Һыусыҡҡан шишмәһе (Ейәнсура районы)

Башҡортостандың Ейәнсура районы Түбәнге Муйнаҡ ауылынан көньяҡтараҡ ятҡан шишмә. Ейәнсура районының 7 мөғжизәһенең береһе.

Һыусыҡҡан шишмәһе — Башҡортостандың Ейәнсура районы Түбәнге Муйнаҡ ауылынан көньяҡтараҡ, тау-таш араһынан урғылып ағып сыҡҡан, ҡышҡы һыуыҡта туңмай, йәйге эҫелектә ҡоромай торған шишмә. Икенсе атамаһы — Әүлиә шишмәһе. Ейәнсура районының 7 мөғжизәһенең береһе, «Ейәнсурам-мөғжизәләр иле» китабына ингән[1].

Һыусыҡҡан шишмәһе
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Ейәнсура районы
Һыусыҡҡан шишмәһе (Ейәнсура районы)
Һыусыҡҡан шишмәһенең һыуы шифалы

Исемдәренең килеп сығышы риүәйәттә үҙгәртергә

Урындағы халыҡ хәтерендә һаҡланып ҡалған риүәйәт буйынса, хәҙерге Ейәнсура районы биләмәһендә бик боронғо дәүерҙә Өҫкәлек йылғаһы буйында урынлашҡан Аҡтау итәгендә ҙур күл булған, ул ҡарағас менән уратылып алынған була, һыуы шифалы, таҙа. Башҡорттар шул тирәлә, аҡ тирмәләр ҡороп, йәйләгән. Аҡтау тауы үҙе бер мөғжизә булғанлыҡтан Үҫәргән халҡы уны изгеләштергән. Хатта Сыңғыҙ хан был ерҙәргә аяҡ баҫырға баҙнат итмәгән. Тик ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ яуы ябырылып, халыҡты бөлдөргән. Урындағы халыҡ тау өсөн ҡаты алышҡан, әммә күпкә көслөрәк булған дошман аҫабаларҙы күлгә ырғытҡан, арттарынан эре таштар ташлап, тупраҡ менән күмгән. Шул ваҡытта Ғәббәс, Өмбәт, Ҡырғыҙ Муйнағы ауылдары барлыҡҡа килгән, тиҙәр[2].

Бер ваҡыт Аҡтау тауы аҫтынан көслө шишмә бәреп сыҡҡан һәм ҡаҙаҡ-ҡырғыҙҙарҙың ауылдарын емергән. Муйнаҡ исемле уҙаман Кинйә Арыҫланов менән бәйләнешкә инә һәм дошманға ҡаршы аяуһыҙ көрәш башлай. Аманингән тигән урында баҫҡынсыларҙы ҡыралар һәм ошонда күмәләр. Ҡәберлек өҫтөндә артыш үҫеп сыға, хәҙерге ваҡытта ла ҡәбер Артыш исемен йөрөтә[2].

Халыҡ тыныс тормошта йәшәй башлағас, бик алыҫ тарафтарҙан, Сәғүд Ғәрәбстанынан, бер әүлиә килеп урынлаша. Уны халыҡ бик хөрмәт итә, ә әүлиә кешеләрҙе дауалай, ислам динен тарата[2]. Вафатынан алда, минең өҫтөмә кәшәнә ҡормағыҙ, тип әйтеп ҡалдыра. Уны Балҡантау итәгендә ерләйҙәр[1].

Шуның өсөн тау аҫтынан бәреп сыҡҡан шишмәнең атамаһы Һыусыҡҡан, ә икенсе атамаһы — Әүлиә шишмәһе — әүлиә ҡәберлегенең яҡынлығынан (шишмәнән йөҙләп метр өҫтәрәк ята) бирелгән.

Һыуының шифаһы үҙгәртергә

Һыусыҡҡан шишмәһенең һыуы шифалы, уны дауа итеп ҡалаҡлап эсер өсөн һауыт-һабаға тултырып алып ҡайталар. Шишмә һыуын Мәскәү ғалимдары тикшергәндән һуң унда бик күп файҙалы элементтар барлығын асыҡлайҙар. Һыуы иҫкермәй, оҙаҡ ваҡыт, хатта йылдар буйы, һаҡлана. Һыуы менән тамаҡ шешкәндән, аллергиянан дауалайҙар[1]. Тап-таҙа, теш ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыуҙың шифаһын, шишмәнән дистиллирланған һыу ағып сыҡҡанын электән яҡын-тирәлә генә түгел, Ырымбур яҡтарында белгәндәр. Хатта Андреевка сиркәүе священнигы ошо һыуҙы «тере һыу» тип үҙ халҡына һатҡан[3].

Халыҡтың яратҡан ял итеү урыны үҙгәртергә

Октябрь революцияһына тиклем Һыусыҡҡандың һыуы, ере менән күрше өлкә урыҫтары ирекле рәүештә, бер сикләүһеҙ файҙалана, урындағы халыҡ менән үҙ-ара килешеп, шифалы һыуҙы тотоналар. Ошо матур ерҙәрҙә йәшәр өсөн, баярҙар Өҫкәлек буйында башҡорттарға өс тирмән төҙөп бирә[2]. Совет осоронда шишмә ташландыҡ хәлгә килә башлай, әммә мөғжизәле һыу, ҡышын туңмай, йәйгеһен ҡоромай, һаман урғылып сыҡҡан. Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы түрәләре Һыусыҡҡан шишмәһе биләмәһен үҙҙәренә биреүҙе юллап ҡараған, әммә ризалыҡ ала алмағандар[3].

1994—1995 йылдарҙа Түбәнге Муйнаҡ ауылы халҡы шишмәне таҙарта, рәшәткә менән уратып ҡуя. Әүлиә ҡәберен дә уратып, гранит таш ҡуялар[2]. Артабан район һәм республика етәкселәре шишмә территорияһын төҙөкләндерәләр[2]. Хәҙерге ваҡытта Һыусыҡҡан шишмәһе ҡараулы, территорияны тәртиптә тотоү өсөн бәләкәй генә мәсет эшләнгән, унда халыҡ, матур теләктәр теләп, хәйер һала. Шишмә күптән хаж урынына әйләнгән. Ял итеү өсөн ситтәрәк беседкалар эшләнгән. Төрлө байрамдарҙы, тыуған көндәрҙе Муйнаҡ ауылы халҡы ошо шишмә янында үткәрергә ярата, тыуған яҡтарына ҡайтып киткән яҡташтар шишмәгә килмәй ҡалмай, сит өлкәләрҙән дә ҡунаҡтар күп була[1].

2016 йылдың йәйендә район ағинәйҙәре «Һыусыҡҡан» шишмәһе янында Мөнәжәт бәйгеһе ойоштора, Әүлиә ҡәберенә зыярат ҡыла, йорт-ергә именлек теләп, аят уҡыйҙар, һуңынан БСТ каналында сығыш яһайҙар[1][4].

Ейәнсура шағиры Мәхмүт Һибәт, Һыусыҡҡан шишмәһенә бағышлап, шиғыр яҙған[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 «Һыусыҡҡан» шишмәһе. Авторы Әбделғужина Финиза Ғайса ҡыҙы, китапханасы. Презентация
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Һыусыҡҡан шишмәһе>
  3. 3,0 3,1 Марат Түләбаев. Йәнтөйәктең хәтер хазинаһы. — Өфө: ДУП «Өфө полиграфкомбинат», 2005,. — 240 бит. ISBN 5-85051-357-4
  4. МИЛЛӘТ ҠОТОН ҺАҠЛАЙ АҒИНӘЙҘӘР(недоступная ссылка)

Һылтанмалар үҙгәртергә

Һыусыҡҡан шишмәһе
«Һыусыҡҡан» шишмәһе. Авторы Әбделғужина Финиза Ғайса ҡыҙы, китапханасы. Презентация
МИЛЛӘТ ҠОТОН ҺАҠЛАЙ АҒИНӘЙҘӘР(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

— Марат Түләбаев. Йәнтөйәктең хәтер хазинаһы. — Өфө: ДУП «Өфө полиграфкомбинат», 2005,. — 240 бит. ISBN 5-85051-357-4