Һуғым
Викидатала элемент тултырылмаған |
Һуғым — мал, сара, йола. Алдан уҡ инселәп, итен ғаилә һәм туғандар менән ҡышын ашау өсөн махсус һимертеп мал салыу. Был сара бар төрки халыҡтарҙа ла таралған.
Һуғым төрҙәре
үҙгәртергәҺуғымдың бер нисә төрө була. Ул ҡорбан итенән (малынан) бер ни тиклем айырыла. Башҡорт халҡында һуғым өсөн йылҡы, һыйыр малы ҡулай иҫәпләнә. Шулай уҡ һарыҡ, кәзә лә һуғымлыҡ мал тип ҡарала. Бер йәшлек тана-торпо миҡдарын 4—5 һарыҡ-кәзә, 40 ҡаҙ, 60 өйрәк алмаштыра ала, тип һаналған.
Йылҡы малынан ике йәшлек тайҙар, дүнәндәр, ғонандар, байталдар салынған. Эш аттары егеүҙән туҡтатылып, алты ай тирәһе һимертеүҙә тотола һәм унан һуң ғына салына, сөнки уларҙың тарамыштары (мускулдары) ҡаты була. Һыйыр малының орғасыһын ҡулай күргәндәр. Шулай ҙа орғасы малды үрсемгә ҡалдырыу һәр ерҙә һәм һәр ваҡытта ла отошлораҡ һаналған. Иртәгәне ҡайғыртыусы тәжрибәле һәм йүнсел хужалар нәҡ шулай эшләргә тырышҡан. Иркәк мал һәр саҡ һуғым өсөн аҫыралған, шуға ла уны үҙ ваҡытында бестереү хәстәрен күргәндәр.
Салыу ваҡыты
үҙгәртергәҺуғым һуйыу — күп халыҡта элек-электән матур һәм үҙенсәлекле йолаға эйләнгән оло бер байрам һанала. Һуғымға эре мал булһа (йылҡы, һыйыр), көндәр ныҡлап һыуытҡас, ер туңып, ҡар менән ныҡлы ғына ҡапланғас та, ауыл халҡы һуғым һуйырға йыйына башлай. Башлыса йылына бер башҡарыла торған был мөһим эште туған-тыумаса, дуҫ-иш, күрше-күлән һәм ағай-эне бергә йыйылышып һуя. Ауылда «Татлы ҡуллы», «Еңел ҡуллы» тип дан алған оҫта мал салыусыһы «Бисмиллаһи, Аллаһуәкбәр» тип төп эшкә тотона. Ҡалған ир-ат уға малды тунарға һәм тейешенсә эшкәртергә ярҙамлаша, ә ҡатын-ҡыҙ өлөшөнә эсәк йыуыу эләгә. Ит бешеп сыҡҡансы, эсәк-ҡарынды таҙартып йөрөүселәргә ҡурлаҡ бешерелә. Ул малдың үпкә, бауыр, йөрәгенән ваҡ итеп тураҡлап әҙерләнә. Һурпаһына балдаҡлап турап күп итеп һуған һалһаң, ул телеңде йоторлоҡ тәмле була[1].
Һуғым ашы
үҙгәртергәКискә һуғымсыларҙы ашҡа саҡыралар. Һәр кемгә өлөш һалына, эске өлөштәре күстәнәскә биреп ҡайтарыла[2]
Ваҡ малды һуғым өсөн йыл буйы тотонорға була. Уларҙың ите 20 килограмм самаһы булғанға, кәрәк ваҡытта йәй көндәрендә лә тиҙ генә һуйып алғандар. Һуйылған ит махсус эшләнгән ҡар баҙында һаҡланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт халыҡ ижады. 1-се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995;
- Башкирское народное творчество. Т. 12. Обрядовый фольклор. Уфа, 2010
- Сулейманова М. Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005. М. Н.Сөләймәнова Тәржемә М. В.Хәкимова
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан(недоступная ссылка)
- ↑ Башҡортостан (гәзите) Һуғым байрамы. 19 ноябрь 2011 йылБАШ БИТ
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |