Һамарбаев Хәләф Харис улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. II дәрәжә Ватан һуғышы кавалеры.

Һамарбаев Хәләф Харис улы (рус. Самарбаев Халяф Харисович (Халап Харитонович) 1921 йыл — 19 сентябрь 1998 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Һамарбаев Хәләф Харис улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1921
Тыуған урыны Ҡолсора, Рәсәй
Вафат булған көнө 19 сентябрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Вафат булған урыны Баймаҡ районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һамарбаев Хәләф Харис улы 1921 йылда хәҙерге Башҡортостандың Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының 4-се эскадронында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1]. 1944 йылда яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ҡыҙылармеец Һамарбаев Хәләф Харис улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. 1985 йылда юбилейлы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2].

Ветеран 1998 йылдың 19 сентябендә вафат була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә