Һинд-ислам архитектураһы
Һинд-ислам архитектураһы — Һиндостан ярымутрауы архитектура мәҙәниәте, Урта быуаттар осоронда Һиндостан, Пакистан һәм Бангладешта ислам һәм ислам мәҙәниәте таралыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Һинд-ислам архитектураһының иң билдәле бинаһы булып Таж-Махал кәшәнәһе иҫәпләнә.
Һинд-ислам архитектураһы | |
Урын | Һинд субконтиненты |
---|---|
Һинд-ислам архитектураһы Викимилектә |
Барлыҡҡа килеү тарихы
үҙгәртергә712 йылда Мөхәммәт бен Ҡасим Синд (хәҙерге Пакистан) территория8ын баҫып ала. Ул саҡта халыҡтың күпселек өлөшө буддизм динен тота. Үҙ власын нығытыу һәм исламды Синд территорияһында таратыу өсөн Мөхәммәт бен Ҡасим Мансура ҡалаһын төҙөй, уның биҙәге булып ислам ғибәҙәтханалары һәм күркәм баҡсалар тора. 727 йылда Пакистандың Банбхор ҡалаһында мәсет төҙөлә (емерелгән). Синд Һиндостан ярымутрауында "ислам ҡапҡаһы"на әйләнә.
Әммә һинд-ислам архитектураһының барлыҡҡа килеүе 12-се быуат аҙағына, Ғуриҙарҙың баш ҡалаһы булараҡ Дели ҡалаһына нигеҙ һалынған ваҡытҡа һәм Дели солтанатын булдырыуға ҡарай. Үҙәк Азиянан бер нисә быуын династия һәм 15-се быуаттан алып Бөйөк Моголдар Империяһы хакимдары Һиндостанда ислам динен тарата һәм мәсеттәр, мәҙрәсәләр, кәшәнәләр төҙөү менән әүҙем шөғөлләнә.
Дели солтанлығы
үҙгәртергә1199 йылда Делиҙың беренсе солтаны Ҡотоб-уд-Дино-Айбаҡ осоронда Делиҙа Ҡотоб дини комплексы төҙөлә башлай. Төҙөүселәр тәү сиратта иран архитектура традицияларына таяна. Әммә скульптура биҙәүестәре һинд стилендә эшләнгән. Биш секциянан торған Ҡотоб манараһы айырыуса иғтибарға лайыҡ, уларҙың һәр береһе кәрәҙле көмбәҙ тотоп торған балкон менән биҙәлгән.
Ҡалала Ажмерҙағы Адхай Дин Ка Джхонпра мәсете лә айырым иғтибарға лайыҡ (Раджастхан штаты , Һиндостан). Был Һиндостандың иң боронғо мәсеттәренең береһе һәм Аджмерҙа һаҡланып ҡалған иң боронғо бина. Ҡыҙыҡ, Һиндостанды исламлаштырыу башланғанға тиклем был бина индуизм ғибәҙәтханаһы булған. Әммә 1213 йылда Дели солтандары өсөн ул мәсет итеп үҙгәртелә. Мәсет бинаһының 10 көмбәҙе һәм 124 колоннаһы бар. 1230 йылда 7 даға һымаҡ арка өҫтәлә.
Бөйөк Моголдар Империяһы
үҙгәртергәБөйөк Моголдар Империяһы — 1526 йылдан 1857 йылға тиклем Һиндостанда йәшәгән ислам империяһы. Могол архитектураһы үҙендә фарсы, төрөк, ғәрәп, Урта Азия һәм үҙ һинд архитектура мәктәптәре традицияларын берләштерә. Шулай уҡ могол архитектураһының үҙенсәлеге тип биналарҙың масштаблылығын һәм мөһабәтлеген, ҡәтғи симметрияһын атарға мөмкин.
1605—1613 йылдарҙа могол императоры Аҡбар кәшәнәһе төҙөлә. Ул Бөйөк Моголдарҙың мөһим архитектура шедевры булып тора Һәм Һиндостандың Уттар-Прадеш штатында Сикандрала урынлашҡан
Могол һәм бөтә һинд-ислам архитектураһының иң танылған бинаһы булып шаһ-Йыһандың 1631 йылда вафат булған ҡатыны кәшәнәһе Таж Махал тора. 171 метрлыҡ мемориаль комплекс Таж Махал алдындағы быуаның көҙгөһөндә сағыла. Архитекторҙар ҡәберҙе уратып алған баҡсаларға ла айырыуса иғтибар бүлә.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Architecture // Banglapedia
- Blair, Sheila, and Bloom, Jonathan M., The Art and Architecture of Islam, 1250—1800, 1995, Yale University Press Pelican History of Art, ISBN 0300064659.
- Harle, J.C., The Art and Architecture of the Indian Subcontinent, 2nd edn. 1994, Yale University Press Pelican History of Art, ISBN 0300062176.
- Hasan, Perween, Sultans and Mosques: The Early Muslim Architecture of Bangladesh, 2007, I.B.Tauris, ISBN 1845113810һәм 9781845113810.
- Richard Ettinghausen, Oleg Grabar and Marilyn Jenkins-Madina Islamic Art and Architecture: 650—1250 Yale University Press, 2001. ISBN 978030008869.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.