Хромосома
Хромосо́ма (бор. грек. χρῶμα — төҫлө σῶμα — тәнсә; немец гистологы Г. В. Вальдейер, 1883) — нуклеопротеид төркөмөнә ҡараған ҡатмарлы матдәләрҙән (ДНК һәм аҡһымдарҙан торған комплекс) структура.
Хромосома | |
Ҡайҙа өйрәнелә | chromosomology[d] |
---|---|
EntitySchema для класса | Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности.. |
Ҡапма-ҡаршыһы | плазмиды[d] |
Хромосома Викимилектә |
Прокариот күҙәнәк эсендә берҙән-бер ДНК молекулаһы йомоҡ түңәрәк ҡулса формаһында була. Цитоплазмала урынлашҡан. Прокариот күҙәнәктең хромосомаһын нуклеоид тип атайҙар. Составында ДНК-нан тыш аҡһымдар ҙа бар.
Эукариоттарҙың хромосомалары күҙәнәк ядроһы эсендә урынлашҡан. Һаҡланырға, тереклек процесын көйләргә, ташырылырға тейеш нәҫел мәғлүмәтенең иң күп өлөшө шунда тупланған.
Хромосомаларҙы яҡтылыҡ микроскобында митоз һәм мейоз осоронда ғына күреп була. Ядролағы хромосомалар йыйылмаһы кариотип тигән атама алған.
Кариотип биологик төрҙөң уны таныулы иткән индивидуаль билдәһе, цитогенетик критерийы (паспорты тип атап була) булып тора[1].
Хромосоманың төҙөлөшө
үҙгәртергәХромосома бер ДНК молекулаһынан тора. Унда линия (һыҙат) тәртибендә бик күп гендар теҙелеп киткән. Йәғни, ДНК молекулаһында гендар әҙмә-эҙ бер-бер артлы урынлашалар.
Эукариоттарҙың хромосомаларында мотлаҡ функциональ элементтар булып центромера, теломерҙар һәм ДНК репликацияһын башлай торған инициация урыны (нөктәһе) була.
Репликация башлана торған урын (инициация сайты) теломерҙар хромосоманың осонда урынлашҡан. Был ДНК молекулаһына иркенерәк, тиҙерәк репликация үтергә мөмкинлек бирә.
Хроматидаларҙың центромералары менән бүлеү орсоғона беркетелеүе, уларҙың бала күҙәнәктәр араһында теүәл бүленеүен тәьмин итә[2].
Метафаза хромосомаһының морфологияһы
үҙгәртергәҺәр индивидуаль хромосоманың уны башҡаларынан айырып торған билдәләре була:
- Оҙонлоғо
- Центромераһының(беренсел нәҙеклек) урынлашыуы
- Икенсел нәҙеклектең булыу -булмауы
- Центромераның урынына бәйле хромосоманың формаһы (яурындарының торошо)
- Буялған хромосоманың төҫө, биҙәге.
Шуға күрә лә, метафаза осорондағы хромосомаларҙы танып, һүрәтләп, һанап, фотоға төшөрөп була. Ҡағиҙә буйынса, уларҙы иң ҙурынан башлап номерлап сығалар.
Эукариот күҙәнәктәрҙә Һәр индивидуаль хромосоманың пары була. Улар ҙурлыҡтары, центромераһының урыны, формалары, биҙәге, гендарының төрө һәм һаны буйынса бер төрлө булалар. Бындай хромосомаларҙы гомологик хромосомалар тип атайҙар.
Ядролағы индивидуаль хромосомалар йыйылмаһын гаплоид йыйылма (берәр төрҙән — n) тип атайҙар. Әгәр ядрола хромосомаларҙың һәр төрө икешәр булһа, хромосомалар йыйылмаһын диплоид йыйылма (парлы — 2n) тип атайҙар.
Ядро эсендәге хромосомалар төрө, һаны (набор), формаһы һәр төр өсөн уникаль була. Һәр төргә хас хромосомалар йыйылмаһы кариотип тип атала.
Хромосома формулаһы
үҙгәртергәҺәр индивидуаль хромосоманың нигеҙен бер ДНК молекулаһы тәшкил итә. Интерфазала ДНК молекулаһы тағатылған хәлдә була. Ул стадияла хромосоманы (хроматин) электрон микроскоптан ғына күреп була. Ул таныулы ла булмай.
Интерфазаның пресинтетик фазаһында хромосомала ДНК молекулаһы берәү була. Әммә бүленергә әҙерләнгән күҙәнәктә, ДНК молекулаһы икеләтелә (синтетик фаза). Шуға күрә, һәр хромосомала ДНК молекулаһы (копиялар) икешәргә әйләнә.
Шулай итеп, пресинтетик фазала хромосомаларҙың индивидуаль йыйылмаһын — nc, ә синтетик фазалағыһын — n2c формулаһы менән күрһәтеп була (n— хромосомалар йыйылмаһы, с — ДНК молекулалары һаны).
Шуға ярашлы, диплоид күҙәнәктең пресинтетик фаза формулаһы — 2n2c, синтетик фаза формулаһы — 2n4c.
Һәр күп күҙәнәкле организмда ике төр күҙәнәктәрҙе айырып йөрөтәләр:
- тәндең бөтә туҡымалары һәм органдары составына ингән соматик (енси булмаған) күҙәнәктәр (2n2c);
- енес күҙәнәктәре (nc).
Соматик күҙәнәктәр ядроһы хромосомаларҙың диплоид (икеләтә) йыйылмаһын туплай.
Енес күҙәнәктәре (гаметалар) ядроһында хромосомаларҙың гаплоид (берәр) йыйылмаһы була. Мәҫәлән, арыш хромосомаларының диплоид йыйылмаһы 14 хромосоманы үҙ эсенә алһа, гаплоид йыйылманың 7 хромосомаһы бар.
Әгәр кешенең диплоид йыйылмаһында 46 хромосома булһа, гаплоид йыйылмаһы 23 хромосоманан тора. Гаплоид йыйылмала һәр парҙан бер генә хромосома ҡала.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- А. О. Рувинский. «Общая биология. Для углубленного изучения биологии». Издательство «Просвещение».
- Ю. Н. Лемеза. «Биология. Вопросы повышеной трудности». Издательство «Айрис», 1998 г.
- Н. Д. Андреева. «Биология». Издательство «Союз» 2002 г.
- А. В. Кленова. «Биология для поступающих в ВУЗы». Издательство «Учитель», 1997 г.
- ↑ Тарантул В. З. . Толковый биотехнологический словарь. — М.: Языки славянских культур, 2009. — 936 с. — 400 экз. — ISBN 978-5-9551-0342-6.
- ↑ Молекулярная биология клетки: в 3-х томах / Б. Альбертс, А. Джонсон, Д. Льюис и др. — М.-Ижевск: НИЦ «Регулярная и хаотическая динамика», Институт компьютерных исследований, 2013. — Т. I. — 808 с. — ISBN 978-5-4344-0112-8. — С. 309—336.
- ↑ (2005) «Three-Dimensional Maps of All Chromosomes in Human Male Fibroblast Nuclei and Prometaphase Rosettes». PLoS Biology 3 (5): e157. DOI:10.1371/journal.pbio.0030157. PMID 15839726. Ҡалып:Open access