Һинд фәлсәфәһе
Һинд фәлсәфәһе — барлыҡ боронғо һәм хәҙерге замандағы индус һәм индус булмаған, атеист һәм теист һинд аҡыл эйәләренең фәлсәфәтеорияһының йыйылмаһы[1]. Был фәлсәфә, көнбайыш фәлсәфәһе менән сағыштырып ҡарағанда, боронғо замандарҙан алып бер туҡтауһыҙ, ҡырҡа боролоштар яһамайынса үҫешкән. Уның боронғо ваҡыттарҙан (б. э. т. 1500 йылдарҙан) килгән, хәҙерге көндәрҙә лә изге тип һаналған документтары Ведала һаҡланған. Бөтөн һинд фәлсәфәһе тураһындағы китаптар сәнғәт белгестәре һәм ғалимдар ғына ҡулланған санскрит телендә яҙылған. Һинд фәлсәфәһендәге үҙгәрештәр бары тик билдәле абруйлы, ышаныслы текстар нигеҙендә генә индерелгән. Көнбайыш фәлсәфәһе менән параллель үҫешеүенә ҡарамаҫтан, боронғо европа фәлсәфәселәре уны барлыҡ фәлсәфәғилеменең башланғысы тип һанаған. Һинд фәлсәфәһенең Европалағы «philosophia» төшөнсәһенең эквивалентлығы — индологияла традицион дискуссия предметы булып тора, сөнки ғалимдар һәм фәлсәфәселәр был турала төрлө-төрлө, йыш ҡына ҡапма-ҡаршы фекерҙәрҙә[2]. Көнбайыш фәлсәфәһендәге кеүек үк һинд фәлсәфәһе күбеһенсә дини проблемалар менән булышһа ла, ул трансцендентлыҡты аңлатыу тураһында фекерләй. Донъяның цикллы яңырыу процессы мәңгелек икәнлегенә ныҡлап ышанғанлыҡтан, индустар фәлсәфәтарихын тыуҙырмағанр. Эстетика һәм йәмғиәт менән дәүләт тураһындағы тәғлимәттәр уларҙа айырым тороусы фәндәр булып иҫәпләнә.
Һинд фәлсәфәһе үҙенең тарихи үҫешендә өс осорҙан тора:
- Веда осоро (б. э. т. 1500—500 йылдар).
- Классик, йәки брахман-будда осоро (б.э.т. 500 йыл — 1000 йылға тиклем).
- Классиканан һуңғы, йәки индуистик осор (1000 йылдан башлап).
Веда осоро
үҙгәртергәРигведа һәм башҡа ведаларҙың донъяға ҡарашы һәм шулай уҡ брахманизм (б.э.т. 1000 йылға тиклемге ҡорбан килтереүҙәр тураһындағы текстар) иң киҫкен плюрализм менән бәйле. Был фәлсәфәаллалар, кешеләр, хайуандар, үҫемлектәр, йыл миҙгелдәре, йыһан, ҡорбан салыуҙар, тән өлөштәре, рухи һәләтлелек — барыһы ла тереклек субстанцияһы менән, бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм тылсым юлдар менән бер-береһенә үтеп инә һәм хатта алыштыра ала, тип иҫәпләгән. Бындай мөмкинселектәр генетик мөнәсәбәттәр арҡаһында көндән-көн кәмей: һәр бер ут Хоҙайҙың уты, һәр бер күҙ — Хоҙайҙың ҡояшы һәм башҡа. Донъя һәм уның барлыҡ күренештәре тәү асылдың, төп нигеҙҙең яҡшыртылыуы (пуруши) булып тора, тип әйтелә был тәғлимәттәрҙә. Упанишадтың (йәшерен тәғлимәт, б.э.т. 800 йылғаса) фәлсәфәтрактаттарында, дөйөм берҙәмлек тураһындағы тәғлимәттә йыһандың нигеҙендә мәңгелек йән эйәһе Брахман тора. Бары тик унан ғына донъялағы бөтә йән эйәләре тыуған һәм үҫешкән һәм һәр бер индивидтың эске асылы, төп өлөшө Атманға тура килә. Шулай уҡ йәндәрҙең бер-береһенә күсешеүе тураһындағы теория үҫешкән, ул карма арҡаһында, йәғни яҡшы һәм яман ғәмәлдәрҙең һөҙөмтәһе булып тора тип иҫәпләнгән. Карма тере йән эйәһенең яңы йәшәйешен барлыҡҡа килтерә һәм күп тапҡырҙар ҡабатланған тыуыуҙарҙан (сансарынан) аскетизм һәм бөйөк рухи үҙгәреүҙәр арҡаһында ҡотолоу юлдарын асып бирә. Ә был инде рухтың киләсәк тарихының иң мөһим, хәл иткес факторы.
Классик осоро
үҙгәртергәБыл осорҙа этик проблемаларға ҙур ҡыҙыҡһыныу артҡан. Агностиктар, материалистар менән фаталистар брахмандарға һәм реформистарға ҡаршы сыҡҡан. Брахманизм менән бер рәттән атеистик локаята һәм дини тәғлимәттәр барлыҡҡа килгән. Даршан тип аталған фәлсәфәүи мәктәптәр барлыҡҡа килгән. Һуңғараҡ уларҙы ортодоксаль (Ведаларға нигеҙләнгән) һәм ортодоксаль булмаған мәктәптәргә бүлеп йөрөтә башлағандар.
Ортодоксаль булмаған даршандар:
- Буддизм (пали बुद्ध धम्म, Будда Хамма, «Уянғандар тәғлимәте») — рухи уяныу (бодхи) тураһындағы дини-фәлсәфәүи тәғлимәт (дхарма). Ул Будда Шакмуньяни идеялары нигеҙендә көньяҡ-көнсығыш Азияла б.э.т. VI быуат тирәләрендә барлыҡҡа килгән.
- Джайнизм (санскр. जैन, jaina? ссср санскр. जिन, jina?, «еңеүсе») — дини-фәлсәфәүи тәғлимәт. Ул Һиндостанда яҡынса б.э.т. VI быуатта барлыҡҡа килгән һәм ведаларҙың абруйлығын һәм руханиҙарҙың, дин әһелдәренең өҫтөнлөгөн инҡар иткән.
Ортодоксаль даршандар:
- Миманса (Веда текстарындағы ҡорбан килтереүҙәрҙе «аңлатыу») ритуалды аңлатҡан, әммә үҙенең методтары буйынса атеистик плюрализмға тиң торған тәғлимәт.
- Веданта (һуңынан «Вед»), «Брахма-сут», упанишадҡа һәм «Бхагавадгитаға» нигеҙләнгән тәғлимәт, ул донъя Брахмандан барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй; ҡайһы бер йәндәр Хоҙайҙы аңлау һәм уға ышаныу, уны яратыу (бхакти) арҡаһында Хоҙайға яҡынлашып, уның менән берләшеп, автомат рәүештә азат ителәләр. Идеализм йоғонтоһо арҡаһында һуңғы будда осоро фәлсәфәсеһе Шанкара (яҡынса б.э.т.800 йылда) текстарға яңы аңлатмалар бирә. Уларҙа элекке тәғлимәттәрҙәге Брахманың реаль рәүештә ысын дөрөҫлөктөң иң түбәнге баҫҡысына әйләнеүе тураһында әйтә, ә ысынбарлыҡта иһә күп төрлөлөк бары тик иллюзия (майя) ғына, айырым йәндәр үҙгәрмәй торған Брахмаға тиң тип әйткән.
- Санкхья («аҡыллы үлсәү», йәки «күсереү») атеистик плюрализмды аңлатҡан тәғлимәт: тәүге матдә йән-рух менән бары тик тәү ҡарашта ғына бәйле, был иллюзияны еңеү азатлыҡ гарантиялай.
- Йога (көсөргәнеш һәм күнегеү) — һиҙеү практикаһы, уның теоретик нигеҙе булып санкхья тора. Әммә был тәғлимәт буйынса Хоҙай инҡар ителә.
- Нья (ҡағиҙә, логика) — фекер йөрөтөү формалары тураһындағы ғилем. Ул биш өлөшлө силлогизмды барлыҡҡа килтергән.
- Вайшешика йога менән берләшкән ғилем. Уның буйынса тышҡы һәм эске донъялағы айырмаларҙың ҡаршылыҡтары аңлатыла. Вайшешика категориялар һәм атомистиканы үҫтереүсе тәғлимәт. Дини тәғлимәт булараҡ, кеше йәненең бөтә материаль донъянан азат булыуы һәм уның фекер йөрөтөүсе органға әйләнеүе тураһында фараз итә.
Джайнизм һәм буддизм — теистик тәғлимәттәр түгел. Уларҙың беренсеһе мәңге рухлы монадаларҙы һәм материаль күренештәрҙе таныһа, икенсеһе үҙгәрешһеҙ субстанцияларҙың йәшәйешен инҡар итә. Шәхес һәм уның танып белә торған донъяһы бер -береһе менән законлы рәүештә бәйләнешкә ингән фани, йәғни тиҙ үтә торған факторҙар (дхармалар) арҡаһында барлыҡҡа килә.Бер ниндәй ҙә үҙгәрешһеҙ индивидтың булмауын таныу бары тик дхармаларҙың бер туҡтауһыҙ ағымлы бәйләнешкә инеүен генә күрһәтә һәм был нирванаға өлгәшеүҙең нигеҙе булып тора. Башланғыс буддизмдың тхеравада плюрализмы махаянаның пантеизмына, йәки «ҙур колесница(ике тәгәрмәсле арба)» тәғлимәтенә ҡаршы тора. Нагарджуманың (I—II быуат) «уртаса тәғлимәте» дхармалар ысын йәшәйешкә эйә түгел, улар бары бик тиҙ үтеүсән, ә ысынбарлыҡта иһә бары тик һиҙемтәләнергә мөмкинлеге булған"бушлыҡ" ҡына бар. Сансара һәм нирвана тап бына ысынбарлыҡтың бер үк күренештәре.Һуңғараҡ барлыҡҡа килгән Асанга һәм Васубандхуларҙың (I—IV быуат) "аңлылыҡтың беренселеге"тигән тәғлимәтендә буддизм веданта менән яҡынайған тип күрһәтелә. Уның буйынса рухлылыҡ йәшәйештең аҙағы булып тора. Был йога аша ҡабул ителә һәм тышҡы донъя аңдың проекцияһы булып тора тип аңлатыла.
Индуистик осор (1000 йылдан башлап)
үҙгәртергәБыл осорҙа буддизм Һиндстанда һүнә, джайнизм үҙенең мәғәнәһен юғалта. Веданта һәм нья-вайшешка үҙҙәренең үҫешен дауам итәләр; реалистик вишнуит һәм шиваит системалары барлыҡҡа килә, улар схоластик формала брахманистик сутрҙарҙың Брахманы — Вишну, йәки Шива. Был тәғлимәттәрҙә тантризм һәм шактизмдың хөкөм һөрөүен күрергә мөмкин. 1000 йылдан башлап ислам йоғонтоһонда бер нисә монотеистик тәғлимәттәр (кабирпантхи, сикхизм) барлыҡҡа килә.
Хәҙерге осор
үҙгәртергәИндия фәлсәфәһе донъя мәҙәниәтенә ҙур йоғонто яһай. XIX быуаттың күренекле фәлсәфәсеһе Артур Шопенгауэр, Упанишад йоғонтоһонда европа аҡыл эйәләре араһында иң беренселәрҙән булып, көнбайыш европа менән Индия фәлсәфәһенең синтезын барлыҡҡа килтерҙе.
Индия фәлсәфәһен АҠШ-та һәм Европала популярлаштырыуға иң тос өлөш индереүсе — һинд фәлсәфәсеһе һәм йәмғиәт эшмәкәре Свами Вивекананда.
XIX быуаттан башлап көнбайыш европа фекерҙәре йоғонтоһонда модернизировать ителгән теизм, йәки пантеизм (Брахмо-самадж, Аръя -самадж, Р. Тагор, М. Ганди, Ауробиндо Гхош) тәғлимәттәре барлыҡҡа килә. Һинд фәлсәфәсеһе Дев Атма(1850—1929) фәлсәфәүи натурализм системаһын барлыҡҡа килтерә .Хәҙерге заманда һинд фәлсәфәһе (С. Радхакришнан) Һиндостан һәм көнбайыштың рәхәтлек төшөнсәләрен берләштереп күрһәтә. Һинд фәлсәфәһе нигеҙендә Елена Блаватскаяның рухи гибриды — теософия (теософия йәмғиәте 1875 йылда Мадрас янындағы Адьярҙа) һәм уға нигеҙләнгән бер нисә йүнәлеше(антропософия һ.б.) барлыҡҡа килгән. XX быуаттың индия фәлсәфәселәре тип Пуллу Тирупати Раджа (1904—1992), Дайя Кришна (тыуған 1924), Праваса Дживана Чаудхури (1916—1961), Абдул Рахман (тыуған 1923), К. Сатчидананда Мурти (тыуған 1924), Мар Грегориостарҙы (1922—1996) һанарға була. Шуны ла иҫәптә тоторға кәрәк: хәҙерге заман индия фәлсәфәселәренең күбеһе үҙ илдәренең фәлсәфәүи традициялары менән араларын өҙмәйенсә генә сит илдәрҙә йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр. Шундайҙарҙың иң күренеклеһе — Джитендра Натх Монти (тыуған 1928). Киң билдәлелек яулаған марксистик традицияларға таянып эшләгән Дебипрасад Чаттопадхъяя (1918—1993) боронғо индия фәлсәфәһенә иң ҙур өлөш индергән фәлсәфәселәрҙең береһе.
Көнбайышта һинд фәлсәфәһе элементтарын ҡулланыусы бер нисә ағым барлыҡҡа килә, һуңыраҡ улар нью-эйдж культураһына инә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Чаттерджи С. и Датта Д. Введение в индийскую философию. М., 1955.
- ↑ Шохин В. К. фәлсәфәв Индии // Новая философская энциклопедия. Том четвёртый. М., 2001. ISBN 5-244-00961-3 ISBN 5-244-00965-6
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Индийская философия: энциклопедия / отв. ред. М. Т. Степанянц; Институт философии РАН.— М.: Восточная литература, 2009.- 950 с. ISBN 978-5-98426-073-2
- Новицкий О. М. Очерки индийской философии.// Журнал Мин. нар. просвещения. — СПб., 1844. — Ч. 41, № 3. — С. 152—155.
- Ольденберг Г. Индийская философия. // Общая история философии. Т.1. — СПб., 1910. — С. 32-38, 147—153.
- Рой, Моноронджон Индийская философия. — М., 1958—548 с.
- Радхакришнан С. Индийская философия. Т. 1—2. — М., 1956—1957. (Репринт: СПб., 1994.)
- Пятигорский А. М. Материалы по истории индийской философии. — М., 1962. — 250 с. [1]
- Аникеев Н. П. О материалистических традициях в индийской философии. — М., 1965.
- Бонгард-Левин Г. М., Герасимов А. В. Мудрецы и философы древней Индии. — М., 1975. — 367 с. с илл.
- Степанянц М. Т. На 41-й сессии Индийского философского конгресса // Вопросы философии. — № 9. — 1968. — С. 148—151.
- Степанянц М. Т. 57-я сессия Индийского философского конгресса // Вопросы философии. — № 10. — 1983. — С. 152—155.
- Шейнман-Топштейн С. Я. Платон и ведийская философия. — М., 1978. — 199 с.
- Шохин В. К. К уточнению категории «средневековая философия» (на материале индийской философской традиции). // Социокультурные характеристики средневековой философии. — М., 1990.
- Шохин В. К. Сантаяна и индийская фәлсәфә// Вопросы философии. 1992. — № 4. — С. 118—124.
- Шохин В. К. В. С. Соловьев, индийская фәлсәфәи проблемы компаративистики // Историко-философский ежегодник, 1995. — М., 1996. — С.106-121.
- Шохин В. К. Древнеиндийский рационализм как предмет историко-философской науки (проблемы периодизации истории древнеиндийской мысли) // Рационалистическая традиция и современность. Индия. М., 1988, с. 11-45.
- Шохин В. К. Первые философы Индии. Учебное пособие. — М., 1997. — 302 с.
- Литман А. Д. Современная индийская философия. — М.: Мысль, 1985.
- Лукьянов А. Е. Становление философии на Востоке: Древний Китай и Индия. — М., 1989.
- Шохин В. К. Брахманистская философия. Начальный и раннеклассический периоды. — М., 1994.
- Чаттерджи С., Датта Д. Индийская философия. Пер. с анг. — М., 1994. — 416 с.
- Мюллер, М. Шесть систем индийской философии. — М., 1995. — 448 с.
- Живая традиция. К 75-летию Индийского философского конгресса. — М., 2000. — 207 с.
- Чубарева Э. Г. Индийская мысль как материал компаративной философии // История философии № 7. — М., 2000. — С. 265—290.
- Рудой В. И. Была ли фәлсәфәв древней и раннесредневековой Индии? // Восток: философия, религия, культура. Труды теоретического семинара. — СПб., 2001. — С. 53-63.
- Чаттопадхьяя Д. От санкхьи до веданты. Индийская философия: даршаны, категории, история. Пер. с англ. — М., 2003. — 320 с.
- Шохин В. К. Школы индийской философии. Период формирования IV в. до н. э. — II в. н. э. — М., 2004.
- Шохин В. К. Индийская философия. Шраманский период (сер. I тысячелетия до н. э.): Учебное пособие. — СПб., 2007. — 423 с.
- Канаева Н. А. Индийская фәлсәфәдревности и средневековья. Учебное пособие. — М., 2008. — 255 с.
- Бухарин М. Д. Индийские философы в «Индике» Мегасфена // Проблемы истории, филологии, культуры. Вып. 5. — М.—Магнитогорск, 1998. — С. 145—152.
- Лысенко В. Г. Классическая индийская фәлсәфәв переводах и исследованиях российских ученых (1990—1996)". // Проблемы новейшей историографии философии зарубежного Востока. Москва: Институт философии, 1998.
- Мезенцева О. В. Проблема деятельности человека в индийской философии Нового времени // Бог — человек — общество в традиционных культурах Востока. М., 1993.
- Иванов В. П. Два взгляда на предложение в индийской философии // Вестник СПбГУ. Сер.2. История, языкознание, литературоведение. 1998. Вып.1. — Совм. с Т.Оранской.
- Carmen Dragonetti: Essays on Indian philosophy in comparative perspective. Hildesheim [u.a.], Olms, 2009