Үҫемлектәрҙең үрсеүе

төр эсендәге заттар һаны артыуына килтерә торған процестар йыйылмаһы.

Үҫемлектәрҙең үрсеүетөр эсендәге заттар һаны артыуына килтерә торған процестар йыйылмаһы. Үҫемлектәр енси булмаған, енси һәм вегетатив ысулдар менән үрсейҙәр.

Үҫемлектәрҙең үрсеүе
Эшмәкәрлек төрө үҫемлектәр
 Үҫемлектәрҙең үрсеүе Викимилектә

Үрсеүҙең төрлө аспекттары репродуктив биологияның [1] өйрәнеү предметы булып тора

Үҫемлектәрҙең үрсеү тибына сағыштырма ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә
Үрсеү тибы Генетик нигеҙҙәре Нигеҙ процесы Тибы диаспора ( любая часть растения, естественно отделяющаяся от материнского организма и служащая для размножения и расселения)
Вегетатив Хромосомалар йыйылмаһы (плоидность) һаҡлана Регенерация Вегетатив органдарҙын фрагменты, башланғыс үренде оялары һәм бөрөләр
Генератив:


а) енси булмаған үрсеү;


б) енси үрсеү


в) орлоҡтан үрсеү

Йәшәү циклы барышында хромосомалар йыйылмаһының (плоидность) тапҡыр үҙгәртелеүе Мейоз (енси булмаған)

Енси процесс


Мейоспор



Гаметалар


Орлоҡтар һәм емештәр

Вегетатив үрсеү енси булмаған үрсеүҙән айырыла. Сөнки вегетатив үрсеү һөҙөмтәһендә бала организм инә организмдың генетик ҡабатланышы (клон) ғына түгел. Уның барлыҡҡа килеүендә инә организмы тәненең бер өлөшө (фрагменты) ҡатнаша[2].

Генератив үрсеү нигеҙендә үҫемлектең гаплоид һәм диплоид ядролы фазалары алмашынып (сиратлашып) килеүе ята. Был сиратлашыу ике процесс: аталаныу һәм редукцион бүленеш (мейоз) һөҙөмтәһе булып тора. .

Үҫемлектәрҙең гаплоид гаметалар барлыҡҡа килтерә торған гаплоид фазаһы гаметофит тип, ә гаплоид споралар барлыҡҡа килтереүсе диплоид фазаһы спорофит.тип атала.

Гаплоид споралар шытып гаметофитты барлыҡҡа килтерәләр. Спорофит менән гаметофит бер-береһенән морфологик яҡтан айырылырға (гетероморф йәшәү циклы) мөмкин. Шулай уҡ төҙөлөшө бер төрлө булыуы ла мөмкин (изоморфлы йәшәү циклы)[3].

Енси үрсеү менән енси үрсем арттырыу араһында айырма бар:тәүге осраҡта гаметофитта бер генә спорофит бәбәге формалаша, ә икенсе осраҡта — бер нисә. Күпселек үҫемлектәрҙә енси үрсем арттырыу күҙәтелә[3].

Вегетатив үрсеү

үҙгәртергә

Ылымыҡтар

үҙгәртергә
 
Dunaliella salina. A: вегетатив күҙәнәк; B.:күҙәнәктәр бүленеше барышында зооспоралар  ; C.: гаметаларҙың ҡушылыуы; D: өлгөрөп еткән зигоспора; E: зигоспораның шытыуы

Ылымыҡтарҙа вегетатив үрсеүҙең төп өс ысулы күҙәтелә:

  • бер күҙәнәкле организмдың бүленеүе;
  • митоспоралар ярҙамында (хәрәкәтһеҙ апланоспора һәм хәрәкәтсән зооспора менән)
  • махсуслаштҡан структуралар ярҙамында (түбәнерәк ҡарағыҙ)[4].

Диатом ылымыҡтарҙа вегетатив үрсеү инә күҙәнәктең бүленеү юлы менән бара. Бала күҙәнәктең һәр береһенә әсә күҙәнәгенән ҡабырсаҡтың ( панцирынан) бер яғы эләгә, етешмәгән яғы үҫеш барышында барлыҡҡа килә[5].

Ҡайһы бер көрән ылымыҡтарҙа вегетатив үрсеү өсөн еңел генә өҙөлөп сыға торған махсус ҡыҫҡа ботаҡтары була (ырыу Sphacelaria)[6].

Башҡа ылымыҡтар ҙа (мәҫ. хары[en][7]).үрсеү ботаҡтары ярҙамында төр һанын артыралар.

Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр

үҙгәртергә

Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең барыһы ла тиерлек вегетатив үрсеүгә һәләтле [2].

Был уларҙың юғары дәрәжәлә тән өлөштәрен ҡайтанан үҫтереү ( регенерация) һәләтенә бәйле. Бының нигеҙе булып уларҙың яһаусы туҡымаға (меристема) эйә булыуҙары, күҙәнәктәренең махсуслаша алыу һәләтенә (дифференциация)[4] бәйләнгән.

Вегетатив үрсеүҙең төп өс төрө билдәле:

  • партикуляция;
  • сарментация;
  • вегетатив диаспория[7].

Партикуляция (фрагментация)

үҙгәртергә

Партикуляция — үҫемлектәрҙең айырым фрагменттарға ( партикулдарға) бүленеүе. Был тамыр системаһының үҙәк өлөшө йәки үренделәренең аҫҡы өлөшө (каудекс) ныҡ ҡатҡанда күҙәтелә (йыш ҡына тамырһабаҡтарҙы бүлгеләп тараталар ).

Үҫемлектең айырым өлөштәре организм булып китә. һәләтле. Ғәҙәттә, ҡарт үҫемлектәрҙә күҙәтелә.[4].

Партикуляция ҡайһы бер ҡыуаҡтарлыҡтарҙа һәм күп йыллыҡ үлән үҫемлектәрендә: әрем, күк умырзая, айыутабан, йәки мүктәндә (борец), таҡыябаш үләндә ( живокость), елбәгәйҙә (ветреница)[7] күҙәтелә..

Сарментация

үҙгәртергә
 
Турион пузырчатки обыкновенной (Utricularia vulgaris)

Сарментация — үҫемлек үҙ- аллы йәшәргә күскәндән һуң [8] унан (инә үҫемлектән) яңы заттар айырыла башлауы.

Сарментацияға миҫал булып үҫентеләр (отводок) менән үрсеү (тармағы нығынып, төп үҫемлектән айырылыуы), быуындарынан тамыр ебәргән үренделәр столондар, ян һабаҡтар ярҙамында һәм мыйыҡтар ебәреп (ян һабаҡтарының мыйыҡтарҙан айырмалы үҫешкән япраҡтары була) үрсеү инә.

Бынан тыш, вегетатив үрсеүҙең сарментация төрөнә тамырһабаҡтың бөрөләренән үрсеү инә (бөрөнән барлыҡҡа килгән яңы үренделер яңынан тамырлана, ә улар араһында ҡалған тамырһабаҡ өлөшө кибә, ) мәҫ, боланут.

.Шулай уҡ ҡышлаған бөрөләре — туриондар ярҙамында үрсеү инә..

Сарментация осрағына тамыр үҫентеләре — ян бөрөләренән үҫешкән үренденән[8] үрсеү ҙә инә.

Вегетатив диаспория

үҙгәртергә

Вегетатив диаспория булғанда үренденең өлөштәре (фрагменттары), үҙгәргән үренделәр, шулай уҡ махсуслашҡан диаспора ҡатнаша.

Был ысул күп нәҫел биреп һәм төрҙөң таралыу һөҙөмтәлелеген тәьмин итә [4].

Үҫемлектәрҙең үренде фрагменттары менән үрсеүенә миҫал итеп тал менән элодеяның үрсеүен килтереп була. Тамырһабаҡтар, һуғанбаш, бүлбеле һуғанбаш (клубнелуковица) , тамыр оролары менән үрсеү бик әүҙем үрсеү ысулдарына инә. Сөсө һыу тәлмәрйен тәңкәһе япраҡсалар (филлокладийҙар) менән бик һөҙөмтәле үрсей [9].

Файл:Выводковая почка каланхоэ.jpg
Көсөк ояны daigremontiana Kalanchoe

Ҡайһы бер үҫемлектең вегетатив үрсеүе өҫтәлмә бөрөләр ярҙамында тормошҡа аша. Мәҫәлән, дарыу бейүләне (жеруха лекарственная), йөрәгүләндең ( сердечник) ҡайһы бер төрҙәре һ. б.

Юлбарыҫ,лилияһе япрағы ҡуйынында, бажаттың , зубянканың сәскәлегендә ваҡ ҡына бүлбеләр, ғуғанбаштар (клубенки луковички) — башланғыс үренделәр хасил була[9].

Юғары дәрәжәлә махсуслашҡан диаспораларға елбәгәйҙең ҡайһы бер төрҙәрендә булған (мәҫ., Flucciola Anemone)тамырһабаҡтарының ҡуйын бөрөләрен, яҙғы ҡарлуғас үләненең (чистяк)[9] тамыр бүлбеләренән ғибәрәт бөрөләр инә.

Улар бөрө генә түгел, ә гипертрофия дәрәжәһендә запас матдәләр туплаған тамырҙары ла булған башланғыс үренде булып торалар.

Бик үҙенсәлекле юл менән үрсеүсе япраҡлы мүктәр бар. Уларҙың башланғыс үҫемлектәр барлыҡҡа килтерә торған махсус яйланмалары (структуралары) бар. Мәҫәлән, маршанцияның (печеночный

мох) талломдарыңда яңы үҫемлектәр барлыҡҡа килтерә торған махсус кәрзинкәләре бар.

Күп кенә япраҡлы ( листостебельный) мүктәрҙең үрсеү өсөн айырым үҫентеләр барлыҡҡа килтерә торған структуралары бар [10].

Вегетатив диаспорияның айырым төрө булып вивипария, йәғни тере бала тыуҙырыу ысулы тора. Ялған тере бала тыуҙырыу осрағында үҫемлектәрҙең вегетатив органдарында бөтә вегетатив органдарға эйә миниатюрный бала үҫемлектәр үҫешә. Бындай бөрөләр бриофиллюм һәм каланхоэның , ҡайһы бер абағаларҙың япраҡтарында (мәҫәлән, костенец живородящий) барлыҡҡа килә. Ысын тере бала тыуҙырыу әсә үҫемлегендә орлоҡ бәбәгенең туранан-тура шытыу юлы менән бара, мәҫәлән, ҡайһы бер мангр ағастарында (ризофора)[11].

Енси булмаған үрсеү

үҙгәртергә
 
Был бәхәс спорангий абаға белем гаплоидный

Үҫемлектәрҙең енси булмаған үрсеүе гаплоид спораларапланомейоспорҙар .ярҙамында башҡарыла.

Спораларҙы барлыҡҡа килтерә торған махсус органдары спорангий. тип атала. Күпселек осраҡта ылымыҡтарҙың спорангийы бер күҙәнәкле була. Тик ҡайһы бер ылымыҡтарҙа ғына спорангий күп күҙәнәкле.Әммә туҡымаларға ул махсуслашҡан туҡымаларҙан тормай (дифференцияланмаған)[12].

 
 

Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең спорангийҙары күп күҙәнәкле, күҙәнәктәре махсуслашҡан (дифференцияланған) була.

Фертиль күҙәнәктәре археспорий — спороген (спора яһаусы) туҡыманы, стериль күҙәнәктәр тышҡы һаҡлағыс көп төҙөй.

Археспорийҙың тышҡы күҙәнәктәренән көп — тапетум, барлыҡҡа килә. Ул йәйелеп периплазмодий хасил итә.. Уларҙың составындағы туҡлыҡлы матдәләре спора барлыҡҡа килтереү өсөн тотонола. [12].

Археспорий күҙәнәктәре митоз юлы менән бүленеп спороциттарға башланғыс бирә.Улары үҙ сиратында мейоз юлы менән споралар ( тетрада — 4 гаплоид күҙәнәк) барлыҡҡа килтерә [13].

Споралар ике - йәки өс ҡатлаулы тышлыҡ — спородерма менән көпләнгән. Споралар бик еңел, цитоплазмаһы күп, эре ядролы була, пропластидтары бар. Йыш ҡына запас матдәләре майҙан ғибәрәт була[14].

Спораларҙан гаметофит (үрсем) үҫешә[15].Споралар бер төрлө булған осраҡта (равноспоровый) бөтә споралар ҙа бер ҙурлыҡта була. Был күренеш изоспория тип атала[16].

Гетероспория кбулған осраҡта споралар размеры менән айырыла. Эре споралар (мегаспоралар[en]) инә гаметофитҡа башланғыс бирә, ваҡтарынан (микроспоралар[en]) — ата гаметофит үҫешә.Бындай үҫемлектәр төрлө споралы (разноспоровый) тип атала.

Енси үрсеү

үҙгәртергә

Енси үрсеү енси процестан — ата һәм инә гаметаларының ҡушылыуынан ғибәрәт.

Үрсеү органдарыантеридий һәм архегоний үҫемлектәрҙең енси быуыны булған гаметофиттарҙа барлыҡҡа килә.

Ылымыҡтарҙа ( хараларҙан башҡаһында[17]) — улар бер күҙәнәкле, юғары төҙөлөшлө үҫемлектәрҙә спорангий кеүек үк күп күҙәнәклеләр[15].

Антеридийҙың эске фертиль күҙәнәктәре сперматоген туҡыма булып тора, йәғни ата гаметалар барлыҡҡа килтерә (спермийҙарҙы).

Өлгөрөп еткән архегонийҙың киңәйгән моҡсай һымаҡ өлөшө һәм тар ғына муйынлы өлөшө була.

Моҡсай эсендә йомортҡа күҙәнәк (эске аталаныу) аталана һәм зигота барлыҡҡа килтерә.

Зигота спорофиттың иң беренсе күҙәнәге булып тора[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Лотова, 2010, с. 343
  2. 2,0 2,1 Вегетативное размножение // Брасос — Веш. — М. : Советская энциклопедия, 1971. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 4).
  3. 3,0 3,1 Лотова, 2010, с. 344
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Лотова, 2010
  5. Мухин, Третьякова, 2013, с. 64
  6. Мухин, Третьякова, 2013, с. 67
  7. 7,0 7,1 7,2 Лотова, 2010, с. 345
  8. 8,0 8,1 Лотова, 2010, с. 346
  9. 9,0 9,1 9,2 Лотова, 2010, с. 347
  10. Лотова, 2010, с. 348—349
  11. Лотова, 2010, с. 349
  12. 12,0 12,1 Лотова, 2010, с. 351
  13. Лотова, 2010, с. 352
  14. Лотова, 2010, с. 353
  15. 15,0 15,1 Лотова, 2010, с. 354
  16. Изоспория // Ива — Италики. — М. : Советская энциклопедия, 1972. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 10).
  17. Мухин, Третьякова, 2013, с. 113