Һалҡын сәй
Һалҡын сәй (шулай уҡ боҙ менән дә) — сәйҙе өҫтәлгә биреүҙең бер төрө. Һалҡынлыҡ тойғоһо биреүсе эсемлек булараҡ, һалҡын сәй Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә һәм Прибалтикала сағыштырмаса яңыраҡ, 2000 йылдан һуң ғына, ҙур билдәлелек алды. Һалҡын сәйҙе башлыса йәй көнө — көньяҡ, субтропик һәм тропик региондарҙа йыл әйләнәһенә ҡулланалар.
Тарихы
үҙгәртергәТәү тапҡыр электән билдәле был һалҡынлыҡ биреүсе эсемлек АҠШ-тың көньяғында XIX быуатта барлыҡҡа килә. Бында сәйҙе Һиндостандан килтерәләр. Унда май айынан октябргә тиклем эҫе һәм дымлы һауа торғанға эҫе сәй һалҡын алдырып сирләгән саҡта ғына эсә торған эсемлек тип һанай башлаған булалар. Шуға күрә сәйҙе һыуытып, һалҡын көйө, йыш ҡына боҙ йә лимон киҫәктәре һалып эсә башлайҙар. Һалҡын сәй американың көньяғында йәшәүселәрҙең яратҡан эсемлегенә әйләнә. Һуңғараҡ инде башҡа региондарға ла тарала. Шундай уҡ сәбәптәр арҡаһында һалҡын ҡәһүә эсеү ҙә билдәлелек яулай башлай.
Швейцария ҡап эсенә ҡойолған (пластик һәм тимер шешәләрҙә) һалҡын сәй етештереүҙең тыуған яғы һанала. Швейцарлы Макс Шпренгер, Америкала булған саҡта, һалҡын сәйҙең шул тиклем тиҙ һыуһын ҡандырыуына ғәжәпләнә һәм, тыуған иленә ҡайтҡас, был сәйҙе шешәләрҙә эшләп сығарыу тураһындағы фекерен тормошҡа ашыра[1].
Һалҡын сәй ҡара ла, йәшел дә булырға мөмкин. Ҡайһы берҙә ҡатнаш, төрлө тәм биргән (лимон, ҡурай еләге һ.б.) тәбиғи һәм махсус эшләнгән һалҡын сәйҙәр сығарыла. Һалҡын сәйҙе шул көйө лә, боҙ киҫәктәре һалып та эсәләр.
Һалҡын сәйҙе өй шарттарында ябай сәй эсемлеген һыуытып та, шулай уҡ махсус әҙерләнгән һалҡын сәй ҡатнашмаларын (концентрат, онтаҡтар) һыуҙа иҙеп тә әҙерләйҙәр. Шулай уҡ судан раузаһы (гибискус) япраҡтарынан әҙерләнгән каркаде сәйенән дә һалҡын сәй әҙерләйҙәр.
Һалҡын сәйҙе эсеү, бигерәк тә уның татландырылмаған төрҙәрен, газлы эсемлектәргә ҡарағанда отошлораҡ. Сөнки сәйҙә газдар юҡ, шәкәре аҙ һәм антиоксиданттары булмай.