент тағы ла илдең атамаһын үҙгәртә — хәҙер ул «Чех һәм Словак Федератив Республикаһы» (чех Česká a Slovenská Federativní Republika, словак. Česká a Slovenská Federatívna Republika)[4] тип атала. Чех телендә лә, словак телендә лә фразаның тәүге һүҙе генә ҙур хәреф менән яҙылғанлыҡтан, «словак» һүҙен нисек яҙыу мәсьәләһе килеп тыуа; атаманың барлыҡ һүҙҙәрен дә ҙур хәреф менән яҙырға ҡарар итеп, проблема урап үтелә.
Ил атамаһы буйынса бәхәс тел һәм мәҙәниәт буйынса ике туғандаш халыҡтың бәхәсе юҡ ҡына сәбәп буйынса милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеү миҫалдарының береһе булып тора. Конструктив хәл ителмәгән ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың йыйылыуы 1993 йылда илдең Чехия һәм Словакияға бүленеүенә килтерә. Хәҙерге Чехия һәм Словакия дәүләттәрендә ике бойондороҡһоҙ милли дәүләттәрҙең барлыҡҡа килеүен ҡыҙыҡлы аспекттарының береһе «дефис һуғышы» булған тарихи ихтыяж тип ҡарала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Arnošt Caha. Republika česko-slovenská: Zeměpisný přehled. — Děd. Havlíčkovo, 1922. — С. 31.
- ↑ Jiří Letov, Jiří Jeníček, Vladimír Pacák. Česko-slovenská armáda. — Ministerstvo národni obrany, 1938.
- ↑ Česko-slovenská federatívna republika, Zbierka zákonov č. 19/1990, page 362, «Ústavný zákon 81/1990 Zb. z 29. marca 1990 o zmene názvu Československej socialistickej republiky», 29 March 1990 (на словацком — Конституционный закон об изменении названия Чехословацкой Социалистической республики)
- ↑ Česká a Slovenská Federatívna Republika, Zbierka zákonov č. 21/1990, page 404, «Ústavný zákon 101/1990 Zb. z 20. apríla 1990 o zmene názvu Česko-slovenskej federatívnej republiky», 20 April 1990 (на словацком — Конституционный закон об изменении названия Чехо-Словацкой Федеративной республики)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- «Дефисная война: когда дефис разделяет» 2016 йыл 10 март архивланған. (чех.)
- «Раздел Чехословакии, или отношения между чехами и словаками в 1989—1992» (чех.)