Кәкрегүл (Силәбе өлкәһе)
Кәкрегүл— Силәбе өлкәһе Агаповка районындағы Магнитогорск ҡалаһы янындағы үле йылға (иҫке үҙән) тибындағы бәләкәй күл.
Кәкрегүл | |
Илдәрҙә объекттың бассейны | Рәсәй |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Күл беренсе сиратта эргәһендә урынлашҡан 10 км² майҙандағы Һынташты мәҙәниәте тибындағы ҡәберлектәр буйынса билдәле. Бында табылған йәше 4 мең йыл (б. э. т. 2100—1700) тип иҫәпләнгән ике тәгәрмәсле хәрби арба арҡаһында иғтибарға лайыҡ.
Ике тәгәрмәсле арба күмелгән ҡәберлектә: ат һөлдәһе, 3 сәйнүк, 2 йүгәндең ике яңаҡ ҡайышы, шулай уҡ һөңгө һәм уҡ башаҡтары табыла. Табылған һөйәктәр яҡынса б. э. т. 2026 йылға ҡарай.
Этимологияһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә йылға исеме тураһында ошоларҙы яҙа:
более десяти названий озер в разных районах области.
Они указывают на причудливые очертания берегов[1]. |
.
Кәкерәйеп һуҙылған ярҙары арҡаһында был күлгә шундай атама бирелгән дә инде.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәКәкрегүл формаһы менән С хәрефен хәтерләтә. Ғәҙәти юлдан килгәндә, уның икенсе өлөшө насар күренә. Яр буйҙары асыҡ.
Һыуы үтә күренмәле.
Күлдең өҫкө йөҙө майҙаны — 0, 6 км², оҙонлоғо — 2 км, киңлеге — 1,4 км, тәрәнлеге — 3 метр.
Бында табан балыҡ, сабаҡ (чебак), алабуға, ротан балыҡтарын тоторға мөмкин.
Күлдең төньяғынан Уйылға һәм Эткүл райондары сиге үтә.
Күл ярҙары бик сүпләнгән була. 2013 йылда Озерск һәм Снежинск ҡалаларының әүҙем ирекмәндәре күл буйында етди йыйыштырыу ойошторҙо. Кәкрегүл ҡыштым баҡса участкаларынан йөҙ метрҙа һәм Кәҫле-Ҡыштым автоюлынан тиҫтә метрҙа урынлашҡан.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәКәкрегүлгә йәнәш ятҡан башҡа күлдәр:
- Мышыкүл (Силәбе өлкәһе) — 2-2,5 км көньяғында
- Дыуанкүл — 5,5 км төньяҡ-көнбайышында
- Хохлатое, Өскүл, Ҡамышлы күлдәре — төньяғында.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кәкрегүл, Силәбе өлкәһе
- Archaeology, March/April 1995, 39 . Архивировано 4 сентябрь 2005 года.
- Кәкрегүл, Силәбе өлкәһе
- Силәбе өлкәһенең йылға-күлдәре. Кәкрегүл
- ↑ Шувалов Н. И. Беликуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7