Һабыр мәктәбе

Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы Һабыр ауыл Советы биләмәһенә ҡараған Һабыр ауылындағы уҡыу йорто.

Һабыр мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы Һабыр ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Һабыр ауылы, Мәктәп урамы, 1 адресы буйынса урынлашҡан

Һабыр мәктәбе
Нигеҙләү датаһы 1830
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Йылайыр районы һәм Һабыр
Электрон почта school9@roozilair.ru
Рәсми сайт zih9.02edu.ru
Карта

Һабыр урта мәктәбе республиканың иң боронғо мәктәптәренең береһе булып тора, уның барлыҡҡа килеүе 19-сы быуат башына тура килә. Архив документтары нигеҙендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 4-се Үҫәргән улусының үҙәге булған, яҡын-тирәләге 35 ауылды берләштергән Һабыр ауылында мосолман мәктәбе асылыу йылы тулыһынса аныҡланған. Ул 1830 йылда була, мулла 25 малайҙы һәм 20 ҡыҙҙы мосолман дине нигеҙҙәренә һәм уҡыуға, яҙыуға өйрәтә. Аҡрынлап, мәсет булған һәр башҡорт ауылында тиерлек бындай мәктәптәр асыла, әммә белем биреүҙә уңыштары һиҙелерлек булмай. Грамотаға һәм фәнгә өйрәткән донъяуи мәктәптәрҙе асыу мәсьәләһе килеп тыуа.

1876 йылдың 12 октябрендә 4-се Үҫәргән улусының ауыл старосталары Һабыр ауылына сходҡа йыйыла, унда улусҡа ингән ауылдарҙың бар вәкилдәре лә ҡатнаша. Йыйылышта яҡын-тирәләге ауыл балаларын грамотаға өйрәтеү өсөн Һабыр ауылында мәктәп асыу мәсьәләһе ҡарала.

Йыйылыш түбәндәге ҡарар ҡабул итә:
1. Мәктәп өсөн улус башҡармаһынан ике бүлмә: бер бүлмә — уҡыусыларға, икенсеһе уҡытыусыға бүлергә. 2. Мәктәпте һәм уҡытыусылар йортон йылытыу буйынса сығымдарҙы улус үҙ өҫтөнә ала. 3. Кәримовты (уның тейешле белеме була) уҡытыусы итеп тәғәйенләргә. 4. Урыҫ-башҡорт мәктәбенә уҡыусыларҙы ата-әсәләрҙең ризалығы менән генә ҡабул итергә.

Ошо сходтың 1876 йылдың 3 ноябрендә мировой судья һәм улус старшинаһы Кулибаев тарафынан раҫлаған ҡарары 1877 йылдың 25 февралендә донъя аралашсыһы, статский советник Н. Смолянцевҡа тапшырыла. Артабан был документтар Ырымбур округы попечителенә ебәрелә. Ахыр килеп, Рәсәй Халыҡ мәғарифы министрлығының 1877 йылдың 7 майындағы ҡарары менән Һабыр ауылында мәктәп асыуға рөхсәт бирелә. Әммә мәктәп 1879 йылдың 13 февралендә генә асыла.

Мәктәптең айырым өс бүлмәле бинаһы 1907 йылда төҙөлә. Уҡыусылар күп була.

1919 йылда мәктәпте «Һабыр училищеһы» тип үҙгәртәләр, һәм ул башланғыс белем биреү системаһына инә. Мәктәптә дүрт класлы уҡытыу системаһы эшләй. 1919 йылда 1-се класта — 21, 2-се класта — 16, 3-сө класта — 13, 4-се класта — 20 ир-ат бала уҡый.

20 ҡыҙ уҡый. Ул ваҡытта ҡыҙҙарҙы малайҙарҙан айырым уҡытырға тырышҡандар. Уҡытыу маҡсаты ауыл ере өсөн оҫталар, хужабикәләр әҙерләү була. Балта оҫталары, тимерселәр әҙерләү менән 1919 йылда мәктәп мөдире Уҡыусылар — ҡыҙҙарға 20 уҡыусы күрһәтелгән. Ул ваҡытта ҡыҙҙарҙы малайҙарҙан айырым уҡытырға тырышҡандар. Уҡытыу маҡсаты ауыл ере өсөн оҫталар, хужабикәләр әҙерләү ине. Балта оҫталары, тимерселәр әҙерләү менән 1919 йылда мәктәп мөдире Сәйфетдин Дәүләтбаев һәм 2 уҡытыусы — Хөсәйен Күсәкәев һәм Мәрзүкә Юлдашева шөғөлләнә.

Кластарға бүлеү шартлы рәүештә була. Йыл һайын уҡыу йылы аҙағында мәктәпкә инспектор килә һәм бөтә предметтар буйынса имтихандар ҡабул итә.

Бөтә илдә дөйөм башланғыс белем биреүгә күскәс, Һабыр хеҙмәт мәктәбе Крәҫтиән йәштәре мәктәбе тип үҙгәртелә. 1927 йылда Һабыр ауылында ете йыллыҡ мәктәп төҙөлә башлай.

Артабанғы статустары:

  • 1969 йылда мәктәп 8 йыллыҡ
  • 1978 йылда мәктәпкә урта мәктәп
  • 1991 йылда мәктәптең яңы заманса бинаһы төҙөлә[1].

Мәктәптең ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Уҡытыусылар

үҙгәртергә

Етәкселәре

үҙгәртергә
  • Мәжитов
  • Сәйфетдин Дәүләтбаев (1919)
  • Ғималов
  • Рысымбәтов Барый
  • Атанғолова Әлифә Ҡотой ҡыҙы (1944−1946)
  • Аллабирҙин Рауил Сәйфулла улы (1967 - 1979)
  • Уразғолов Юлай Яныбай улы Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре
  • Солтанова Розалия Сабит ҡыҙы

Уҡытыусылары

үҙгәртергә

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Мәктәпте тамамлап, башҡа мәктәптәрҙә эшләүсе уҡыусылары

үҙгәртергә
  • Атанғолова Фирүзә Фәрит ҡыҙы 1961 йылдың 2 апрелендә Йылайыр районы Һабыр ауылында тыуған. 1978—1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый. Уҡыуҙы тамамлағас, Йылайыр районы Байғужа мәктәбендә эшләй.
  • Ускова (Аллабирҙина) Зөлфиә Рауил ҡыҙы — Йылайыр районы Һабыр ауылында тыуған. 1968—1978 йылдарҙа Һабыр мәктәбендә уҡый. 1983 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Йылайыр районы Васильевка ауылы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 2002—2006 йылдарҙа ошо уҡ мәктәп директоры вазифаһын башҡара. 2006—2008 йылдарҙа Йылайыр урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 2008—2014 йылдарҙа Йылайыр ауылы Ириков исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе" директорының ғилми-методик буйынса урынбаҫары. 2014 йылдан Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында эшләй. Социаль педагог, директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре урынбаҫары вазифаларын башҡара. 2015 йылдан алып гимназияла рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Мәктәп тураһында матбуғатта

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә