Һарыҡай
Һарыҡай — Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы ауыл. Үрәкүл ауыл биләмәһе составына инә.
Һарыҡай | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Үрәкүл ауыл биләмәһе[d][1] |
Халыҡ һаны |
6 кеше (2002)[2], 0 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 456735 |
Тарихы
үҙгәртергәАуылға нигеҙ һалыныу датаһы билдәлмәгән, ул 19 быуат карталарында күрһәтелмәгән, 1937 йылдағы документтарҙа телгә алына.[4]
Географияһы
үҙгәртергәРайондың төньяҡ өлөшөндә, Ҡараболаҡ йылғаһы буйында урынлашҡан. Район үҙәге Ҡоншаҡҡа тиклемге ара 25 км, ауыл биләмәһе үҙәгенә (Дружный ҡасабаһы) тиклем 5 км. Рельефы — тигеҙлек (Көнбайыш.-Себер уйһыулығы). Ландшафты урманлы дала. Ауылдан йылға буйлап үрҙә быуа урынлашҡан. Һарыҡай ауылы күрше тораҡ пункттар менән арба юлы менән бәйләнеш тота. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ауыл Бүре районының Күлмәк ауыл Советына ҡарай. 1956 йылда егерме өс, 1959 йылда егерме алты хужалыҡтан тора. Совет осоронда ауыл биләмәһендә «Дружный» совхозының 1-се бригадаһы урынлашҡан була. Әлеге ваҡытта ауыл хужалығы предприятиеһы «Уралнатурпродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт (үҙәк усадьбаһы Дружный ҡасабаһында). Ауылға яҡын күлдәр Ҡайынкүл, Ҡарағайкүл, Скайлы (Цкайлы), Орокүл.
Климаты
үҙгәртергәКлиматы уртаса континенталь. Бында һауа торошо бик үҙгәреүсән, бының төп сәбәбе булып Урал тауҙары тора. Бында улар бейек булмаһа ла, Рәсәйҙең Европа өлөшөнән килгән һауа массаларын индермәй, шуға ла бында һалҡын Арктика һауаһы дла, ҡыҙыу Урта Азия һауа массалары ла еңел үтә. Шуларҙың һөҙөмтәһе булып, бында һауа торошоноң кинәт үҙгәреше йыш күҙәтелә.
Сәғәт поясы
үҙгәртергәҺарыҡай Екатеринбург ваҡыты (Yekaterinʙurg Time Zone, YEKT) сәғәт поясында урынлашҡан. UTC менән айырмаһы +5:00 сәғәт тәшкил итә. Мәскәү ваҡыты менән айырмаһы +2 сәғәтте тәшкил итә һәм Рәсәйҙә MSK+2 итеп күрһәтелә.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[5] | 2010[6] |
6 | ↘0 |
(1956 — 82, 1959—112, 1970—105, 1983—254, 1995—188)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Челябинская область. Энциклопедия. В 7 томах . www.encyclopedia.ru. Дата обращения: 26 август 2019.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.